Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 5:36 - Изге Яҙма

36 Күптән түгел бында үҙен бик бөйөк итеп күрһәтергә тырышҡан Теудас тигән берәү пәйҙә булғайны, уға дүрт йөҙгә яҡын кеше эйәрҙе. Әммә, ул үлтерелеү менән, уға эйәреүселәр төркөмө, төрлөһө төрлө яҡҡа тарҡалып, юҡҡа сыҡты.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

36 Бынан элегерәк үҙен бик бөйөк итеп күрһәтергә тырышҡан Февда тигән берәү пәйҙә булғайны, уға дүрт йөҙгә яҡын кеше эйәрҙе. Әммә, ул үлтерелеү менән, уға эйәреүселәр төркөмө тарҡалып юҡҡа сыҡты.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

36 Күптән түгел бында үҙен бик бөйөк итеп күрһәтергә тырышҡан Теудас тигән берәү пәйҙә булғайны, уға дүрт йөҙгә яҡын кеше эйәрҙе. Әммә, ул үлтерелеү менән, уға эйәреүселәр төркөмө, төрлөһө төрлө яҡҡа тарҡалып, юҡҡа сыҡты.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 5:36
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Сөнки ялған мәсихтәр һәм ялған пәйғәмбәрҙәр баш ҡалҡытыр. Улар, әгәр булдыра алһалар, хатта һайлап алынғандарҙы юлдан яҙҙырыу өсөн, иҫ киткес хикмәттәр һәм мөғжизәләр күрһәтер.


Шулай итеп, әгәр һеҙгә: «Ҡарағыҙ, Ул сүлдә», – тиһәләр, унда бармағыҙ, йәки: «Бына Ул, эске бүлмәлә», – тиһәләр, ышанмағыҙ.


Күптәр: «Мин – Мәсих», – тип Минең исемем менән килеп, бик күптәрҙе юлдан яҙҙырыр.


Тимәк, яңыраҡ фетнә күтәреп, дүрт мең юлбаҫарҙы үҙе артынан сүлгә алып сыҡҡан Мысыр кешеһе түгелһең инде?


Илселәр сығып киткәс: – Исраилдар! – тип һүҙ башланы. – Был кешеләр менән ни эшләргә йыйыныуығыҙ тураһында ныҡлы уйлағыҙ.


Шул уҡ ҡалала күпмелер ваҡыт, сихырсылыҡ ҡылып, Самария халҡын хайран ҡалдырған, үҙен бөйөк тип танытырға теләгән Шимғон исемле берәү бар ине.


Абруйлы кешеләр ҙә – ә уларҙың ниндәй булыуы минең өсөн мөһим түгел: Алла кешенең кемлегенә ҡарамай – һөйләгәндәремә ни ҙә булһа өҫтәүемде талап итмәне.


Әгәр ҙә кемдер, үҙе тураһында ысынына ҡарағанда юғарыраҡ фекерҙә булып, үҙен башҡаларҙан өҫтөн ҡуя икән, ул фәҡәт үҙ-үҙен алдай.


Сөнки улар, яңғырауыҡлы буш һүҙҙәр һөйләп, аҙғын теләктәрендә уйнап, яңылышлыҡта йәшәүселәрҙән бына-бына арынып килгәндәрҙе үҙҙәренә ылыҡтыра.


Күптәр уларҙың аҙғынлығына эйәрер, һәм уларҙың шул эштәре арҡаһында хәҡиҡәт юлы хурланыр.


Был әҙәмдәр, яҙмыштарына зарланып, туҡтауһыҙ һуҡрана, аҙғын теләктәре буйынса ғәмәл ҡылып, үҙҙәре тураһында яңғырауыҡлы һүҙҙәр һөйләй һәм үҙ файҙалары хаҡына бүтәндәргә ярамһаҡлана.


Мине Рух солғап алды, һәм фәрештә мине сүллеккә күсерҙе. Унда мин ҡып-ҡыҙыл януар өҫтөндә ултырған ҡатынды күрҙем. Януар ете башлы һәм ун мөгөҙлө ине һәм Алланы хурлаған исемдәр менән ҡапланғайны.


Уның маңлайына «Бөйөк Бабил – ерҙәге фәхишәләрҙең һәм ерәнгес нәмәләрҙең әсәһе» тигән серле исем яҙылғайны.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ