Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 8:1 - Изге Яҙма

1 Шаул иһә Стефанустың үлтерелеүен хуп күрҙе. Шул көндән Йәрүсәлимдәге имандаштар берҙәмлеген ныҡлап эҙәрлекләргә тотондолар һәм илселәрҙән башҡа барыһы ла Йәһүҙиә менән Самария буйлап таралдылар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

1 Савл иһә Стефандың үлтерелеүен хупланы. Шул көндә Иерусалимдағы имандаштар берҙәмлектәрен ныҡ эҙәрлекләй башланылар һәм илселәрҙән башҡалар бөтөнөһө Йәһүҙиәнең һәм Самарияның төрлө урындарына таралдылар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

1 Шаул иһә Стефанустың үлтерелеүен хуп күрҙе. Шул көндән Йәрүсәлимдәге имандаштар берҙәмлеген ныҡлап эҙәрлекләргә тотондолар һәм илселәрҙән башҡа барыһы ла Йәһүҙиә менән Самария буйлап таралдылар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 8:1
35 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Мин дә уларға хәбәрселәр аша: «Мин мөһим эш менән мәшғүлмен, шуға күрә бара алмайым. Һеҙгә китһәм, эш туҡтап ҡала бит!» – тип яуап ҡайтарҙым.


Даниил, бындай фарман сығарылғанын белә тороп та, өйөнә ҡайтыр һәм, өҫкө ҡатындағы тәҙрәләре Йәрүсәлим яғына ҡараған бүлмәгә инеп, әүәлгесә, көнөнә өс тапҡыр үҙ Аллаһы алдына теҙләнеп, Уға доға ҡылыр, Уны данлар булды.


Батша Даниил өсөн бик шатланды һәм уны соҡорҙан сығарырға ҡушты. Даниилды соҡорҙан сығарҙылар – үҙенең Аллаһына ышанған өсөн уның бер еренә лә зыян килмәгәйне.


Ә башҡалары хеҙмәтселәрҙе тотоп хурлаған һәм үлтергән.


Шуға күрә Мин һеҙгә пәйғәмбәрҙәрҙе, аҡыл эйәләрен һәм ысын ҡанун белгестәрен ебәрәм. Һеҙ уларҙың берәүҙәрен үлтерерһегеҙ, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡларһығыҙ, бүтәндәрен ғибәҙәтханаларҙа ҡамсылатып, ҡаланан ҡалаға ҡыуып йөрөтөрһөгөҙ.


Һеҙ – ерҙең тоҙо. Әгәр тоҙ үҙенең тәмен юғалтһа, уны ҡабат нисек тоҙло итерһегеҙ? Ул инде аяҡ аҫтына сығарып ташлауҙан башҡаға ярамаҫ.


«Хеҙмәтсе үҙенең хужаһынан ҙурыраҡ түгел», – тигән һүҙҙәремде хәтерләгеҙ. Мине эҙәрләгәндәр икән, һеҙҙе лә эҙәрләрҙәр. Минең һүҙемде тотһалар, һеҙҙекен дә тоторҙар.


Һеҙҙе ғибәҙәтханаларҙан айырырҙар. Хатта шундай ваҡыт килер: һеҙҙе үлтергән һәр кем, Аллаға шуның менән хеҙмәт итәм, тип уйлар.


Әммә һеҙ үҙегеҙгә Изге Рух ингәндән һуң ҡөҙрәт алырһығыҙ һәм Йәрүсәлимдә, бөтә Йәһүҙиәлә, Самарияла, хатта донъяның сигенә үк барып етеп, һәр ерҙә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылырһығыҙ.


Антиохиялағы имандаштар берҙәмлегендә пәйғәмбәрҙәр, остаздар бар ине: Барнабас, Шимғон (уны тағы Нигер тип тә атайҙар), Курененан Лукиос, өлкә идарасыһы Һируд менән бергә тәрбиәләнгән Манаен һәм Шаул.


Үҙ мәлендә Алла ихтыярына хеҙмәт иткән Дауыт иһә вафат булды, аталары янына ерләнде. Уның тәне серене.


Һинең хаҡта шаһитлыҡ ҡылыусы Стефанустың ҡаны ҡойолған ваҡытта мин шунда инем. Мин уны үлтереүҙе хупланым, үлтереүселәрҙең кейемдәрен һаҡлап торҙом», – тип яуап бирҙем.


Йәрүсәлимдә шуның менән шөғөлләндем дә: баш ҡаһиндарҙан вәкәләт алып, Ғайсаға эйәргән күптәрҙе төрмәгә яптырҙым, башҡалар уларҙы үлемгә хөкөм иткәндә ризалығымды белдерҙем.


илселәрҙе ҡулға алды һәм дөйөм төрмәгә ябып ҡуйҙы.


– Барығыҙ, Алла йортона инегеҙ ҙә был яңы тормош тураһындағы хәбәрҙе халыҡҡа һөйләгеҙ, – тип, уларҙы сығарып ебәрҙе.


Быны ишеткәс, Юғары кәңәшмә ағзалары ярһып китеп илселәрҙе үлтерергә теләне.


Илселәрҙе саҡырып индерҙеләр ҙә, уларҙы туҡмап, Ғайса исеменән өйрәтмәҫкә бойороп, иреккә сығарҙылар.


Сүлдә йыйылған халыҡ менән дә ул – Муса булған; Синай тауында ата-бабаларыбыҙға фәрештә әйткән һүҙҙәрҙе еткергән. Беҙгә тапшырыу өсөн, йәшәү биреүсе һүҙҙәрҙе ҡабул итеп алған.


Быларҙы ишетеп, Юғары кәңәшмәләгеләр ярһыны, асыуҙан тештәрен шығырҙатты.


Ҡаланан һөйрәп алып сығарып, таш менән бәргесләй башланылар. Ғәйепләүсе яҡтың шаһиттары өҫ кейемдәрен Шаул исемле йәш егет янына һалып торҙо.


Самария халҡының Алла һүҙен ҡабул итеүен ишеткәс, Йәрүсәлимдәге илселәр улар янына Петрус менән Яхъяны ебәрҙе.


Диндар кешеләр Стефанусты ерләне, ҡайғырып ныҡ иланы.


Төрлө яҡҡа һибелгән имандаштар ҡайҙа барһалар, шунда Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп йөрөнө.


Филиппус, Самарияның бер ҡалаһына барып, халыҡҡа Мәсих тураһында бәйән итте.


Бөтә Йәһүҙиә, Галилея һәм Самария имандаштар берҙәмлегендә тыныслыҡ урынлашты, һәм ул нығынды. Раббы ҡаршыһында ҡурҡып йәшәгәнгә һәм Изге Рухтың дәртләндереүе арҡаһында иман юлындағыларҙың һаны арта барҙы.


Алланың бойороғонда, ундай эштәрҙе ҡылған әҙәмдәр үлемгә лайыҡ, тип әйтелгәнен белә тороп, был яманлыҡтарҙы үҙҙәре эшләп кенә ҡалмай, уларҙы ҡылыусыларҙы хуплап-ҡеүәтләп торалар.


Имандаштар, минең менән булған хәлдәрҙең дә Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыуҙа файҙа килтергәнен белеүегеҙҙе теләйем.


Иман арҡаһында Муса Мысырҙан китте. Ул батшаның асыуынан ҡурҡманы. Күҙгә күренмәҫ Алланы күргән кеше һымаҡ, ул сыҙам булды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ