Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 9:27 - Изге Яҙма

27 Барнабас уны илселәр янына алып барҙы һәм Шаулдың юлда Раббыны күреүен, Раббының уға ниҙәр әйтеүен, уның Дамаскта Ғайса тураһында ҡыйыу рәүештә вәғәзләүен һөйләп бирҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

27 Варнава уны илселәр янына алып барҙы һәм Савлдың юлда Раббыны күреүен, Раббының уға ниҙәр әйтеүен, уның Дамаскыла Ғайса тураһында ҡыйыулыҡ менән вәғәзләүен һөйләп бирҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

27 Барнабас уны илселәр янына алып барҙы һәм Шаулдың юлда Раббыны күреүен, Раббының уға ниҙәр әйтеүен, уның Дамаскта Ғайса тураһында ҡыйыу рәүештә вәғәзләүен һөйләп бирҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 9:27
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Был туралағы хәбәр Йәрүсәлимдәге имандаштар берҙәмлегенә лә барып етте. Барнабасты Антиохияға ебәрҙеләр.


Шунан һуң Барнабас, Шаулды эҙләп, Тарсосҡа китте, уны табып


Ә Барнабас менән Шаул, үҙҙәренә тапшырылған эште башҡарғандан һуң, Маркус тип тә йөрөтөлгән Яхъяны ла алып, Йәрүсәлимдән Антиохияға ҡайттылар.


Бер ваҡыт, улар Раббыға хеҙмәт иткәндә һәм ураҙа тотҡанда, Изге Рух: – Хеҙмәтемде башҡарыу өсөн Үҙем һайлап алған Барнабас менән Шаулды Миңә бирегеҙ, – тине.


Паулус һәм Барнабас теге кешеләр менән ризалашманы һәм улар араһында ҡыҙыу бәхәс тыуҙы. Шунлыҡтан Паулус менән Барнабасҡа, тағы бер нисә кешегә, Йәрүсәлимгә барып, илселәр һәм берҙәмлек өлкәндәре менән был мәсьәлә буйынса фекерләшеү бурысын йөкмәттеләр.


Юғары кәңәшмә ағзалары Петрус менән Яхъяның ҡыйыулығын күрҙеләр һәм, уларҙың уҡымаған, ябай кешеләр икәнен белеп, хайран ҡалдылар. Шунан һуң ғына уларҙың Ғайса менән бергә йөрөгән кешеләр икәнен аңланылар.


Хәҙер, Раббыбыҙ, уларҙың янауҙарын ишет һәм беҙ ҡолдарыңа Һинең һүҙеңде ҡыйыу рәүештә һөйләргә ҡөҙрәт бир.


Мәҫәлән, илселәр Барнабас (йәғни «Йыуаныс улы») тип йөрөткән, Кипрҙа тыуған Йософ исемле бер леви,


Һананиас барып, шул йортҡа инде. Ул Шаулға ҡулын ҡуйып: – Шаул туған! Мине һиңә, күҙҙәрең күрә башлаһын өсөн һәм Изге Рух менән һуғарырға тип, юлыңда осраған Раббы Ғайса ебәрҙе, – тине.


Ул йыш ҡына грек телле йәһүдтәр менән әңгәмәләр ҡорҙо, бәхәсләште, ә тегеләре уны үлтерергә тырышты.


Етлекмәй тыуған бала кеүек булһам да, барыһынан һуң миңә лә күренде.


Йәиһә Барнабас менән мин генә йәшәү өсөн эшләргә тейешбеҙме?


Уның менән бергә башҡа имандаш йәһүдтәр ҙә ике йөҙлөлөк күрһәтте, хатта Барнабас та улар яғына ауҙы.


Хеҙмәт итеү миңә Алла мәрхәмәте буйынса бирелгәнен аңлағас, имандаштар берҙәмлегенең терәге тип һаналған Яҡуп, Кефас һәм Яхъя, уртаҡ хеҙмәттәшлек билдәһе итеп, Барнабас менән минең ҡулды ҡыҫты. Беҙ – сит ҡәүемдәргә, ә улар сөннәтлеләргә барырға килештек.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ