26 Һинең Аллаңдың ҡанунын һәм батшаның ҡанунын үтәмәгәндәрҙең барыһы ла мотлаҡ язаға тартылһын: үлемгәме, һөргөнгәме, мал-мөлкәтенән мәхрүм итеүгәме, йә булмаһа төрмәгә ябырғамы хөкөм ителһен.
Раббы һүҙе буйынса батша һәм түрәләр биргән бойороҡ ғәмәлгә ашһын өсөн Алланың ихтыяры Йәһүҙә халҡының күңеленә берҙәмлек һала.
Әйҙә, тор, сөнки был эш өсөн һин яуаплы булырһың, беҙ ҙә һинең менән! Ныҡ бул, эшкә тотон!
Кем дә кем өс көн эсендә килмәй, түрәләрҙең һәм аҡһаҡалдарҙың ҡарары буйынса уның бөтә мөлкәте тартып алына, ул үҙе һөргөндән күсеп ҡайтыусылар йәмғиәтенән ҡыуыла.
Минән тағы бер әмер булыр: әгәр ҙә мәгәр берәй кеше был фарманды боҙһа, уның өйөнөң бер ниргәһе һурып алыныр ҙа теге кеше ана шул ҡаҙыҡҡа ултыртылыр, ә йортонан емереклектәр генә тороп ҡалыр.
Әгәр ҙә берәй батша йәки халыҡ был фарманды боҙорға баҙнат итһә һәм Йәрүсәлимдәге Алла йортона зыян килтерһә, уларҙы исемен шунда төйәкләндергән Алла Үҙе юҡ итһен. Мин, Дарий, бирҙем был фарманды. Ул теүәл үтәлһен.
Яуызлыҡ ҡылыусылар – Халҡымды икмәк урынына ашағандар, Алланы саҡырмағандар – Бер ни ҙә аңламаймы ни?
Бына минең фарманым: батшалығымдың бөтә өлкәләре Даниил Аллаһы алдында ҡурҡып һәм ҡалтырап торһон. Сөнки Ул – тере Алла, Мәңге йәшәр Алла, Уның батшалығы емерелмәҫ, Хакимлығының ахыры булмаҫ.
«Был ҡанунда әйтелгәндәрҙе хупламаған һәм үтәмәгән кешегә ләғнәт булһын!» Бөтөн халыҡ: «Амин!» – тип яуап бирһен.