Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 7:38 - Изге Яҙма

38 Сүлдә йыйылған халыҡ менән дә ул – Муса булған; Синай тауында ата-бабаларыбыҙға фәрештә әйткән һүҙҙәрҙе еткергән. Беҙгә тапшырыу өсөн, йәшәү биреүсе һүҙҙәрҙе ҡабул итеп алған.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

38 Синай тауында фәрештә менән булып, ул әйткән һүҙҙәрҙе сүлдә йыйылған ата-бабаларыбыҙға тап бына ошо Муса еткергән. Беҙгә тапшырыу өсөн, ул йәшәү биреүсе һүҙҙәрҙе ҡабул итеп алған.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

38 Сүлдә йыйылған халыҡ менән дә ул – Муса булған; Синай тауында ата-бабаларыбыҙға фәрештә әйткән һүҙҙәрҙе еткергән. Беҙгә тапшырыу өсөн, йәшәү биреүсе һүҙҙәрҙе ҡабул итеп алған.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 7:38
26 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Улар ғазап сиккән саҡта Ул да ғазапланды. Уның фәрештәһе уларҙы ҡотҡара килде. Һөйөүе һәм мәрхәмәте менән Ул Үҙе йолоп алды. Боронғо замандарҙа гел ҡулына күтәреп йөрөттө.


Ҡанун Муса арҡылы бирелгәйне, ә мәрхәмәт менән хәҡиҡәт Ғайса Мәсих аша килде.


Бары тик Рух ҡына йәшәү бирә, кеше бында көсһөҙ. Минең һеҙгә һөйләгән һүҙҙәрем дә Рухтан килә һәм йәшәү бирә.


Ҡырҡ йылдан һуң, Синай тауынан алыҫ булмаған сүлдә, янып торған күгән ҡыуағы ялҡынында уға бер фәрештә күренгән.


«Һине беҙҙең өҫтән етәксе һәм хөкөмдар итеп кем ҡуйҙы?» – тип исраилдар кире ҡаҡҡан ана шул Мусаны Алла күгән ҡыуағында күренгән фәрештә арҡылы башлыҡ һәм ҡотҡарыусы итеп ебәргән дә инде.


Фәрештәләр аша бирелгән ҡанунды ҡабул итеп алып та, уны үтәмәнегеҙ.


Бөтә яҡлап та өҫтөнлөгө ҙур. Иң элек Алла һүҙе уларға ышанып тапшырылған.


Улар – исраилдар, Алла уларҙы Үҙ балалары итте, уларға Үҙенең шөһрәтен күрһәтте, улар менән килешеүҙәр төҙөнө, ҡанун, ғибәҙәт ҡылыу тәртибен өйрәтте, вәғәҙәләр бирҙе.


Улай булғас, ҡанун ни өсөн бирелгән? Ҡанун, гонаһтарҙы күрһәтеү өсөн, һуңынан бирелгән. Ибраһим тоҡомоноң вәғәҙә тәғәйенләнгән Кешеһе килгәнгә тиклем ҡанун ғәмәлдә булған. Ҡанун фәрештәләр тарафынан аралашсы аша тапшырылған.


Яҡуп нәҫеленә мираҫ итеп, Муса беҙгә ҡанун бирҙе.


Фәрештәләр аша еткерелгән һүҙ дөрөҫкә сыҡты, һәр төрлө енәйәт һәм тыңлауһыҙлыҡ тейешле язаһын алды.


Алла һүҙе тере һәм ҡеүәтле. Ул ике яғы ла үткер әллә ниндәй ҡылыстарҙан да үткерерәк. Ул беҙҙең эсебеҙгә шул тиклем тәрән үтеп инә, хатта йәнде – рухтан, быуындарҙы һөйәк елегенән айыра. Ул күңелдәребеҙҙәге уй-фекерҙәрҙе, ниәттәрҙе хөкөм итә.


Һеҙ күптән инде үҙегеҙ өйрәтеүсе булырға тейеш инегеҙ, әммә һеҙҙе һаман Алла тәғлимәтенең тәү башланғыстарына өйрәтергә кәрәк. Һеҙгә ҡаты ризыҡ түгел, ә һөт кәрәк.


Кемгәлер һөйләү оҫталығы бирелгән икән, Алланан килгән һүҙҙәр менән һөйләһен; кемгәлер хеҙмәт итеү оҫталығы бирелгән икән, Алла биргән көс менән хеҙмәт итһен. Шулай итеп, Ғайса Мәсих аша һәр ниҙә Алланың шөһрәте күтәрелер. Мәсихкә мәңгенән-мәңгегә дан һәм ҡөҙрәт булһын! Амин!


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ