22 Ете көн буйы шатлана-шатлана Сөсө икмәк байрамын билдәләнеләр, сөнки Раббы уларға ҡыуаныс бирҙе – Ашшур батшаһының илтифатын ҡаҙандырҙы һәм батша Исраил Аллаһының йортон һалыуға булышлыҡ күрһәтте.
Йошияһ батшалыҡ иткән осорҙа Мысыр фирғәүене Нехо, Ашшур батшаһына ярҙам итер өсөн, яу менән Евфрат йылғаһына йүнәлде. Йошияһ батша уға ҡаршы сыҡты һәм фирғәүен, Йошияһ менән Мегиддола осрашып, уны үлтерҙе.
Артабан Йеһоядағ Дауыттың Раббы ҡорамы хаҡындағы күрһәтмәләрен үтәп, ҡаһиндар һәм левиҙәрҙән Раббы ҡорамы өсөн яуаплы кешеләр билдәләй. Улар, Муса ҡанунында яҙылғанса, Раббыға тотош яндырыу ҡорбандары килтерергә һәм был йоланы Дауыт ҡушҡанса ҡыуанышып, йырлаша-йырлаша башҡарырға тейеш була.
Хизкияһ батша менән түрәләр левиҙәргә Раббыны Дауыт һәм Асаф әүлиә һүҙҙәре менән данларға бойора, улар шатланышып данлай, теҙ сүгеп сәждә ҡыла.
Йәрүсәлимгә йыйылған исраилдар ете көн буйы Сөсө икмәк байрамын билдәләй, күңел аса, левиҙәр менән ҡаһиндар, көн һайын уйын ҡоралдарында уйнап, Раббыны данлай.
Раббы уларға Ашшур батшаһының хәрби башлыҡтарын ебәрә, улар Менашшены әсиргә ала, танауына ҡулса тағып, Бабилға алып китә.
Шул ваҡытта унда булған исраилдар Ҡотҡарылыу байрамын билдәләйҙәр һәм ете көн буйы Сөсө икмәк байрамын үткәрәләр.
Фарсы батшаһы Кир хакимлығының беренсе йылында Раббы, Үҙенең Йермеяһ аша еткергән һүҙен ғәмәлгә ашырып, Фарсы батшаһы Кирҙың күңелендә теләк уятты. Шуға күрә Кир үҙ батшалығының бөтә тарафтарында һүҙ менән дә, яҙма рәүештә лә ошоларҙы иғлан итергә фарман бирҙе:
Шунан һуң, Дарий батша биргән әмер буйынса, Бабилдағы хазиналар йортондағы яҙмалар һаҡлағысында эҙләй башлайҙар.
Аталарыбыҙ Аллаһы Раббы мөбәрәк булһын, сөнки батшаның күңеленә Йәрүсәлимдәге Раббы йортон данлау ихтыяжын һалды;
Был хәлдәр булғанда мин Йәрүсәлимдә юҡ инем. Бабил батшаһы Артахшаста хакимлығының утыҙ икенсе йылында мин батша янына барғайным. Күпмелер ваҡыт үткәс, батшанан рөхсәт алып,
Кешенең юлы Раббыға хуш булһа, Раббы уны дошмандары менән дә яраштыра.
Батшаның йөрәге, һыу ағымы һымаҡ, Раббы ҡулында: Ул уны ҡайҙа теләй, шунда бороп ебәрә.
Бабилдар менән бөтә халдейҙарҙы, Пеҡод, Шоағ һәм Ҡоағ халҡын, барлыҡ ашшурҙарҙы, матур егеттәрҙе – улар барыһы ла түрәләр, етәкселәр, ғәскәр башлыҡтары, мәшһүр әҙәмдәр, атлылар – һиңә ҡаршы күтәрәсәкмен.
Сөсө икмәк байрамының тәүге көнөндә шәкерттәре Ғайса янына килеп: – Ҡотҡарылыу байрамы ашын ҡайҙа әҙерләүебеҙҙе теләйһең? – тип һоранылар.
Ғайса уға яуап итеп: – Һиңә юғарынан бирелмәһә, Минең өҫтән бер ниндәй хакимлығың булмаҫ ине. Шунлыҡтан Мине һиңә тапшырған кешенең гонаһы һинекенән ҙурыраҡ, – тине.