Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғөзәйер 4:20 - Изге Яҙма

20 Йәрүсәлимдә бөтә Евфрат йылғаһы аръяғын биләп торған ҡеүәтле батшалар булғанлығын, уларға яһаҡ, һалым, юл һалымы түләп торғандарын белдем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғөзәйер 4:20
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шул көндө Раббы Ибрам менән килешеү төҙөнө һәм былай тине: – Мысыр йылғаһынан алып бөйөк Евфрат йылғаһына тиклемге ошо ерҙе – ҡыниҙар, ҡынизиҙар, ҡадмониҙар, хиттиҙәр, перизиҙәр, рефалар, әмөриҙәр, ҡәнғәниҙәр, гиргашиҙәр һәм йевусиҙәрҙең бөтә ерен һинең нәҫелеңә бирәсәкмен.


Евфрат йылғаһынан пелешти ерҙәренә һәм Мысыр сиктәренә тиклем йәйрәп ятҡан бөтә батшалыҡтар Сөләймәндең ҡул аҫтында булды. Улар барыһы ла Сөләймәнгә ғүмере буйы хеҙмәт итте һәм яһаҡ түләне.


Сөләймән Тифсахтан Газаға тиклем, Евфрат йылғаһының көнбайышында ятҡан бөтә батшалыҡтарға идара итте. Һәр тарафта тыныслыҡ булды.


Тир батшаһы Хирам ғүмере буйы Дауыт батша менән дуҫ йәшәне. Сөләймәндең атаһы урынына батша итеп мәсехләнеүен ишетеү менән, илселәр ебәрҙе.


Инде хәҙер Раббы, минең Аллам, һәр тарафта тыныслыҡ бирҙе. Хәҙер бер дошманым да юҡ, һис ниндәй ҡаршылыҡ ҡалманы.


Шунан ул Эдомдың бөтә ерендә һаҡсы ғәскәрҙәр ҡуя, уның бөтә халҡы Дауытҡа буйһона. Дауыт ҡайҙа ғына яу сапһа ла, Раббы уны еңеү ҡаҙандыра.


Сова батшаһы Һададғәзәр Евфрат йылғаһы буйында үҙ хакимлығын нығытырға тип килә ятҡанда Дауыт Хамаҫта уны ла ҡыйрата.


Дауыт Дамаск арамиҙарының ерендә һаҡсы ғәскәрҙәр ҡуя; арамиҙар, уға буйһоноп, яһаҡ түләй. Дауыт ҡайҙа ғына яу сапһа ла, Раббы уны еңеүгә ирештерә.


Һададғәзәр яҡлылар, үҙҙәренең исраилдарҙан еңелгәнен күргәс, Дауыт менән тыныслыҡ тураһында килешеү төҙөй һәм уға буйһона. Ә арамиҙар артабан ғаммондарға ярҙам ҡулы һуҙмаҫ була.


Ҡайһы бер пелештиҙәр Йеһошафатҡа көмөштө бүләккә һәм яһаҡ итеп килтереп тора; ғәрәптәр ваҡ малдан ете мең ете йөҙ баш һарыҡ тәкәһе менән ете мең ете йөҙ баш кәзә тәкәһе алып килә.


Бынан тыш һатыусылар һәм сауҙагәрҙәр, Ғәрәбстан ерендәге бөтә батшалар һәм Исраилдың өлкә башлыҡтары ла Сөләймәнгә алтын-көмөш килтереп тора.


Батшаға шул да мәғлүм булһын: әгәр ҙә мәгәр был ҡала төҙөлөп, диуарҙары аяҡҡа баҫтырыла икән, улар яһаҡ та, һалым да, юл һалымы ла түләмәйәсәк, батша ҡаҙнаһы зыян күрәсәк.


Шунлыҡтан батшаға шуны еткерәбеҙ: әгәр ҙә мәгәр был ҡаланы төҙөү тамамланып, диуарҙары аяҡҡа баҫтырыла икән, һин Евфрат йылғаһы аръяғындағы биләмәләреңде юғалтасаҡһың.


Биргән әмерем буйынса яҙмаларҙы аҡтарып ҡарап, был ҡаланың әүәлдән үк батшаларға ҡаршы баш күтәргәнен, унда фетнәләр һәм болалар булып торғанын,


Шундай әмер бирегеҙ: был кешеләр эштәрен туҡтатһын, минән бойороҡ булмайынса, ҡала төҙөлмәһен.


Тағы шуны белдерәм: Алла йортонда хеҙмәт иткән ҡаһиндар һәм левиҙәр, ҡорам йырсылары, ҡапҡа һаҡсылары, ҡорам хеҙмәтселәре һәм эшселәренең береһенә лә һалым да, юл һалымы ла, яһаҡ та һалынмаһын.


Мыҫҡыл менән, нәфрәт сәсеп һөйләшәләр, Кешегә эреләнеп, янап ҡарайҙар.


Хисапһыҙ күп халҡы булған ҡала Япа-яңғыҙ ташлап ҡалдырылған! Ҡәүемдәр араһында бөйөк һаналған Инде тол ҡатынға оҡшаш. Өлкәләр араһында батшабикә булған Был ҡала ҡоллоҡҡа төшкән.


Ботағы батшаға хакимлыҡ таяғы Яһарлыҡ кимәлдә көслө ине. Ҡуйы япраҡтары араһында Олоно болоттарға олғашты. Бейеклеге, суҡлығы менән айырылып торҙо.


Бынан китеп барған Ғайса, һалым йыйыу урынында ултырған берәүҙе күреп ҡалды. Был кешенең исеме Маҫҫайос ине. Ғайса уға: – Миңә эйәр, – тине. Маҫҫайос торҙо ла Уның артынан эйәрҙе.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ