27 Аталарыбыҙ Аллаһы Раббы мөбәрәк булһын, сөнки батшаның күңеленә Йәрүсәлимдәге Раббы йортон данлау ихтыяжын һалды;
Хизкияһ менән уның түрәләре килеп, өйөмдәрҙе күрә һәм Раббыға, Уның халҡы исраилдарға рәхмәт уҡый.
Ете көн буйы шатлана-шатлана Сөсө икмәк байрамын билдәләнеләр, сөнки Раббы уларға ҡыуаныс бирҙе – Ашшур батшаһының илтифатын ҡаҙандырҙы һәм батша Исраил Аллаһының йортон һалыуға булышлыҡ күрһәтте.
эргәмдәге бер нисә кеше менән төндә юлға сыҡтым. Йәрүсәлим өсөн нимә эшләргә кәрәклеге тураһында Алламдың йөрәгемә һалған фекерҙәрен бер кемгә лә әйтмәнем. Мин менгән ишәктән башҡа үҙебеҙ менән бер ниндәй ҙә мал алманыҡ.
Тағы батша урмандары өсөн яуаплы кеше Асафҡа хат яҙҙырып, Алла йорто эргәһендәге ҡәлғә ҡапҡалары, ҡала диуары һәм үҙемә йәшәп торорлоҡ йорт һалыу өсөн өрлөклөк ағас бирергә бойорһаң ине, – тип һораным. Батша һораған нәмәләрҙең барыһын да бирҙе, сөнки Алламдың игелекле ҡулы минең өҫтөмдә ине.
Аллам күңелемә дәрәжәле кешеләрҙе, түрәләрҙе һәм бөтә ябай халыҡты туплап, нәҫелдәр буйынса иҫәп алыу ихтыярын һалды. Мин әсирлектән иң тәүҙә ҡайтҡан кешеләрҙең нәҫел исемлеген табып алдым. Унда былай тип яҙылғайны:
– Һинең өсөн, хеҙмәтселәрең һәм халҡың өсөн ҡасан доға ҡылырға икәнен үҙең әйт. Шунан тәлмәрйендәр һинең яныңдан һәм һарайыңдан китер, бары тик йылғала ғына ҡалыр, – тине Муса.
Батшаның йөрәге, һыу ағымы һымаҡ, Раббы ҡулында: Ул уны ҡайҙа теләй, шунда бороп ебәрә.
Ливандың даны булған кипарис, ҡарағай, платан ағастары, Изге торлағымды матурлар өсөн, һиңә ташылыр. Аяҡ баҫҡан урынымды шулай данға күмәсәкмен.
сөнки ул халҡыбыҙҙы ярата һәм беҙгә ғибәҙәтхана һалдырҙы.
Һеҙҙең хаҡҡа Титустың күңеленә шундай уҡ тырышлыҡ һалған Аллаға рәхмәт.
Һеҙҙең минең хаҡта яңынан ҡайғырта башлауығыҙға Раббыла ихлас ҡыуанам. Әлбиттә, һеҙ элек тә минең хаҡта хәстәрлек күрергә теләнегеҙ, әммә мөмкинлегегеҙ сикле ине.
«Ул көндәрҙән һуң Мин улар менән төҙөйәсәк килешеү ошо, – ти Раббы. – Ҡанундарымды уларҙың күңелдәренә һалырмын, зиһендәренә яҙып ҡуйырмын».
Исраил халҡы менән Мин ул көндәрҙән һуң төҙөйәсәк килешеү былай булыр, – ти Раббы. – Үҙ ҡанундарымды Мин уларҙың зиһендәренә һалырмын, күңелдәренә яҙып ҡуйырмын. Мин – уларҙың Аллаһы, ә улар Минең халҡым булыр.
Һәр игелекле һәм камил бүләк юғарынан, күк яҡтылыҡтары Атаһынан килә. Уның янында үҙгәреш юҡ һәм яҡтыһы күләгәгә әйләнмәй.
Сөнки Алла был ун мөгөҙгә Үҙенең ихтыярын үтәү теләген күңеленә һеңдергән, шуға күрә, Алла һүҙе тормошҡа ашҡанға тиклем, улар януарға батшалыҡ хакимлығын берҙәм бирә.