10 Улар Күк Аллаһына хуш килерлек ҡорбандар килтерһендәр һәм, батша менән уның улдарына ғүмер теләп, доға уҡыһындар.
Раббы, ҡорбандың хуш еҫен тойғас, Үҙ-Үҙенә: «Башҡаса кешеләр арҡаһында ергә ҡәһәремде һалмам, сөнки кеше күңелендә яуызлыҡ бала сағынан уҡ була; бүтәнсә тереклекте юҡ итмәм.
Фарсы батшаһы Кир шуны мәғлүм ҡыла: Күк Аллаһы Раббы донъяның бөтә батшалыҡтарын миңә бирҙе. Ул Йәһүҙәләге Йәрүсәлим ҡалаһында Үҙенә бер йорт һалырға ҡушты.
Күк Аллаһына тотош яндырыу ҡорбаны килтереү өсөн башмаҡмы, һарыҡ тәкәһеме йәки һарыҡ бәрәсеме – күпме кәрәк булһа, шул тиклем бирегеҙ. Шулай уҡ бойҙай, тоҙ, шарап, зәйтүн майы бирелһен, Йәрүсәлим ҡаһиндары нисек әйтһә, шул рәүешле көн дә мотлаҡ бирелеп торһон.
Күк Аллаһы йорто өсөн был Алла тарафынан бойоролған һәр нәмә теүәл үтәлергә тейеш – батшалыҡҡа, батшаға һәм уның улдарына Уның асыуы төшмәһен!
Үҙегеҙ һорағанса, мал-тыуарығыҙҙы – эреһен дә, вағын да – алығыҙ ҙа китегеҙ. Ә миңә фатиха ҡылығыҙ.
Мин һеҙҙе һөргөнгә ебәргән ҡалаға именлек теләгеҙ, уның өсөн Раббыға доға ҡылығыҙ. Ҡала имен булһа, һеҙ ҙә имен булырһығыҙ».
Шул саҡ Навуходоносор батша Даниил алдына йөҙтүбән ҡапланды, уға баш эйҙе, шунан бүләктәр килтерергә һәм хуш еҫле төтәҫләгестәр көйрәтергә бойорҙо.
Ҡорбан килтереүсе малдың эсәк-ҡарынын һәм тояҡтарын һыу менән йыуғандан һуң, ҡаһин уларҙы ҡорбан усағында яндырһын. Был – тотош яндырыу ҡорбаны, ут ҡорбаны – Раббыға күркәм хуш еҫ.
Ҡорбан килтереүсе малдың эсәк-ҡарынын һәм тояҡтарын һыу менән йыуғас, ҡаһин уларҙың барыһын да усаҡта яндырһын. Был – тотош яндырыу ҡорбаны, ут ҡорбаны – Раббыға күркәм хуш еҫ.
Мәсих беҙҙе яратҡан кеүек, һеҙ ҙә мөхәббәттә йәшәгеҙ. Беҙҙе яратыуы менән Аллаға хуш еҫле бүләк һәм ҡорбан булып Мәсих беҙҙең өсөн ғүмерен бирҙе.