20 ҡасандыр Дауыт батша һәм уның түрәләре левиҙәргә ярҙамсы итеп тәғәйенләгән ҡорам хеҙмәтселәренән тағы ике йөҙ егерме кешене алып килделәр. Уларҙың һәммәһе лә исемләп айырым-айырым теркәлде.
Беренсе булып үҙ биләмәләренә, ҡалаларына ябай исраилдар, шулай уҡ ҡаһиндар, левиҙәр һәм ҡорам хеҙмәтселәре әйләнеп ҡайта.
Ҡорам хеҙмәтселәре: Сиха нәҫеле, Хасуфа нәҫеле, Таббағоҫ нәҫеле,
Исраилдың бер ни тиклем халҡы, ҡаһиндар һәм левиҙәр, йырсылар, ҡапҡа һаҡсылары һәм ҡорам хеҙмәтселәре уның менән бергә Йәрүсәлимгә китә. Артахшаста батша етенсе йыл хакимлыҡ иткәндә була был.
Уларға Касифья ере башлығы Иддоға барып, Аллабыҙ йортона хеҙмәтселәр ебәрһендәр өсөн, Иддоға һәм уның ҡәрҙәштәренә – Касифья ерендәге Алла йорто хеҙмәтселәренә – нимәләр әйтергә кәрәклеген өйрәттем.
Быларҙан тыш Хашавъяһты, уның менән бергә Мерари нәҫеленән Йешағъяһты һәм уның ағай-энеләре һәм улдарынан егерме кешене,
Левиҙәрҙе Һарун менән уның улдары ҡарамағына бир – улар бөтә исраилдар араһынан тулыһынса Һарундың ҡул аҫтында булһын.
Тоғро көрәштәшем, һинән дә үтенеп һорайым, минең менән, шулай уҡ Клемес һәм исемдәре тормош китабына яҙылған башҡа хеҙмәттәштәрем менән Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыу хаҡына көрәшкән ошо ҡатындарға ярҙам ит.