15 Уға: „Был һауыттарҙы ал да Йәрүсәлимдәге ҡорамға алып барып ҡуй, Алла йорто үҙ урынында төҙөлһөн“, – тине.
Фарсы батшаһы Кир шуны мәғлүм ҡыла: Күк Аллаһы Раббы донъяның бөтә батшалыҡтарын миңә бирҙе. Ул Йәһүҙәләге Йәрүсәлим ҡалаһында Үҙенә бер йорт һалырға ҡушты.
Улар, шунда йәшәгән халыҡтарҙан ҡурҡһалар ҙа, ҡорбан усағын элекке урынына ҡорҙолар һәм иртәле-кисле унда Раббыға бағышлап ҡорбандар яндырҙылар.
Бынан тыш, Кир батша Бабил ҡорамынан Алла йортоноң алтын-көмөш һауыттарын да кире ҡайтарып бирҙе – уларҙы Навуходоносор Йәрүсәлим ҡорамынан Бабил ҡорамына алып киткәйне. Был һауыттарҙы Кир батша үҙе өлкә башлығы итеп тәғәйенләгән Шешбассар тигән кешегә тапшырҙы.
Шешбассар килеп, Йәрүсәлимдә Алла йортона нигеҙ һалды; шунан алып хәҙергәсә төҙөлөш дауам итә, тамамланмаған әле».
Хакимлығының тәүге йылында Кир батша Йәрүсәлимдәге Алла йорто тураһында ошондай фарман сығарҙы: «Шунда ҡорбан килтереү өсөн йорт төҙөлһөн, уның нигеҙен ныҡ итеп һалһындар; бейеклеге лә, киңлеге лә алтмышар терһәк булһын;