Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 28:3 - Изге Яҙма

3 Паулус үҙе йыйып килтергән бер ҡосаҡ сыбыҡ-сабыҡты усаҡҡа ташлап торғанда, уттан атылып сыҡҡан зәһәрле йылан уның ҡулына йәбеште.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

3 Павел үҙе йыйып килтергән бер ҡосаҡ сыбыҡ-сабыҡты усаҡҡа һалды, уттан атылып сыҡҡан зәһәрле йылан уның ҡулына йәбешеп ҡалды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

3 Паулус үҙе йыйып килтергән бер ҡосаҡ сыбыҡ-сабыҡты усаҡҡа ташлап торғанда, уттан атылып сыҡҡан зәһәрле йылан уның ҡулына йәбеште.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 28:3
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Зәһәр йыландың ағыуын имер, Ҡара йыландың тешенән үлер.


Негев хайуандары тураһында әүлиәлек. «Инә һәм ата арыҫландар, Ҡара йыландар һәм ҡанатлы йыландар төйәк иткән Ҡырағай һәм ҡурҡыныс ерҙәрҙән уҙырҙар. Байлыҡтарын – ишәктәрҙең арҡаһына, Хазиналарын дөйәләрҙең үркәсенә йөкләп, Үҙҙәренә ярҙам итә алмаҫ халыҡҡа алып барырҙар.


Әммә һеҙ бер ни ҙә түгел, Бер нәмә лә эшләй алмайһығыҙ; Һеҙҙе һайлап алған кеше ерәнгес.


Ҡара йылан күкәйе баҫалар, Үрмәксе ауы үрәләр. Кем ул күкәйҙе ашай, шул үлер, Ярылғанынан ағыулы йылан сығыр.


Кеше арыҫландан ҡасып, Айыуға барып юлыҡҡан кеүек, Өйөнә йүгереп инеп, ҡулын диуарға ҡуйыуға Ҡара йылан саҡҡан кеүек,


Эй һеҙ, ағыулы йылан тоҡомо! Яуыз була тороп, һеҙ нисек яҡшы һүҙ һөйләй алаһығыҙ? Кеше күңелендә нимә йөрөтә, телендә лә шул була.


Һеҙ – йыландар һәм йылан тоҡомо! Йәһәннәмгә хөкөм ителеүҙән нисек ҡасырға уйлайһығыҙ?


Ул, күп кенә фарисейҙарҙың һәм саддукейҙарҙың һыуға сумдырылырға тип килгәнен күреп, уларға былай тине: – Эй һеҙ, ағыулы йылан тоҡомо! Кем һеҙгә Алланың яҡынлашып килгән асыуынан ҡасып ҡала алырһығыҙ тип әйтте?


ҡулдарына йылан алһалар ҙа, ағыулы нәмә эсһәләр ҙә, зарар күрмәҫтәр; ауырыу кешеләргә ҡулдарын ҡуйһалар, улар һауығыр.


Утрау кешеләре беҙгә ғәҙәттән тыш ҡунаҡсыллыҡ күрһәтте. Ямғыр яуа башлап, һалҡын булғанлыҡтан, улар усаҡ яғып ебәрҙе һәм бөтәбеҙҙе лә усаҡ янына саҡырҙылар.


Утрау кешеләре, уның ҡулында аҫылынып торған йыланды күреп, бер-береһенә: – Был әҙәм – һис шикһеҙ кеше үлтереүсе. Диңгеҙҙән ҡотолһа ла, ғәҙеллек алиһәһе уны иҫән ҡалдырманы, – тиештеләр.


Мәсих хеҙмәтселәреме? Әйткәнем аҡылһыҙлыҡ булып яңғыраһа ла, әйтәм: мин уларҙан артығыраҡ. Күпкә ауырыраҡ эштәр башҡарҙым, төрмәләргә лә йыш ябылдым, туҡмалыуҙарымдың иҫәбе юҡ һәм үлем хәлендә лә күп мәртәбәләр булдым.


билдәһеҙ тип һанаһалар ҙа, танылғанбыҙ; һәр саҡ үлем янаһа ла, күреүегеҙсә, теребеҙ; яза бирһәләр ҙә, үлтерелмәгәнбеҙ;


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ