Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 3:23 - Изге Яҙма

23 Ул Пәйғәмбәрҙең әйткәндәрен тыңламаған һәр кем Алла халҡы араһынан юҡ ителәсәк», – тигән бит.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

23 Ул Пәйғәмбәрҙең һүҙен тыңламаған кеше Алла халҡы араһынан юҡ ителәсәк».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

23 Ул Пәйғәмбәрҙең әйткәндәрен тыңламаған һәр кем Алла халҡы араһынан юҡ ителәсәк», – тигән бит.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 3:23
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Был көндө нәфсеһен тыймаған һәр кем халҡы араһынан ҡыуылыр.


Иманға килеп, һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгән кеше ҡотҡарыласаҡ, ә ышанмағандар хөкөм ителәсәк.


Мине кире ҡағып, һүҙемде ҡабул итмәгән кешенең үҙ хөкөмсөһө бар: уны ҡиәмәт көнөндә Мин әйткән һүҙ хөкөм итәсәк.


– Мин һеҙгә: «Гонаһтарығыҙ эсендә үлерһегеҙ», – тинем. Быны әйттем, сөнки, әгәр ҙә һеҙ Минең Шул икәнемә ышанмаһағыҙ, гонаһлы булып үлерһегеҙ.


Уның һүҙҙәрен ҡабул итеүселәр һыуға сумдырылыу йолаһын үтәне һәм шул көндө иманлылар өс меңгә яҡын кешегә тулыланды.


Минең исемемдән һөйләгән пәйғәмбәрҙең әйткәндәрен тыңламағандарҙы Мин Үҙем язалаясаҡмын.


Беҙ имандан сигенеп һәләк булыусыларҙан түгел, беҙ – иманыбыҙға тоғро ҡалған һәм йәнен һаҡлап алып ҡалған кешеләрбеҙ.


Тик һаҡ булығыҙ, үҙегеҙгә Һөйләүсенән ваз кисмәгеҙ. Ул ерҙә һөйләгән сағында кешеләр Уны тыңламаған өсөн язаһыҙ ҡалмаған икән, күктән тороп Киҫәтеүсенән баш тартһаҡ, беҙ инде ҡатыраҡ язаға дусар буласаҡбыҙ.


Әгәр ошондай бөйөк ҡотҡарылыу менән иҫәпләшмәйбеҙ икән, әле килеп язаны нисек урап үтә алырбыҙ? Был ҡотҡарылыу тураһында бит тәүләп Раббы Үҙе асып һалды һәм Уның әйткәндәрен ишеткән кешеләр беҙгә быны раҫланы.


Салынған Бәрәстең тормош китабына донъя яратылғанға тиклем исемдәре яҙылмаған ерҙә йәшәгәндәрҙең һәммәһе лә ошо януарға баш эйәсәк.


Исеме тормош китабында табылмаған һәр кем шул утлы күлгә ырғытылды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ