Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 7:35 - Изге Яҙма

35 «Һине беҙҙең өҫтән етәксе һәм хөкөмдар итеп кем ҡуйҙы?» – тип исраилдар кире ҡаҡҡан ана шул Мусаны Алла күгән ҡыуағында күренгән фәрештә арҡылы башлыҡ һәм ҡотҡарыусы итеп ебәргән дә инде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

35 «Һине беҙҙең өҫтән етәксе һәм хөкөмдар итеп кем билдәләне?» – тип израилдәр кире ҡаҡҡан шул уҡ Мусаны Алла күгән ҡыуағында күренгән фәрештә арҡылы башлыҡ һәм азат итеүсе итеп ебәргән дә инде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

35 «Һине беҙҙең өҫтән етәксе һәм хөкөмдар итеп кем ҡуйҙы?» – тип исраилдар кире ҡаҡҡан ана шул Мусаны Алла күгән ҡыуағында күренгән фәрештә арҡылы башлыҡ һәм ҡотҡарыусы итеп ебәргән дә инде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 7:35
32 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Эй Яҡуп Аллаһы! Һинең дәһшәтле ауазыңдан Яу арбаларын йөрөтөүселәр, Аттары менән бергә йығылып, мәңгегә тынды.


Бына Ул ҡаяға һуҡты – һыу атылды, Гөрләүектәр ашып ташты. «Инде Ул халҡына икмәк бирә алырмы? Халҡына ит ашата алырмы?»


Быға тиклем Исраил халҡы алдынан барған Алла фәрештәһе сафтың артына сыҡты. Болот бағанаһы ла алдан артҡа күсте.


Таң алдынан Раббы болот һәм ут бағанаһы араһынан Мысыр ғәскәренә күҙ ташланы һәм уларҙы ҡурҡыуға һалды.


– Кем һине беҙҙең өҫтән түрә һәм хөкөмдар итеп ҡуйҙы? Әллә мине лә, теге мысыр кешеһен үлтергән шикелле, үлтерергә итәһеңме? – тине теге. Муса ҡурҡыуға ҡалды: «Минең нимә эшләгәнем билдәле булғандыр, ахыры», – тип уйланы.


Бар, халыҡты Мин әйткән ергә алып кит. Фәрештәм алдыңдан барыр. Яза көнө килгәс, Мин уларҙы гонаһтарына күрә язалармын.


Алдыңдан Үҙемдең фәрештәмде ебәрәм, ҡәнғәниҙәрҙе, әмөриҙәрҙе, хиттиҙәрҙе, перизиҙәрҙе, хиууиҙәрҙе һәм йевусиҙәрҙе ҡыуып таратам.


Улар ғазап сиккән саҡта Ул да ғазапланды. Уның фәрештәһе уларҙы ҡотҡара килде. Һөйөүе һәм мәрхәмәте менән Ул Үҙе йолоп алды. Боронғо замандарҙа гел ҡулына күтәреп йөрөттө.


Беҙ Раббыға ялбарҙыҡ – Ул ишетте, фәрештәһен ебәрҙе, беҙҙе Мысырҙан алып сыҡты. Бына беҙ хәҙер Ҡадешта, һинең илдең сигендәге ҡалала.


Ә үлгәндәрҙең терелеүенә килгәндә, Муса китабының янып торған күгән ҡыуағы тураһындағы өҙөгөндә Алланың уға: «Мин – Ибраһим Аллаһы, Исхаҡ Аллаһы һәм Яҡуп Аллаһы», тигәнен уҡыманығыҙмы ни?


Халыҡ иһә уны яратмаған һәм: «Беҙ уның батшалыҡ итеүен теләмәйбеҙ», – тип, артынса уҡ илселәр ебәргән.


Шунда барыһы ла: – Уны түгел! Бараббасты! – тип ҡысҡырҙы. Бараббас иһә юлбаҫар ине.


Ә улар: – Олаҡтыр Уны! Олаҡтыр! Арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат! – тип һөрәнләне. – Батшағыҙҙы ҡаҙаҡлатайыммы? – тине Пилатос. Баш ҡаһиндар: – Беҙҙең ҡайсарҙан башҡа батшабыҙ юҡ! – тип яуапланы.


Шулай итеп, бөтә Исраил халҡы аныҡ белһен: Алла һеҙ арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлаған ошо Ғайсаны Хаким һәм Мәсих итте.


Муса: «Аллағыҙ Раббы һеҙгә ҡәрҙәштәрегеҙ араһынан минең кеүек бер Пәйғәмбәр һайлап ҡуйыр. Нимә генә тиһә лә, һеҙ бар нәмәлә Уны тыңларға тейешһегеҙ.


Исраилға тәүбә итеү һәм гонаһтарынан ярлыҡаныу мөмкинлеге биреү өсөн, Алла Уны Юлбашсы һәм Ҡотҡарыусы итеп Үҙенең уң яғына күтәрҙе.


Ҡырҡ йылдан һуң, Синай тауынан алыҫ булмаған сүлдә, янып торған күгән ҡыуағы ялҡынында уға бер фәрештә күренгән.


– Тиҫкәре халыҡ! – тине Стефанус. – Сөннәтте ҡабул итһәгеҙ ҙә, йөрәктәрегеҙ ҙә, ҡолаҡтарығыҙ ҙа бикле! Һеҙ, аталарығыҙ кеүек үк, Изге Рухҡа һәр ваҡыт ҡаршы киләһегеҙ.


Мәсих – күҙгә күренмәгән Алланың һыны һәм Ул Алла яратҡандарҙың бөтәһенән дә алдараҡ булған беренсе ине.


Фәрештәләр аша еткерелгән һүҙ дөрөҫкә сыҡты, һәр төрлө енәйәт һәм тыңлауһыҙлыҡ тейешле язаһын алды.


Улар Алла ҡоло Мусаның һәм Бәрәстең йырын йырлайҙар ине: – Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы Алла! Һинең эштәрең бөйөк һәм ғәжәп. Халыҡтар Батшаһы, Һинең юлдарың ғәҙел һәм хаҡ.


Ләкин ҡайһы бер алама кешеләр: – Шул беҙҙе ҡотҡара алыр тиһеңме? – тип Шаулды һанға һуҡманы һәм уға бүләктәр килтермәне. Әммә Шаул быны ишетмәмешкә һалышты.


Яҡуп Мысырға килгәндән һуң ата-бабаларығыҙ Раббыға ярҙам һорап ялбарҙы. Раббы Муса менән Һарунды ебәрҙе һәм улар ата-бабаларығыҙҙы Мысырҙан алып сығып, ошо ерҙә төйәкләндерҙе.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ