21 Аллабыҙға буйһоноуыбыҙҙы күрһәтеп, Унан үҙебеҙҙең, балаларыбыҙҙың, бөтә мөлкәтебеҙҙең юлын хәйерле итеүен һорап, Аһауа йылғаһы буйында ураҙа иғлан иттем.
Йеһошафат ҡаты ҡурҡыуға ҡала. Ул Раббынан һорарға ҡарар ҡыла һәм бөтә Йәһүҙәлә ураҙа иғлан итә.
Йәһүҙиҙәр Раббынан ярҙам ялбарырға тип бергә йыйыла. Улар Раббыға мөрәжәғәт итер өсөн Йәһүҙәнең барлыҡ ҡалаларынан килә.
Мин уларҙы Аһауаға табан аҡҡан йылға янында йыйҙым. Беҙ унда туплам ҡороп өс көн торҙоҡ. Мин, халыҡты һәм ҡаһиндарҙы күҙҙән үткәргәс, Левиҙең нәҫел-нәсәбенән бер кемде лә күрмәнем.
Беренсе айҙың ун икенсе көнөндә Аһауа йылғаһынан Йәрүсәлимгә барырға тип ҡуҙғалып киттек. Аллабыҙҙың рәхмәте юлдаш булып, беҙҙе дошмандар ҡулынан, юлда һағалап тороусыларҙан ҡотҡарҙы.
Шул уҡ айҙың егерме дүртенсе көнөндә бөтә Исраил халҡы тағы йыйылды: улар ураҙа тота ине, ҡыл туҡымаға уранып, баштарына саң-тупраҡ һипкәйне.
– Бар, Шушанда булған бөтә йәһүдтәрҙе йый ҙа өс көн, өс төн ашамай-эсмәй минең өсөн ураҙа тотоғоҙ. Мин дә хеҙмәтсе ҡыҙҙарым менән бергә шул рәүешле ураҙа тотормон, шунан, ҡанунға ҡаршы килеп булһа ла, батша янына барырмын. Үлергә яҙһа – үлермен, – тип әйтергә ҡушты.
Дауыттың мәҙхиәһе. Бар булмышым менән Һиңә шөкөр итәм, Илаһтар алдында Һиңә дан йырлайым.
Ә мин тоғро мөхәббәтең муллығына күрә Йортоңа Һинең инермен. Мөҡәддәс ҡорамыңа йөҙ тотоп, Тетрәнеп сәждә ҡылырмын.
Йә Раббы, дошмандарым ни тиклем күп минең! Ғәҙеллегең менән мине Үҙеңдең һуҡмағыңдан етәклә, Юлымды тура ит.
Раббы Хакимыбыҙ! Исемең ниндәй ғиззәтле бөтә ер йөҙөндә! Асмандан юғарыраҡ Һинең шөһрәтең!
Ниндәй юлдан барһаң да, Раббыңды таны, Ул һинең һуҡмағыңды турайтыр.
Уңға йәки һулға тайшанғанда артығыҙҙан: «Юл бында, ошо юлдан барығыҙ», – тигән тауышты ишетерһегеҙ.
Ул урындан оло бер юл үтер, Ул юл Мөҡәддәс юл тип аталыр. Нәжес әҙәм уға аяҡ баҫа алмаҫ, Раббы юлында йөрөүселәр өсөн генә булыр ул. Унан киткәндәрҙән һис кем, Хатта иҫәрҙәр аҙашмаҫ.
Һуҡырҙарҙы улар белмәгән юл менән алып китермен, Уларға таныш булмаған һуҡмаҡтарҙан йөрөтөрмөн. Алдарында ҡараңғыны яҡтылыҡҡа әйләндерәм, Суғырмаҡты тигеҙ итәм. Ошоларҙың барыһын да ғәмәл ҡылам, Әйткәнемде эшләмәйсә ҡалмам.
Улар асыҡмаҫ һәм һыуһамаҫтар, Ҡояш һуҡмаҫ, эҫе ҡапмаҫ уларға. Сөнки Мәрхәмәт эйәһе юл күрһәтер, Шишмәләргә алып килер.
„Беҙ ураҙа тотабыҙ, ниңә Һин быны күрмәйһең? Нәфсебеҙҙе тыябыҙ, Ә Һин иғтибар бирмәйһең?“ – ти улар. Ысынында, һеҙ ураҙа тотҡан көндө Теләгәнегеҙҙе ҡылаһығыҙ; Хеҙмәтселәрегеҙҙең барыһын иҙәһегеҙ.
Мин теләгән ураҙа шулай була, тип һанайһығыҙмы? Әҙәмдең нәфсеһен тыйған көнө ошолай буламы? Ҡамыш һымаҡ баш эйеп, Ҡыл туҡыма йәйеп көл өҫтөндә ятыумы? Ошоно ураҙа, Раббы хуш күргән көн тип атайһығыҙмы?
Эй Раббы, мин беләм, Әҙәм затының яҙмышы үҙенән тормай, Аҙымдары үҙ ихтыярында түгел.
Аллаң Раббы беҙгә ҡайһы юлдан китергә, нимә эшләргә кәрәклеген белдерһен ине.
Мин Аллаға, бөйөк Хакимыма, мөрәжәғәт иттем; Уға доға ҡылдым һәм ялбарҙым, ҡыл туҡыма уранып һәм башыма көл һипкән килеш ураҙа тоттом.
Изге ураҙа иғлан итегеҙ, йыйын саҡырығыҙ! Аҡһаҡалдарҙы һәм илдә йәшәүселәрҙең барыһын Аллағыҙ Раббының йортона йыйығыҙ, Раббыға ялбарығыҙ.
Бына былар һеҙҙең өсөн мәңгелек ҡағиҙә: етенсе айҙың унынсы көнөндә бөтә нәмәнән дә тыйылығыҙ, ерле халыҡ та, арағыҙҙа төйәкләнгән килмешәктәр ҙә бер нәмә лә эшләмәгеҙ.
Был һеҙҙең өсөн шәмбе кеүек тулыһынса ял көнө. Үҙегеҙҙе бөтә нәмәнән дә тыйығыҙ. Был – мәңгелек ҡағиҙә.
Был көндө нәфсеһен тыймаған һәр кем халҡы араһынан ҡыуылыр.
Ниневенең бар халҡы Аллаға инанды. Улар ураҙа иғлан итте, олоһонан кесеһенә тиклем ҡыл туҡымаға уранды.
Батша үҙенең һәм вәзир-бәктәренең исеменән Ниневелә ошо фарманды халыҡҡа еткерергә ҡушты: «Кешеләр ҙә, хайуандар: эреле-ваҡлы мал-тыуар ҙа бер нәмә лә ашамаһын, утлауҙа йөрөмәһен, һыу эсмәһен.
Ни өсөн Раббы беҙҙе ул ергә алып бара һуң, беҙ ҡылыстан ҡыйылһын тиме икән? Ҡатындарыбыҙ, балаларыбыҙ дошманға табыш булыр инде. Мысырға әйләнеп ҡайтыу яҡшыраҡ булмаҫмы икән?
Ә бына „дошмандарға табыш булыр инде“ тигән балаларығыҙҙы Мин унда индерермен, һеҙ баш тартҡан ерҙәрҙе улар белер.
Был вәғәҙә – Аллабыҙ Раббы Үҙенә саҡырған һәр кемгә: һеҙгә, һеҙҙең балаларығыҙға һәм алыҫта йәшәгән барыһына ла ҡағыла, – тип яуап бирҙе Петрус.
Шул саҡ бөтә Исраил ғәскәре, барлыҡ исраилдар Бейт-Илгә барып, Раббы хозурында ултырып иланы. Ул көндө кискә тиклем ураҙа тоттолар, Раббыға бағышлап тотош яндырыу һәм татыулыҡ ҡорбандары килтерҙеләр.
Исраилдар Миспала йыйылды, һыу алып, Раббы хозурында түкте һәм ул көндө ураҙа тотоп: – Беҙ Раббыға ҡаршы гонаһ ҡылдыҡ, – тине. Шемуил Миспала Исраилдың хакимы булды.