Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 27:20 - Изге Яҙма

20 Әллә нисә көндәр буйына ҡояш та, йондоҙҙар ҙа күренмәне, ә дауыл ҡотороуын дауам итте. Ҡотолоуға бөтә өмөтөбөҙҙө юғалттыҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

20 Күп көндәр ҡояш та, йондоҙҙар ҙа күренмәгәс, көслө дауыл һаман дауам иткәс, ҡотолоуға бөтә өмөтөбөҙ юғалды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

20 Әллә нисә көндәр буйына ҡояш та, йондоҙҙар ҙа күренмәне, ә дауыл ҡотороуын дауам итте. Ҡотолоуға бөтә өмөтөбөҙҙө юғалттыҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 27:20
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Улар Пеғор Бәғеленә табына башланы, Үлеләргә килтерелгән ҡорбандарҙы ашаны.


Оҙон юлда талсыҡҡан хәлдә лә: „Өмөтөм бөттө!“ – тип әйтмәнең. Көсөңдө туплап, яңынан торҙоң. Шуға ла арыу һиҙмәнең.


Башҡа илаһтар артынан сабып, Аяғың сейләнмәһен, Исраил, Тамағың сарсап кипмәһен! Әммә һин: „Өҙ өмөтөңдө! Мин яттарҙы һөйәм, Улар артынан эйәрәм“, – тинең.


Шунда Ул миңә былай тине: – Эй әҙәм улы, бөтә Исраил халҡы – ошо һөйәктәр ул. Ҡара, улар: «Һөйәктәребеҙ кибеп бөттө, өмөтөбөҙ үлде, киләсәгебеҙ юҡ», – тиҙәр.


Ләкин Раббы көслө ел ебәрҙе, диңгеҙҙә ҡеүәтле дауыл ҡупты. Карап ҡыйралыр сиккә етте.


Шунда уҡ, ул көндәрҙәге афәттән һуң, «Ҡояш ҡарайыр, ай нурын сәсмәҫ, күктән йондоҙҙар ҡойолор һәм күк көстәре тетрәр».


Ә өсөнсө көндө үҙ ҡулдары менән диңгеҙгә карап кәрәк-яраҡтарын ырғыттылар.


Караптағы кешеләр байтаҡтан бирле бер ни ҙә ашамағайны. Паулус улар араһына тороп баҫып: – Дуҫтар! Минең кәңәшемде тотоп, Криттан ҡуҙғалмаҫҡа кәрәк ине, ул ваҡытта был ҡыйынлыҡтар ҙа, юғалтыуҙар ҙа тыумаҫ ине.


Өс тапҡыр таяҡ менән туҡмалдым, бер тапҡыр таш менән бәргесләнеләр, өс тапҡыр карап һәләкәтенә осраным, бер тәүлекте асыҡ диңгеҙ уртаһында үткәрҙем.


Элек һеҙ Мәсихһеҙ, Исраил йәмғиәтендә булмайынса, Алла тарафынан бирелгән вәғәҙәгә нигеҙләнгән килешеүҙән ситләтелеп, донъяла өмөтһөҙ һәм Аллаһыҙ йәшәй инегеҙ.


Имандаштар, һеҙ өмөттәре булмаған башҡа кешеләр кеүек ҡайғырмаһын өсөн, үлем йоҡоһона талғандар тураһында белеүегеҙҙе теләйем.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ