Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 5:14 - Изге Яҙма

14 Бик күп ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ Раббыға инанды, уларҙың һаны артҡандан-арта барҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

14 Бик күп ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ Раббыға инанды һәм уларҙың һаны арта барҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

14 Бик күп ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ Раббыға инанды, уларҙың һаны артҡандан-арта барҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 5:14
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бөтә халыҡҡа, Исраилдың күп һанлы халҡына – ир-аттарға ла, ҡатын-ҡыҙҙарға ла – берәр икмәк, берәр киҫәк ит һәм йөҙөм көлсәһе өләшеп сыҡты. Шунан һәммә халыҡ өйҙәренә таралды.


Ғөзәйер, Алла йорто алдында йөҙтүбән ергә ҡапланып, илай-илай гонаһтарҙы таныған, ярлыҡау һораған сағында, уның янына Исраилдың бик күп халҡы – ирҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар йыйылып китте. Улар ҙа әрнеп-әрнеп илай ине.


Етенсе айҙың беренсе көнөндә ҡаһин Ғөзәйер йыйынға килгән ир-аттар, ҡатын-ҡыҙҙар һәм уҡығанды аңлай алырҙай барыһы алдына ҡанун китабын алып килде.


Теләгәндәрҙең һәммәһе лә – ир-ат та, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа – алтын әйберҙәрен: ҡаптырма, алҡа, йөҙөк, мунсаҡтарын килтерҙе. Улар был алтынды Раббыға һелкетмә ҡорбан булараҡ алып килде.


Минең хаҡта былай тиерҙәр: „Хаҡлыҡ менән ҡеүәт бары тик Раббыла ғына“». Уға ҡаршы асыу һаҡлағандар, Алдына килеп, оятҡа ҡалып торор.


Барнабас Изге Рух һәм иман менән тулы изгелекле кеше ине. Күптәр, Раббыға инанып, иман юлындағылар төркөмөнә ҡушылды.


Уның һүҙҙәрен ҡабул итеүселәр һыуға сумдырылыу йолаһын үтәне һәм шул көндө иманлылар өс меңгә яҡын кешегә тулыланды.


Мин был юлдан барыусыларҙы үлемгә еткергәнгә тиклем эҙәрлекләнем, ир-атты ла, ҡатын-ҡыҙҙы ла бығаулап төрмәләргә ташлаттым.


Тыңлап тороусыларҙың күбеһе илселәр һөйләгән вәғәзгә ышанды, һәм иманға килеүсе ирҙәрҙең һаны биш меңгә етте.


Шулай итеп, Алла һүҙе киң таралды, Йәрүсәлимдә шәкерттәр һаны байтаҡҡа артты, хатта ҡаһиндарҙың да бик күптәре иманға килде.


Әммә, Алла Батшалығы һәм Ғайса Мәсих исеме хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе бәйән иткән Филиппусҡа ышанғас, ирҙәр ҙә, ҡатындар ҙа һыуға сумдырылыу йолаһын үтте.


Ә Шаул имандаштар берҙәмлеген эҙәрлекләне. Өйҙән-өйгә йөрөнө, ир-атты һәм ҡатын-ҡыҙҙы һөйрәп алып сығып, төрмәгә япты.


Дамасктағы ғибәҙәтханаларға хат яҙып биреүен һораны. Унда Раббы юлынан йөрөгән һәр кемде, ир-атмы ул, ҡатын-ҡыҙмы, ҡулға алып, Йәрүсәлимгә алып килергә ниәтләне.


Бөтә Йәһүҙиә, Галилея һәм Самария имандаштар берҙәмлегендә тыныслыҡ урынлашты, һәм ул нығынды. Раббы ҡаршыһында ҡурҡып йәшәгәнгә һәм Изге Рухтың дәртләндереүе арҡаһында иман юлындағыларҙың һаны арта барҙы.


Уның һауыҡҡанын күреп, Лудда һәм Шарондың барса халҡы Раббыға инанды.


Был хәл бөтә Яфо халҡына мәғлүм булды һәм күптәр Раббыға инанды.


Мәсих менән Иблис араһында ниндәй ризалыҡ булыуы мөмкин? Йәки иманлылар менән иманһыҙҙар араһында ниндәй уртаҡлыҡ бар?


Хәҙер йәһүд менән грек, ҡол менән ирекле, ир менән ҡатын араһында айырма юҡ – бөтәгеҙ ҙә Ғайса Мәсихтә берһегеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ