19 Аллағыҙ йортонда ғибәҙәт ҡылыу өсөн тәғәйенләнгән һауыттарҙы Йәрүсәлимдәге Алла алдына алып барып ҡуй.
Йәрүсәлим Аллаһын башҡа халыҡтарҙың кеше ҡулы менән яһалған аллаларына тиңләп һөйләйҙәр.
Ҡалған алтын-көмөштө Аллағыҙ ихтыярына ярашлы үҙең һәм ҡәрҙәштәрең нисек ҡулай күрә, шулай тотонорһоғоҙ.
Аллаңдың йорто өсөн тағы ла башҡа нәмәләр талап ителһә, шуларҙы батша хазинаһынан алырһың.
«Уларҙы Бабилға алып китерҙәр, һәм Мин хәстәрлек күргәнгә тиклем улар шунда ҡалыр. Мәле еткәс, Мин уларҙы алып сығып, ҡабат ошонда ҡайтарырмын», – тип белдерә Раббы.
Ул ваҡытта Йәрүсәлимде Раббы тәхете тип атарҙар. Бөтә халыҡтар Йәрүсәлимгә Раббы исемен хөрмәтләргә ағылыр. Бынан ары улар үҙҙәренең яуыз һәм тиҫкәре йөрәктәре ҡушҡанса эшләмәҫ.