Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 9:15 - Изге Яҙма

15 Әммә Раббы уға: – Бар, кит, сөнки Мин был кешене башҡа халыҡтарға, батшаларға һәм Исраил халҡына исемемде танытһын өсөн ҡоралым итеп һайланым.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

15 Әммә Раббы уға: – Бар, сөнки Мин уны, Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылһын өсөн, башҡа халыҡтарға һәм уларҙың батшаларына, шулай уҡ Израиль халҡына Үҙемдең хеҙмәтсем итеп һайланым.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

15 Әммә Раббы уға: – Бар, кит, сөнки Мин был кешене башҡа халыҡтарға, батшаларға һәм Исраил халҡына исемемде танытһын өсөн ҡоралым итеп һайланым.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 9:15
38 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Йәһүд булмағандар, һеҙгә әйтәм: мин, йәһүд булмағандар араһындағы илсе булараҡ, үҙ хеҙмәтемде ихтирам итәм.


Барлыҡ халыҡтар Уның исеме хаҡына Аллаға ышанһындар һәм буйһонһындар тип, беҙ Ғайса Мәсих аша мәрхәмәт алдыҡ һәм Уның илсеһе булдыҡ.


Шуның өсөн мин бүтән халыҡтарға иман һәм хәҡиҡәт өйрәтеүсе, вәғәз таратыусы илсе итеп ҡуйылдым. Дөрөҫөн һөйләйем, ялғанламайым.


– Әсәң ҡарынында рәүеш биргәнемә тиклем һине белә инем, Тыуғаныңа тиклем һине Үҙем өсөн һайлап алдым, Ҡәүемдәргә пәйғәмбәр итеп тәғәйенләнем.


Бер ниндәй хәрби хеҙмәткәр ҙә үҙен донъяуи мәшәҡәттәр менән бәйләмәй, ул фәҡәт етәксеһенә ярарға тырыша.


Раббы миңә: «Бар, Мин һине алыҫҡа, башҡа халыҡтар янына ебәрәм», – тине.


Мине һеҙ һайламанығыҙ, ә Мин һеҙҙе һайлап алдым; емеш килтерегеҙ һәм емешегеҙ һәр ваҡыт булып торһон тип, һеҙҙе Мин тәғәйенләп ҡуйҙым. Шулай итеп, Минең исемемдән Атанан нимә генә һораһағыҙ ҙа, Ул һеҙгә бирер.


Мин ошо Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләүсе илсе һәм остаз итеп ҡуйылдым.


Кешеләрҙән дә, әҙәм балаһы аша ла түгел, ә Ғайса Мәсих һәм Уны үленән терелткән Атабыҙ Алла тарафынан һайланған илсе Паулустан,


Әммә хәҙер кем булһам, Алла мәрхәмәте менән мин шул булдым. Ул күрһәткән мәрхәмәт бушҡа китмәне, башҡа илселәрҙең һәммәһенә ҡарағанда ла тырышыбыраҡ хеҙмәт иттем. Хәйер, мин түгел, ә минең менән булған Алла мәрхәмәте хеҙмәт итте.


Бер ваҡыт, улар Раббыға хеҙмәт иткәндә һәм ураҙа тотҡанда, Изге Рух: – Хеҙмәтемде башҡарыу өсөн Үҙем һайлап алған Барнабас менән Шаулды Миңә бирегеҙ, – тине.


Минең арҡала һеҙҙе идарасылар, батшалар алдына алып барырҙар. Был уларға һәм башҡа ҡәүемдәргә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылыуығыҙ өсөн эшләнер.


Улар Бәрәс менән һуғышасаҡ. Бәрәс уларҙы еңәсәк, сөнки Ул – хакимдарҙың Хакимы һәм батшаларҙың Батшаһы. Уның менән бергә булғандар иһә – саҡырылғандар, һайлап алынғандар һәм тоғролар.


Ул: «Ҡурҡма, Паулус! Һин ҡайсар алдына баҫырға тейешһең. Һинең менән булған кешеләрҙең бөтәһенә лә Алла тормош бүләк итә», – тине.


Агриппас Фестусҡа: – Ҡайсарҙың хөкөм итеүен һорамаһа, был кешене азат итергә мөмкин булыр ине, – тине.


Агриппас Фестусҡа: – Ул кешене мин дә тыңларға теләр инем, – тине. – Иртәгә һин уны тыңларһың, – тип яуапланы Фестус.


Паулус уларҙы сәләмләгәндән һуң, үҙенең хеҙмәте арҡылы Алланың башҡа халыҡтар араһында ниҙәр эшләгәнен ентекләп һөйләп бирҙе.


Ләкин Раббы миңә былай тине: – Һин үҙеңде, йәшмен, тип әйтмә! Мин һине кемгә ебәрһәм, шуға барырһың, һиңә нимә бойорһам, шуны һөйләрһең.


Римға килеп өс көн торғандан һуң, Паулус йәһүд башлыҡтарын йыйып алды. Улар килгәс: – Туғандар! Үҙ халҡыбыҙға йәки аталарыбыҙҙың йолаларына ҡаршы һис бер нәмә эшләмәһәм дә, мин Йәрүсәлимдә тотҡон булдым һәм римлылар ҡулына тапшырылдым, – тине. –


«Ата-бабаларыбыҙҙың Аллаһы Үҙ ихтыярын белергә, Хаҡ булғанды күреп, Уның тауышын ишетергә һине алдан билдәләне, – тине Һананиас. –


Агриппас Паулусҡа: – Һиңә үҙеңде яҡлап һөйләргә рөхсәт ителә, – тине. Шунан һуң Паулус ҡулын күтәрҙе лә үҙен яҡлап һөйләй башланы:


Шуға күрә һеҙгә мәғлүм булһын: йәһүд булмаған халыҡтарға Алланың ҡотҡарыуы тураһындағы хәбәр ебәрелгән һәм улар уны тыңлай.


Ғайса Мәсихтең ҡоло, Уның илсеһе булырға саҡырылған, Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен вәғәзләргә һайлап алынған Паулустан сәләм.


Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләйем икән, маҡтанырға бер сәбәбем дә юҡ, сөнки был – минең өсөн мотлаҡ булған вазифа. Әгәр вәғәзләүҙән туҡтаһам, ҡайғы миңә!


Бына шуға күрә мин, Паулус, һеҙҙең, йәғни йәһүд булмағандарҙың хаҡына Ғайса Мәсихтең тотҡоно, Аллаға доға ҡылам.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ