7 Алла йортон төҙөүҙе туҡтатмағыҙ; йәһүдтәр өлкәһе башлығы һәм йәһүдтәрҙең аҡһаҡалдары Алла йортон элекке урынында ҡайтанан төҙөһөн.
Уның халҡынан булғандар – Аллалары улар менән булһын! – Йәһүҙәгә, Йәрүсәлимгә барһын һәм Исраилдың Аллаһы Раббыға – Йәрүсәлимдәге Аллаға йорт һалһын.
Дарий батша шундай фарман сығарҙы: Евфрат йылғаһы аръяғындағы өлкә башлығы Таттенай Шеҫар-Бозенай һәм уларҙың әшнәләре булған ерле түрәләр менән унан китһен.
Бынан тыш, Алла йортон ҡайтанан төҙөүгә йәһүдтәрҙең аҡһаҡалдарына ярҙам итергә бойорам: эш туҡталмаһын өсөн кәрәк булғанды уларға кисектермәй биреп тороғоҙ. Сығымдарҙы Евфрат йылғаһы аръяғындағы өлкәнән йыйылған яһаҡтан – батша ҡаҙнаһынан – түләгеҙ.