Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 9:4 - Изге Яҙма

4 Ул ергә йығылды һәм: – Шаул, Шаул! Ниңә һин Мине эҙәрлекләйһең? – тигән тауыш ишетте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

4 Ул ергә йығылды һәм: – Савл, Савл! Ниңә Мине эҙәрлекләйһең? – тигән тауыш ишетте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

4 Ул ергә йығылды һәм: – Шаул, Шаул! Ниңә һин Мине эҙәрлекләйһең? – тигән тауыш ишетте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 9:4
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Унан: – Сарая хеҙмәтсеһе Хәжәр, ҡайҙан киләһең дә ҡайҙа китеп бараһың? – тип һораны. – Хужабикәм Сараянан ҡасып китеп барам, – тип яуап ҡайтарҙы Хәжәр.


Шул ваҡыт күктән Раббы фәрештәһе уға: – Ибраһим, Ибраһим! – тип өндәште. – Эйе, мин, – тип яуап ҡайтарҙы ул.


– Ҡайҙа һин? – тип өндәште Раббы Алла әҙәмгә.


Раббы, Мусаның яҡын килгәнен күреп, ҡыуаҡ эсенән: – Муса, Муса! – тип өндәште. – Эйе, мин, – тине тегеһе.


Шунда бөйөк Хакимдың тауышын ишеттем. Ул: – Кемде ебәрәйем? Беҙҙең өсөн кем барыр? – тине. – Бына мин! Мине ебәр! – тинем.


Улар ғазап сиккән саҡта Ул да ғазапланды. Уның фәрештәһе уларҙы ҡотҡара килде. Һөйөүе һәм мәрхәмәте менән Ул Үҙе йолоп алды. Боронғо замандарҙа гел ҡулына күтәреп йөрөттө.


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Үҙенең шөһрәте хаҡына мине һеҙҙе талаған ҡәүемдәр алдына ошо хәбәрҙе әйтергә ебәрҙе: «Һеҙгә ҡағылған кеше Минең күҙ алмама ҡағыла.


– Был йәмғиәттән ситкә китегеҙ, Мин уларҙы һә тигәнсе һәләк итәм, – тине. Ләкин улар йөҙтүбән ергә ҡапланды.


Батша уларға яуабында: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Минең иң кесе туғандарымдың береһенә генә лә нимә эшләгән булһағыҙ, шуны Миңә эшләгәнһегеҙ», – тиер.


– Эй Марта, Марта! Һин күп нәмә тураһында хәстәрләп, ығы-зығы килеп йөрөйһөң, – тине уға Ғайса Раббы, –


Ғайса: «Ул – Мин», – тигәс, тегеләр артҡа сигенеп, ергә йығылып китте.


Ғайса уға: – Мәрйәм! – тип өндәште. Мәрйәм, әйләнеп ҡарап, йәһүдсә: – Раббуни (йәғни Остаз)! – тип ҡысҡырып ебәрҙе.


Улар ҙа ашап туйғас, Ғайса Шимғон Петрустан: – Яхъя улы Шимғон! Һин Мине быларға ҡарағанда нығыраҡ яратаһыңмы? – тип һораны. Петрус: – Эйе, Раббым! Һин миңә ни тиклем яҡын икәнлегеңде беләһең, – тип яуапланы. Ғайса: – Минең бәрәстәремде ашатып тор, – тине


Шул мәлдә ҡатын уның аяғына йығылып йән бирҙе. Егеттәр ингәс, ҡатынды үле килеш күрҙеләр һәм, алып сығып, ире янына ерләп ҡуйҙылар.


– Һин кем, Әфәнде? – тип һораны Шаул. – Мин – һин эҙәрләгән Ғайса, – тип яуап бирҙе тауыш. –


Шулай итеп, Алланың изгелеге лә, ҡырыҫлығы ла күҙ алдыңда. Ул иман юлынан тайпылғандарға ҡарата ҡырыҫ, ә һиңә, әгәр Алла изгелегенә өмөт бағлауыңды дауам итһәң, изгелекле булыр. Киреһенсә икән, һин дә ҡырҡып ташланырһың.


Мәсих – күп ағзаларға эйә булған тән кеүек; тән күп ағзаларҙан торһа ла, бер бөтөндө тәшкил итә.


Һине кем өҫтөн итеп ҡуйҙы? Юғарынан бирелгәндән тыш, һинең үҙеңдең нимәң бар? Юғарынан бирелгән икән, ни өсөн унан алмаған һымаҡ маҡтанаһың?


Беҙ бит – Уның тәненең ағзалары.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ