19 Улар ҡатындарын айырып ебәрергә һүҙ бирҙе һәм ғәйептәре өсөн һәр береһе һарыҡ тәкәһе ҡорбан итте.
Йеһу ары китте һәм Рехав улы Йеһонадавты осратты. Уға сәләм биреп: – Минең йөрәгем һинең яҡлы, һинең йөрәгең дә шулаймы? – тип һораны. – Минең дә шулай, – тип яуапланы Йеһонадав. – Улайһа бир ҡулыңды, – тине Йеһу һәм уны ҡулынан тартып үҙенең яу арбаһына ултыртты.
Бар башлыҡтар һәм ғәйрәтле яугирҙәр, Дауыттың бөтә улдары Сөләймән батшаға баш һала.
Атайҙарығыҙ шикелле таш бәғерле булмағыҙ, Раббыға буйһоноғоҙ, Уның Изге торлағына, Ул мәңгелеккә мөҡәддәс ҡылған урынға, килегеҙ; үҙегеҙҙең Аллағыҙ Раббыға хеҙмәт итегеҙ, ана шунда Ул һеҙгә булған ялҡынлы асыуын тыйып ҡалыр.
Иммер нәҫеленән: Ханани һәм Зевадъяһ;
Туйғансы ашарлыҡ икмәк һорап, Мысыр менән Ашшурға ҡулыбыҙҙы һонабыҙ.
ул кеше гонаһ ҡыла һәм ғәйепле була. Шуға күрә урлап йәки алдап алғанын, уға аманат итеп бирелгәнде йәки тапҡанын; алманым, тип ялған ант иткән әйберҙе кире бирергә тейеш. Әйберҙең хаҡының биштән бер өлөшө тиклемде өҫтәп, ғәйеп ҡорбаны килтергән көндө уны хужаһына кире бирһен.
Ғәйебе өсөн Раббыға ҡорбан ҡылһын: ҡаһинға ғәйеп ҡорбаны өсөн ваҡ малдан билдәле хаҡтағы кәмселекһеҙ һарыҡ тәкәһе килтерһен.
Хеҙмәт итеү миңә Алла мәрхәмәте буйынса бирелгәнен аңлағас, имандаштар берҙәмлегенең терәге тип һаналған Яҡуп, Кефас һәм Яхъя, уртаҡ хеҙмәттәшлек билдәһе итеп, Барнабас менән минең ҡулды ҡыҫты. Беҙ – сит ҡәүемдәргә, ә улар сөннәтлеләргә барырға килештек.