16 Һин Бабил өлкәһендә йыйылған барлыҡ алтын-көмөштө, халыҡтың һәм ҡаһиндарҙың Аллаларының Йәрүсәлимдәге йортона бүләк иткән саҙаҡаларын да алып барырһың.
Беләм, Аллам, һин йөрәктәрҙе һынайһың һәм ихласлыҡты яратаһың; мин быларҙың бөтәһен дә ихлас күңелдән тапшырҙым. Бына бөгөн күрәм, бында йыйылған халҡың да Һиңә шатланып бүләктәр килтерә.
Нәҫел башлыҡтары, Исраил ырыуҙарының башлыҡтары, мең баштары, йөҙ баштары, батша хужалығында мөдирлек итеүселәр бүләктәр килтерә башлай.
Башлыҡтарының ихлас йөрәктән Раббыға тип бүләктәр килтереүенә халыҡ бик шатлана, Дауыт батша ла бик ныҡ ҡыуана.
Леви Ҡоре Имна улы, Көнсығыш ҡапҡа һаҡсыһы, Аллаға арнап үҙ ихтыяры буйынса килтерелгән бүләктәр өсөн яуаплы була, Раббыға килтерелгән һәм изгеләрҙән-изге саҙаҡаларҙы Раббы хеҙмәтендәгеләргә өләшә.
Ә мин Һиңә мөһабәт ҡорам һалдым, Ул мәңгегә Һиңә торлаҡ булһын.
«Халҡым Исраилды Мысыр еренән алып сыҡҡан көндән алып, исемем шунда булһын, тип ҡорам төҙөһөндәр өсөн Исраил ырыуҙарының береһенең дә ҡалаһын һайламаған инем. Шулай уҡ халҡым Исраилға етәкселек итер өсөн бер кешене лә һайламаным.
Бына хәҙер иһә, исемем шунда булһын, тип Йәрүсәлимде һәм халҡым Исраилға идара итер өсөн Дауытты һайланым», – тип әйткән булған.
Батшалығымдағы ерле халыҡ килмешәк булып йәшәгән урындарында иҫән ҡалған исраилдарға Йәрүсәлимдәге Алла йортон төҙөү өсөн алтын-көмөш, башҡа төр мөлкәт, мал-тыуар, хәйер-саҙаҡа менән ярҙам итһен.
Уларҙың бергә йәшәгән бөтә күрше-күләне хәйер-саҙаҡанан тыш көмөш һауыт-һаба, алтын, башҡа төр мөлкәт, мал-тыуар, ҡиммәтле әйберҙәр биреп ярҙам итте.
Ерҙәрен биләмә итеп бирҙе, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек.
Әгәр бүләк биргән кешенең тырышлығы булһа, был бүләк Алла тарафынан нимәһе булмағанға ҡарап түгел, ә нимәһе булғанға ҡарап хуплана.
Һәр кем теләр-теләмәҫ йәки мәжбүри рәүештә түгел, ә йөрәге ҡушҡанса бирһен, сөнки Алла шатланып биргән кешене ярата.