28 Улар Һинең ҡөҙрәтең һәм ихтыярың менән буласағы алдан билдәләнгән эште атҡарҙы.
Һеҙ миңә ҡаршы уйлаған золом Алланың ихтыяры менән яҡшылыҡҡа әүерелде: әле күреп тораһығыҙ, шул арҡала күпме кеше ҡотҡарылды!
Аллала – аҡыл да, ҡөҙрәт тә бар, Нәсихәт тә, ғилем дә бар Унда.
Алла рәхимлеген оноттомо? Асыуланып, шәфҡәтенә юл яптымы?» Села
Раббыға ҡаршы торор аҡыл да, зирәклек тә, кәңәш тә юҡ.
Ант итеп әйтә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы: «Мин нисек ниәтләгәнмен, һис шикһеҙ шулай буласаҡ, Ҡайһылай ҡарар ҡылғанмын, мотлаҡ ғәмәлгә ашасаҡ.
Был ғәжәйеп белем Күк ғәскәрҙәре Раббыһынан килә, Уның кәңәштәре хайран, аҡылы бөйөк!
Быларҙың барыһын электән үк әҙерләгәнемде, Борон замандан уҡ ниәтләгәнемде ишетмәгәйнеңме ни? Нығытмалы ҡалаларҙы емереп, Уларҙы харабаға әйләндереп, Һинең аша ниәтемде әле бойомға ашырҙым.
Раббының Рухына кем юл күрһәткән, Уға кәңәшсе булып кем өйрәткән?
Баштан уҡ ахырҙа ниҙәр булырын һөйләп киләм; Борон замандарҙан алып Ни булырын алдан белдерәм: „Ниәтемде ғәмәл итәм, Нимә теләйем – бойомға ашырам“, – тип әйтеүсе Мин.
Улар: «Тиҙерәк булһын, Эшен йәһәтерәк ғәмәлгә ашырһын, күрәйек. Исраил Изгеһенең ниәте үтәлһен, беләйек», – тиҙәр.
Уның ғазапланыуы Раббыға кәрәк ине, Был михнәттәргә Ул дусар итте. Йәнен ғәйеп ҡорбаны итеп килтерһә, Тоҡомон күрер, ғүмерен оҙайтыр; Раббының ихтыяры уның аша бойомға ашырыласаҡ.
Әҙәм Улы Изге Яҙмала яҙылғандағыса китә. Әммә Әҙәм Улына хыянат итәсәк кешегә ҡайғы! Әгәр ҙә тыумаған булһа, уның өсөн яҡшыраҡ булыр ине.
Әммә ул ваҡытта Изге Яҙмаларҙа, ошолай булырға тейеш, тип яҙылғандар нисек ғәмәлгә ашһын?
Әҙәм Улы алдан билдәләнгән юл менән бара, әммә Уға хыянат итәсәк кешегә ҡайғы!
Был Кеше Алланың ниәте һәм алдан белеп тороуы менән һеҙҙең ҡарамаҡҡа тапшырылғайны. Һеҙ Уны Алла ҡанунын белмәүселәр ҡулы менән арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатып үлтерҙегеҙ.
Алла Үҙ Мәсихенең ғазап сигәсәге тураһында барлыҡ пәйғәмбәрҙәр аша алдан әйткән хәбәрен шулай тормошҡа ашырҙы.
Барыһын да Үҙ ниәте һәм ихтыяры менән эшләүсе Алла, Үҙенең маҡсаты буйынса алдан билдәләп, беҙҙе Мәсихтә Үҙе вәғәҙә иткәнде алыусылар итте.
Шуға күрә Алла, вәғәҙә ителгәнде аласаҡ кешеләргә Үҙ ниәтенең үҙгәрешһеҙ буласағын тағы ла асығыраҡ күрһәтеү өсөн, уны ант итеп раҫлаған.