Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 6:3 - Изге Яҙма

3 Шулай булғас, имандаштар, арағыҙҙан Изге Рух һәм зирәк аҡыл менән һуғарылған абруйлы ете кешене һайлап алығыҙ. Ризыҡ бүлеүҙе шуларға тапшырырбыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

3 Шулай булғас, имандаштар, үҙ арағыҙҙан абруйлы исем йөрөткән, Изге Рух менән тулы һәм аҡыл эйәһе булған ете кешене һайлап алығыҙ. Ризыҡ бүлеүҙе шуларға тапшырырбыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

3 Шулай булғас, имандаштар, арағыҙҙан Изге Рух һәм зирәк аҡыл менән һуғарылған абруйлы ете кешене һайлап алығыҙ. Ризыҡ бүлеүҙе шуларға тапшырырбыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 6:3
34 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ә һин халыҡ араһынан һәләтле, Алланан ҡурҡҡан, дөрөҫлөккә хилафлыҡ ҡылмай торған, һатылмаҫ кешеләрҙе һайлап ал да башлыҡ итеп ҡуй: ҡайһыһын – мең башы, ҡайһыһын – йөҙ башы, ҡайһыһын – илле башы, ҡайһыһын ун башы ит.


Ул шулай эшләргә кәрәклеген белә, Сөнки уны Алла өйрәтә.


Хөкөм сығарыусыға Ул ғәҙеллек рухы иңдерер, Ҡала ҡапҡалары алдында Дошманды кире борған яугиргә ҡеүәт бирер.


Ә һеҙ үҙегеҙҙе «остаз» тип атарға рөхсәт итмәгеҙ, сөнки һеҙҙең бер генә Остазығыҙ бар, ә һеҙ – бер-берегеҙгә туған.


Бына нилектән имандаштар араһында: «Ул шәкерт үлмәйәсәк», – тигән һүҙ таралды. Әммә Ғайса «ул үлмәйәсәк» тимәне, бары тик: «Мин яңынан килгәнсе уның йәшәүен теләһәм дә, һинең ни эшең бар?» – тип кенә әйтте.


Шулай бер көн, Петрус иманлылар алдына тороп баҫты. Йыйылышта йөҙ егермегә яҡын кеше бар ине.


Шул сәбәпле, Раббы Ғайса арабыҙҙа саҡта – Яхъя Уны һыуға сумдырған көндән алып яныбыҙҙан күккә алынған көнөнәсә – гел генә үҙебеҙ менән бергә йөрөгән шәкерттәрҙең береһе Уның үленән терелгәнлеге тураһында беҙҙең менән бер рәттән шаһитлыҡ ҡылырға тейеш, – тине Петрус.


– Беҙҙе тәҡүә һәм Алланы ололап йәшәгән, барлыҡ йәһүд халҡында хөрмәт ҡаҙанған йөҙ башы Корнелиус ебәрҙе. Изге фәрештә уға һине үҙенең өйөнә саҡырырға, һинең һөйләгәндәреңде тыңларға бойорҙо, – тинеләр.


Улар аша ошондай йөкмәткеле хат ебәрҙеләр: «Имандаштарығыҙҙан – илселәрҙән, берҙәмлек өлкәндәренән Антиохиялағы, Сүриәләге һәм Киликиялағы бүтән халыҡтарҙан булған имандаштарға сәләм.


Лустралағы һәм Икониондағы имандаштар Тимоҫеусты яҡшы яҡтан ғына телгә алды.


Барыһы ла Изге Рух менән һуғарылып, башҡа телдәрҙә һөйләшә башланы: был һәләтте уларға Алла Рухы бирҙе.


Унда йәһүдтәр араһында хөрмәтле, диндар һәм ҡанунға тоғро Һананиас исемле берәү


Ул ҡалала имандаштарыбыҙҙы осраттыҡ, улар беҙҙең бер аҙнаға үҙҙәре янында ҡалыуыбыҙҙы үтенде. Шулай итеп беҙ Римға килеп еттек.


Шуға ун ике илсе, бөтә шәкерттәрҙе йыйып: – Алла һүҙен вәғәзләүҙе ситкә ҡуйып, ризыҡ бүлеү менән шөғөлләнһәк, дөрөҫ булмаҫ, – тинеләр. –


Был тәҡдим бөтәһенә лә оҡшаны. Иман һәм Изге Рухҡа тулы Стефанусты, шулай уҡ Филиппусты, Прохоросты, Никанорҙы, Тимонды, Парменасты һәм мәжүсилектән йәһүд диненә күскән антиохиялы Николаусты һайлап,


уларҙы илселәр алдына баҫтырҙылар. Илселәр, доға ҡылып, уларҙың баштарына ҡулдарын ҡуйҙы.


Имандаштар был хаҡта белеп ҡалғас, уны Ҡайсареяға оҙаттылар, ә унан Тарсосҡа ебәрҙеләр.


Берәүгә Рух аша – аҡыл һүҙе, икенсеһенә Уның аша белем һүҙе бирелә.


Янығыҙға килгәс, һеҙ һайлап ҡуйған кешеләрҙе, хәйерегеҙҙе тапшырыу өсөн, хат менән Йәрүсәлимгә ебәрермен.


Шарап эсеп иҫермәгеҙ, сөнки ул боҙоҡлоҡҡа килтерә, киреһенсә, Изге Рух менән һуғарылығыҙ.


Һәр ырыуҙан зиһенле, белекле һәм абруйлы ирҙәрҙе һайлап алығыҙ. Мин уларҙы һеҙгә башлыҡ итеп ҡуяйым», – тинем.


ул үҙенең изге эштәре менән билдәле, йәғни балалар тәрбиәләп үҫтергән, ҡунаҡсыллыҡ күрһәткән, имандаштарының аяҡтарын йыуған, ауырлыҡ күргәндәргә ярҙам иткән һәм үҙен һәр төрлө яҡшы эшкә бағышлаған.


Һәр игелекле һәм камил бүләк юғарынан, күк яҡтылыҡтары Атаһынан килә. Уның янында үҙгәреш юҡ һәм яҡтыһы күләгәгә әйләнмәй.


Демитриус хаҡында бөтәһе лә яҡшы һүҙҙәр генә һөйләй, хәҡиҡәт үҙе лә уның яғында. Шулай уҡ беҙ ҙә ошо хаҡта шаһитлыҡ ҡылабыҙ, һәм һин беҙҙең шаһитлығыбыҙҙың дөрөҫ булғанын беләһең.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ