15 Мин уларҙы Аһауаға табан аҡҡан йылға янында йыйҙым. Беҙ унда туплам ҡороп өс көн торҙоҡ. Мин, халыҡты һәм ҡаһиндарҙы күҙҙән үткәргәс, Левиҙең нәҫел-нәсәбенән бер кемде лә күрмәнем.
Тағы шуны белдерәм: Алла йортонда хеҙмәт иткән ҡаһиндар һәм левиҙәр, ҡорам йырсылары, ҡапҡа һаҡсылары, ҡорам хеҙмәтселәре һәм эшселәренең береһенә лә һалым да, юл һалымы ла, яһаҡ та һалынмаһын.
миңә батшаның һәм уның кәңәшселәренең, батшаның бөтә айбарлы түрәләренең алдында мәрхәмәтен күрһәтте. Аллам Раббының ҡулы өҫтөмдә булғанға күңелем үҫеп, мин Исраил башлыҡтарының ҡайһы берәүҙәрен, минең менән бергә ҡайтһындар тип, эргәмә йыйҙым.
Исраилдың бер ни тиклем халҡы, ҡаһиндар һәм левиҙәр, йырсылар, ҡапҡа һаҡсылары һәм ҡорам хеҙмәтселәре уның менән бергә Йәрүсәлимгә китә. Артахшаста батша етенсе йыл хакимлыҡ иткәндә була был.
Бигуай нәҫеленән – Ғуҫай һәм Заккур менән етмеш ир-егет.
Мин башлыҡтарҙан Әлиғәзәрҙе, Ариилды, Шемағъяһты, Әлнаҫанды, Яривты, Әлнаҫанды, Наҫанды, Зәкәрьяһты, Мешулламды, остаздарҙан Йоярив менән Әлнаҫанды саҡыртып, кеше ебәрҙем.
Пинхас нәҫеленән – Гершом, Иҫамар нәҫеленән – Даниил, Дауыт нәҫеленән – Хаттуш,
Аллабыҙға буйһоноуыбыҙҙы күрһәтеп, Унан үҙебеҙҙең, балаларыбыҙҙың, бөтә мөлкәтебеҙҙең юлын хәйерле итеүен һорап, Аһауа йылғаһы буйында ураҙа иғлан иттем.
Беренсе айҙың ун икенсе көнөндә Аһауа йылғаһынан Йәрүсәлимгә барырға тип ҡуҙғалып киттек. Аллабыҙҙың рәхмәте юлдаш булып, беҙҙе дошмандар ҡулынан, юлда һағалап тороусыларҙан ҡотҡарҙы.
Дауыттың мәҙхиәһе. Бар булмышым менән Һиңә шөкөр итәм, Илаһтар алдында Һиңә дан йырлайым.
Утыҙынсы йылда, дүртенсе айҙың бишенсе көнөндә, Кевар йылғаһы буйында, һөргөндә йәшәүселәр араһында булған сағымда, күк ҡабағы асылды ла миңә Алланан күренмештәр булды.
Кевар йылғаһы буйында Тел-Авивта һөргөндә йәшәүселәр янына килдем. Шунда, улар йәшәгән ерҙә, ҡалдым да араларында ете көн буйы шаңҡып ултырҙым.
Шәмбе көндө ҡаланан сыҡтыҡ та, доға ҡылыу урыны шундалыр тип уйлап, йылға буйына барҙыҡ. Унда йыйылған ҡатын-ҡыҙҙар менән һөйләшеп ултырҙыҡ.