23 Артахшаста батшаның хатының күсермәһе уҡылып бөтөр-бөтмәҫтән Рехум менән Шимшай һәм уларҙың әшнәләре шунда уҡ Йәрүсәлимгә йәһүдтәр янына ашыҡты һәм, көс ҡулланып, уларҙы эштән туҡтарға мәжбүр итте.
Батша былай тип яуап ҡайтарҙы: Өлкә башлығы Рехумға, кәтип Шимшайға, уларҙың Самарияла һәм Евфрат йылғаһы аръяғындағы башҡа урындарҙа йәшәгән хеҙмәттәштәренә сәләм!
Берәй нәмәне күҙҙән ысҡындырып ҡуймағыҙ, бик һаҡ булығыҙ. Батшалыҡҡа зыян килтерерҙәй эштәргә ниңә юл ҡуйырға әле?
Йәрүсәлимдә Алла йортон төҙөү эше туҡталды, ул Фарсы батшаһы Дарий хакимлығының икенсе йылына тиклем төҙөлмәй торҙо.
Фарсы батшаһы Артахшаста дәүерендә Бишлам, Миҫредаҫ, Тавеил һәм уларҙың әшнәләре Артахшастаға ялыу яҙҙы. Хат арами телендә яҙылғайны.
Сөнки залим яуызлыҡ ҡылмаһа, йоҡлай алмай, берәйһен аяҡтан йыҡмаһа, күҙенән йоҡо ҡаса.
Түшәктә ятҡан килеш яманлыҡ уйлап, Яуызлыҡ ниәтләгәндәрҙең башына ҡайғы! Таң һыҙылыу менән залимлыҡтарын ҡылырҙар, Сөнки уларҙың быға көстәре етә.
Аяҡтары ҡан ҡойошҡа ашыға,