Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 9:13 - Изге Яҙма

13 – Раббым! Мин был кеше хаҡында, уның Йәрүсәлимдә Һинең изге халҡыңа ҡаршы ни тиклем яуызлыҡтар ҡылыуы тураһында күптәрҙән ишеттем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

13 – Раббым! Мин ул кешенең Иерусалимда Һинең изгеләреңә ҡаршы ни тиклем яуызлыҡтар эшләүе тураһында күптәрҙән ишеттем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

13 – Раббым! Мин был кеше хаҡында, уның Йәрүсәлимдә Һинең изге халҡыңа ҡаршы ни тиклем яуызлыҡтар ҡылыуы тураһында күптәрҙән ишеттем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 9:13
31 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Рух мине күтәрҙе лә алып китте. Раббының көслө ҡулы өҫтөмдә булған хәлдә әсенеш һәм асыу менән киттем.


Бына Мин һеҙҙе бүреләр араһына һарыҡтар кеүек ебәрәм. Шуға күрә, йылан һымаҡ зирәк һәм күгәрсендәй эскерһеҙ булығыҙ.


Мин был юлдан барыусыларҙы үлемгә еткергәнгә тиклем эҙәрлекләнем, ир-атты ла, ҡатын-ҡыҙҙы ла бығаулап төрмәләргә ташлаттым.


Ә Шаул имандаштар берҙәмлеген эҙәрлекләне. Өйҙән-өйгә йөрөнө, ир-атты һәм ҡатын-ҡыҙҙы һөйрәп алып сығып, төрмәгә япты.


Шаул элеккесә Раббының шәкерттәренә нәфрәт менән янды, уларға үлем менән янаны. Ул иң баш ҡаһиндан


Уны тыңлағандарҙың барыһы ла хайран ҡалып: – Йәрүсәлимдә шул исемде телгә алыусыларҙы эҙәрләгән әҙәм түгелме һуң был? Бында ла, уларҙы бығаулап, баш ҡаһиндарға тапшырырға тип килмәнеме икән ул? – тиеште.


Петрус иһә, бер ҡаланан икенсеһенә йөрөй торғас, Луддала йәшәүсе иманлылар янына килде.


Петрус, ҡулын һуҙып, уға торорға ярҙам итте. Тол ҡатындарҙы һәм бүтән иманлыларҙы саҡырып, терелгән Табиҫаны уларҙың ҡаршыһына баҫтырҙы.


Рим ҡалаһында йәшәгән һәм Алланың изге халҡы булырға саҡырылған бөтә һөйөклөләренә Атабыҙ Алланан һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтән мәрхәмәт һәм именлек булһын.


Йәһүҙиәләге иманһыҙҙарҙың миңә зыяны теймәһен һәм Йәрүсәлимдәге имандаштар мин алып барған аҡсалата ярҙамды яҡшы ҡабул итһен өсөн доға ҡылығыҙ.


Филологус менән Йүлиәгә, Нәриус менән уның һеңлеһенә, Олумпасҡа һәм улар менән бергә булған бөтөн изгеләргә сәләм.


Уны Раббыныҡы итеп, изгеләргә хас булғанса ҡабул итегеҙ һәм тейешле ярҙам күрһәтегеҙ, сөнки ул күптәрҙе, минең үҙемде лә ҡурсаланы.


Коринҫостағы имандаштар берҙәмлегенә сәләм! Алла һеҙҙе Үҙенең изгеләре булырға саҡырған, һеҙ ҙә Ғайса Мәсихтә Аллаға бағышланғанһығыҙ. Һеҙгә һәм һәр ерҙә лә Раббыбыҙ Ғайса Мәсих исеменә мөрәжәғәт итеүселәрҙең барыһына ла сәләм. Мәсих – уларҙың һәм беҙҙең Раббыбыҙ.


сөнки Алла – тәртипһеҙлек Аллаһы түгел, ә тыныслыҡ Аллаһы. Изгеләрҙең барлыҡ берҙәмлектәрендәге кеүек,


Йәрүсәлимдәге изгеләр өсөн хәйер йыйыуға килгәндә, Галатиялағы берҙәмлектәргә ниндәй күрһәтмәләр бирһәм, һеҙ ҙә шулай эшләгеҙ.


Һеҙҙе намыҫландырыр өсөн әйтәм: арағыҙҙа имандаштар араһындағы бәхәстәрҙе хәл итерлек бер генә аҡыллы кеше лә юҡмы ни?


Алла ихтыяры менән Ғайса Мәсихтең илсеһе Паулустан Эфес ҡалаһындағы Ғайса Мәсихкә тоғро булған изгеләргә


Ғайса Мәсихтең ҡолдары Паулус менән Тимоҫеустан Филиппойҙағы имандаштар берҙәмлегенең етәкселәре һәм ярҙамсыларына, Ғайса Мәсихтәге бар изгеләргә сәләм.


Һеҙҙе бөтә имандаштар, бигерәк тә ҡайсар һарайында хеҙмәт итеүселәр сәләмләй.


Алланың Колоссайҙа йәшәүсе изге халҡына, Ғайса Мәсихтәге тоғро имандаштарыма сәләм. Атабыҙ Алланан мәрхәмәт һәм именлек булһын!


Бөтә етәкселәрегеҙгә һәм Алланың барлыҡ изге халҡына сәләм. Италиялағы имандаштарыбыҙ һеҙҙе сәләмләй.


Һөйөклөләрем! Һеҙгә үҙебеҙҙең уртаҡ ҡотҡарылыуыбыҙ хаҡында яҙырға бик теләһәм дә, Алланың изге халҡына бер тапҡыр һәм ғүмерлеккә бирелгән иманды яҡлап алып ҡалығыҙ, тип үтенеүҙе кәрәк таптым.


– Мин унда нисек барайым? – тине Шемуил. – Шаул ишетеп ҡалһа, мине үлтерәсәк бит. – Үҙең менән бер орғасы башмаҡ ал. Раббыға ҡорбан салырға килдем, тип әйтерһең, – тине Раббы. –


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ