Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 4:17 - Изге Яҙма

17 Әммә, был хаҡта халыҡ араһында һүҙ ҡуйырмаһын өсөн, әйҙәгеҙ, бынан ары был Кеше исеменән бер кемгә лә һөйләнеп йөрөмәһендәр, тип ҡурҡытып ҡуяйыҡ, – тип үҙ-ара кәңәш ҡорҙолар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

17 Әммә ошо хаҡта халыҡ араһында артыҡ һүҙ таралмаһын өсөн, уларҙы киҫәтәйек: был исем тураһында бер ҡасан да кешеләргә һөйләмәһендәр, – тип үҙ-ара кәңәшләштеләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

17 Әммә, был хаҡта халыҡ араһында һүҙ ҡуйырмаһын өсөн, әйҙәгеҙ, бынан ары был Кеше исеменән бер кемгә лә һөйләнеп йөрөмәһендәр, тип ҡурҡытып ҡуяйыҡ, – тип үҙ-ара кәңәш ҡорҙолар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 4:17
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Түрәләр батшаға: – Был кешене үлтерергә кәрәк, – тине, – сөнки ул, бындай һүҙҙәрҙе һөйләп, Йәрүсәлимдә ҡалған яугирҙәрҙең һәм халыҡтың рухын төшөрә. Был әҙәм халыҡҡа яҡшылыҡ түгел, һәләкәт теләй.


Ә һеҙ нәзирҙәргә шарап эсерҙегеҙ, Пәйғәмбәрҙәргә пәйғәмбәрлек итмәҫкә бойорҙоғоҙ.


– Өсөнсө көнгәсә ҡәберҙе һаҡларға бойороҡ бир, юғиһә, шәкерттәре килеп, Уның кәүҙәһен урлап алып китеүҙәре һәм халыҡҡа: «Ул үленән терелеп торҙо», – тип әйтеүҙәре мөмкин. Был һуңғы ялған беренсеһенән дә яманыраҡ булыр.


Шунда уларҙың күҙҙәре асылды. Ғайса уларҙы: – Ҡарағыҙ уны, был хаҡта һис кем белмәһен, – тип ҡаты киҫәтеп ҡуйҙы.


Улар быларҙың барыһын да Минең исемем хаҡына эшләр, сөнки Мине Ебәргәнде белмәйҙәр.


Юғары кәңәшмә ағзалары, яза бирерлек сәбәп таба алмағас, тағы бер тапҡыр янап, Петрус менән Яхъяны сығарып ебәрҙе. Сөнки булған хәл айҡанлы бөтөн халыҡ Алланы данлай ине.


Алла йорто һаҡсылары башлығы һәм баш ҡаһиндар, быны ишеткәс, тағы ни булыр икән инде, тип аптырашта ҡалды.


– Беҙ һеҙгә ҡәтғи рәүештә был Кеше исеменән өйрәтмәҫкә бойорғайныҡ түгелме? Ә һеҙ үҙегеҙҙең тәғлимәтегеҙҙе бөтә Йәрүсәлимгә тараттығыҙ һәм ул Кешенең үлемендә беҙҙе ғәйепләйһегеҙ, – тине.


Һеҙ ҙә, хужалар, ҡолдарға ҡарата шундай уҡ мөғәмәләлә булығыҙ, янауҙарҙан тыйылығыҙ. Һеҙҙең дә, уларҙың да Хужаһы күктә булыуын беләһегеҙ, ә Уның өсөн бөтөнөһө лә бер тигеҙ.


Раббы һүҙе һеҙҙең аша Македония һәм Ахая өлкәләрендә ишетелде, ул ғына ла түгел, һеҙҙең Аллаға булған иманығыҙ тураһында ла һәр ерҙә билдәле. Шулай булғас, нимәлер һөйләүҙең кәрәге лә юҡ.


Мыҫҡыл ителгән ваҡытта Ул мыҫҡыл менән яуап ҡайтарманы, ғазап сиккәндә янаманы, ә Үҙен ғәҙел Хөкөм итеүсегә тапшырҙы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ