Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 7:10 - Изге Яҙма

10 уны барлыҡ бәләләренән ҡотҡарып торған. Алла, Йософҡа зирәк аҡыл биреп, уға Мысыр батшаһы фирғәүендең яҡшы мөнәсәбәтен яуларға мөмкинлек биргән. Фирғәүен уны тотош Мысырға һәм үҙенең һарайына идарасы итеп ҡуйған.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

10 уны барлыҡ бәләләренән ҡотҡарып торған. Алла, Йософто зирәк аҡыллы итеп, уға Мысыр батшаһы фирғәүендең яҡшы мөнәсәбәтен яуларға мөмкинлек биргән. Фирғәүен иһә уны Мысырға һәм үҙенең һарайына идара итергә тәғәйенләгән.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

10 уны барлыҡ бәләләренән ҡотҡарып торған. Алла, Йософҡа зирәк аҡыл биреп, уға Мысыр батшаһы фирғәүендең яҡшы мөнәсәбәтен яуларға мөмкинлек биргән. Фирғәүен уны тотош Мысырға һәм үҙенең һарайына идарасы итеп ҡуйған.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 7:10
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әммә Раббы бында ла Йософ менән булды, уға рәхмәтен һалды һәм төрмә башлығының күңелендә Йософҡа ҡарата яҡшы мөнәсәбәт уятты.


Ә Мысырҙа Йософ идара итә – иген һатыу менән ул шөғөлләнә ине. Ағалары килеп, уның алдына йөҙтүбән йығылды.


Шунда Йәһүҙә Йософ янына килеп былай тине: – Хакимым! Мин ҡолоңа үҙең менән генә һөйләшергә рөхсәт ит. Мин фәҡиреңә асыуланмаһаң ине, хакимым. Һин үҙең дә фирғәүен менән бер бит!


Бөтә афәттәрҙән мине һаҡлаған фәрештә Ошо йәштәргә лә фатиха бирһен! Исемем, ата-бабам Ибраһим менән Исхаҡ исеме Ошо уландарҙың исемендә дауам итһен. Нәҫелдәре ер йөҙөндә ишәйгәндән-ишәйһен!


Һинең алда ҡылған гонаһтарын, хилаф эштәрен ярлыҡа. Халҡыңды әсир иткәндәрҙең күңелендә шәфҡәт уят, улар халҡыңа мәрхәмәтле булһын.


Кешенең юлы Раббыға хуш булһа, Раббы уны дошмандары менән дә яраштыра.


Сөнки бәндәләргә зиһенде Раббы бирә, белем һәм аҡыл Уның ауыҙынан сыға.


шул саҡ үҙең дә Алла һәм кеше күҙендә мәрхәмәт табып, хөрмәт ҡаҙанырһың.


– Уны үҙ хәстәреңә ал, яҡшы ҡара, бер ниндәй ҙә насарлыҡ ҡылма. Үҙе нисек әйтһә, шулай эшлә.


Раббы мине бөтөн яуызлыҡтарҙан йолоп алыр һәм Үҙенең күктәге Батшалығы өсөн һаҡлар. Уға мәңгенән мәңгегә дан булһын! Амин.


Түҙемлек кисергәндәрҙе беҙ бәхетле тип атайбыҙ. Һеҙ Әйүптең түҙемлеге тураһында ишеттегеҙ, аҙаҡ Раббының уға ҡылған яҡшылығын күрҙегеҙ, сөнки Раббы ғәйәт шәфҡәтле һәм рәхимле.


Мин уға: – Һин беләһең, әфәндем, – тинем. Ул миңә былай тине: – Улар оло ҡайғы-хәсрәт кисереп килгәндәр. Кейемдәрен Бәрәстең ҡаны менән йыуып ағартҡандар.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ