44 Ошоларҙың барыһы ла сит ҡәүемдәрҙән ҡатын алған һәм ҡайһы берҙәренең ҡатындары уларға бала ла тапҡайны инде.
Сөләймән батша, фирғәүендең ҡыҙынан башҡа, бик күп сит ҡәүем ҡатындарын да яратты. Улар араһында моав, ғаммон, эдом, сидон, хитти ҡыҙҙары ла бар ине.
Һин хакимымдың һәм Аллабыҙҙың бойороғон күңеленә ныҡ яҡын алған кешеләрҙең кәңәше буйынса беҙ, бөтә был ҡатындарҙы балалары менән бергә ҡыуып ебәрәбеҙ, тип Аллабыҙ менән килешеү төҙөйөк – әйҙә, ҡанун талап иткәнсә булһын!
Үҙҙәренә һәм улдарына был халыҡтарҙың ҡыҙҙарын кәләш итеп алдылар. Хәҙер изге орлоҡ сит халыҡтарҙыҡы менән буталды, етмәһә, арҙаҡлы һәм түрә булып йөрөгән кешеләр был хыянатта беренсе урында тора.
Зирәклек һине ят ҡатындан, татлы телле сит ҡатындан ҡотҡарыр.
Ниңә, улым, сит ҡатындан башың юғалтырға, кеше ҡатынының ҡуйынына һыйынырға?
Кеше ҡатынының ирененән бал тама, теле майҙай йомшаҡ яғыла –