Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 7:52 - Изге Яҙма

52 Ата-бабаларығыҙ эҙәрлекләмәгән берәй пәйғәмбәр ҡалдымы икән? Улар Хаҡ булған Заттың килерен алдан хәбәр иткән кешеләрҙе үлтергән, ә хәҙер һеҙ Уның Үҙенә хыянат иттегеҙ һәм Уны үлтерҙегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

52 Һеҙҙең ата-бабаларығыҙ эҙәрлекләмәгән берәй пәйғәмбәр ҡалдымы икән? Улар Хаҡ булған Заттың килерен алдан хәбәр итеүселәрҙе үлтергән, ә хәҙер һеҙ Уның Үҙенә хыянат иттегеҙ һәм Уны үлтерҙегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

52 Ата-бабаларығыҙ эҙәрлекләмәгән берәй пәйғәмбәр ҡалдымы икән? Улар Хаҡ булған Заттың килерен алдан хәбәр иткән кешеләрҙе үлтергән, ә хәҙер һеҙ Уның Үҙенә хыянат иттегеҙ һәм Уны үлтерҙегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 7:52
32 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Мин Күк ғәскәрҙәре Аллаһы Раббыма ысын күңелдән фиҙаҡәрлек менән хеҙмәт иттем, – тип яуапланы Ильяс. – Әммә Исраил халҡы Һинең менән төҙөшкән килешеүҙән ваз кисте. Улар Һинең ҡорбан усаҡтарыңды емерҙе, пәйғәмбәрҙәреңде ҡылыстан үткәрҙе. Мин бер үҙем ҡалдым. Хәҙер минең дә йәнемде ҡыймаҡ булып эҙәрләйҙәр.


– Күк ғәскәрҙәре Аллаһы Раббыма ысын күңелдән, фиҙаҡәрлек менән хеҙмәт иттем, – тине Ильяс. – Әммә Исраил халҡы Һинең менән төҙөшкән килешеүҙән ваз кисте. Улар Һинең ҡорбан усаҡтарыңды емерҙе, пәйғәмбәрҙәреңде ҡылыстан үткәрҙе. Мин бер үҙем ҡалдым. Хәҙер минең дә йәнемде ҡыймаҡ булып эҙәрләйҙәр.


Ата-бабаларының Аллаһы Раббы уларға әленән-әле илселәрен ебәреп тора, сөнки Ул Үҙ халҡын, Үҙ торлағын бик йәлләй.


Ләкин улар Алла илселәрен мыҫҡыллай, Алла һүҙҙәренә ҡолаҡ та һалмай, пәйғәмбәрҙәрен битәрләй. Раббының Үҙ халҡына асыуы төшкәнгә тиклем шулай дауам итә, ҡотолоу сараһы ҡалмай.


Әммә тора-бара улар буйһонмай башланы, Һиңә ҡаршы фетнә күтәрҙе, ҡануныңды һанға һуҡманы, Һиңә кире ҡайтырға өгөтләгән пәйғәмбәрҙәреңде үлтерҙе, Һине сикһеҙ хурланы.


Улдарығыҙҙы Мин юҡҡа язаланым – Улар киҫәтеүҙе аңламаны. Ҡылысығыҙ, йыртҡыс арыҫландай, Пәйғәмбәрҙәрегеҙҙе үлтерҙе.


уны һуҡтырырға һәм Раббы йортоноң Үрге Бинйәмин ҡапҡаһы янында аяҡтарына ҡалып кейҙереп ултыртып ҡуйырға бойорҙо.


Тик шуны белегеҙ: әгәр ҙә мине үлтерһәгеҙ, һеҙ ҙә, был ҡала ла, унда йәшәүсе кешеләр ҙә гонаһһыҙ ҡанды ҡойоуҙа ғәйепле буласаҡ. Сөнки бөтә ошо һүҙҙәрҙе ҡолағығыҙға төшөрөр өсөн мине ысынлап та һеҙгә Раббы Үҙе ебәрҙе.


Урияһты, Мысырҙан алып ҡайтып, Йеһояҡим батшаға килтерҙеләр. Батша уны ҡылыс менән сабып үлтертте лә мәйетен ябай халыҡтың ҡәберлегенә ырғыттырҙы.


Шатлан, шатлан, эй Сион-ҡыҙ! Йәрүсәлим-ҡыҙ, ҡыуаныслы ауаздар һал! Ҡара, батшаң килә һиңә табан; Ул – тәҡүә, еңеүсе, тыйнаҡ-күндәм, Ишәккә менгән, бала ишәккә.


Шатланығыҙ һәм ҡыуанығыҙ, сөнки күктәрҙә әжерегеҙ ҙур буласаҡ. Һеҙгә тиклем йәшәгән пәйғәмбәрҙәрҙе лә шулай уҡ эҙәрләнеләр.


Шул көндә шатланығыҙ һәм ҡыуаныстан һикерегеҙ, сөнки күктә әжерегеҙ ҙур буласаҡ. Ул кешеләрҙең ата-бабалары ла пәйғәмбәрҙәр менән шулай эшләгән.


ғәҙеллек – Минең Атам янына китеүемдә һәм һеҙҙең Мине бүтәнсә күрмәүегеҙҙә;


Был Кеше Алланың ниәте һәм алдан белеп тороуы менән һеҙҙең ҡарамаҡҡа тапшырылғайны. Һеҙ Уны Алла ҡанунын белмәүселәр ҡулы менән арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатып үлтерҙегеҙ.


«Ата-бабаларыбыҙҙың Аллаһы Үҙ ихтыярын белергә, Хаҡ булғанды күреп, Уның тауышын ишетергә һине алдан билдәләне, – тине Һананиас. –


Алла Үҙ Мәсихенең ғазап сигәсәге тураһында барлыҡ пәйғәмбәрҙәр аша алдан әйткән хәбәрен шулай тормошҡа ашырҙы.


Шемуилдан башлап унан һуңғы бөтә пәйғәмбәрҙәр был көндәр хаҡында алдан хәбәр итте.


һеҙ ҙә, бөтә Исраил халҡы ла белһен: ҡаршығыҙҙа баҫып торған кеше, һеҙ арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатҡан, әммә Алла тарафынан үленән терелтелгән назаралы Ғайса Мәсих исеме менән һауыҡтырылды.


Йәһүдтәр Раббы Ғайсаны ла, пәйғәмбәрҙәрҙе лә үлтерҙе, беҙҙе лә ҡыуып ебәрҙеләр. Улар Аллаға ла ярамай, барса кешеләргә лә ҡаршы.


хыянатсыл, дыуамал, ҡупыҡ, Алланы яратыуға ҡарағанда кәйеф-сафаға нығыраҡ бирелгән,


Улар үҙҙәрендәге Мәсих Рухы Мәсихтең ғазап сигәсәге һәм һуңынан киләсәк шөһрәт тураһында алдан күреп әйткән һүҙҙәрҙең ниндәй хәлдәргә һәм ҡайһы мәлгә күрһәтеүен аңларға тырышҡан.


Балаларым! Мин быларҙы һеҙгә, бүтәнсә гонаһ ҡылмағыҙ, тип яҙам. Әгәр инде берәйһе гонаһ ҡылһа, Ата алдында беҙҙең Яҡлаусыбыҙ бар, Ул – һәр ваҡыт ғәҙел эш итеүсе Ғайса Мәсих.


Шунан һуң мин, баш эйер өсөн, уның аяҡтарына йығылдым, әммә ул миңә былай тине: – Ҡара уны, улай эшләмә! Мин – һинең һәм Ғайса тураһында шаһитлыҡ ҡылған имандаштарыңдың хеҙмәттәше. Аллаға баш эй! Ғайса хаҡындағы шаһитлыҡ Алла хәбәрен иғлан итеүселәрҙе рухландыра.


Филаделфеялағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Ҡулында Дауыт асҡысы булған Изге һәм Хаҡ Зат – Ул асһа, бер кем яба алмаясаҡ, япһа, бер кем аса алмаясаҡ – былай ти:


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ