Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 26:29 - Изге Яҙма

29 – Тиҙ генәме, юҡмы, – тине Паулус, – һинең генә түгел, ә бөгөн мине тыңлаусыларҙың бөтәһенең дә минең кеүек булыуҙарын Алланан үтенеп һорайым. Әлбиттә, был бығауҙарҙан тыш.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

29 – Тиҙ генәме, юҡмы, – тине Павел, – һинең генә түгел, ә бөгөн мине тыңлаусыларҙың бөтәһенең дә минең кеүек булыуҙарын Алланан үтенеп һорайым. Әлбиттә, был бығауҙарҙан тыш.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

29 – Тиҙ генәме, юҡмы, – тине Паулус, – һинең генә түгел, ә бөгөн мине тыңлаусыларҙың бөтәһенең дә минең кеүек булыуҙарын Алланан үтенеп һорайым. Әлбиттә, был бығауҙарҙан тыш.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 26:29
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Батша был хәбәрҙән ҡойолоп төштө лә илап ебәрҙе һәм бер туҡтауһыҙ: – Улыҡайым Авшалом! Улыҡайым минең Авшалом! Һин үлгәнсе үҙем генә үлһәмсе, улыҡайым! – тип һамаҡлай-һамаҡлай ҡапҡа башындағы бүлмәгә йүнәлде.


Шул бала хужабикәһенә: – Хакимым Самариялағы пәйғәмбәргә барһа ине. Пәйғәмбәр уны махау сиренән ҡотҡара ала, – тине.


– Раббы ҡулынан Мысырҙа үлгәнебеҙ яҡшыраҡ булыр ине, – тине исраилдар. – Унда ҡаҙан тулы ит алдында ултырыр, икмәкте лә туйғансы ашар инек. Һеҙ беҙҙе был сүлгә бөтә халыҡты астан үлтерер өсөн алып килдегеҙ!


Әгәр әйткәнемә ҡолаҡ һалмаһағыҙ, Күңелемдең иң-иң төпкөлөндә Тәкәбберлегегеҙ өсөн илармын, Күҙемдән әсе йәш йылға булып ағыр, Сөнки Раббының көтөүе Әсирлеккә алып кителә.


– Бирмәҫтәр, – тип яуапланы Йермеяһ. – Раббының минең аша һиңә еткергән һүҙҙәрен тыңла, шул ваҡытта барыһы ла һәйбәт булыр, йәнеңде һаҡлап ҡалырһың.


– Һин мине шулай яҡлашмаҡсы булаһыңмы әллә? – тип һораны унан Муса. – Раббының бөтә халҡы пәйғәмбәр булһын да Раббы уларға Үҙенең Рухын иңдерһен ине лә бит!


Ләкин Мин кешеләрҙең шаһитлығына мохтаж түгел, быларҙы һеҙҙең ҡотолоуығыҙ өсөн һөйләйем.


Һируд Петрусты халыҡ алдына сығарырға теләгән көнгә ҡаршы төндә Петрус ике сылбыр менән бығауланған хәлдә ике һаҡсы уртаһында йоҡлап ята, ә ишек янында ҡарауылсылар һаҡта тора ине.


Ғәскәриҙәр башлығы, яҡыныраҡ килеп, Паулусты ҡулға алды, уны ике сылбыр менән бығауларға әмер бирҙе. – Был кеше кем һәм ул нимә эшләне? – тип һораны ул.


Улар бында байтаҡ ҡына торғанлыҡтан, Фестус батшаға Паулустың эшен тыңларға тәҡдим итте: – Бында Феликс тотҡонлоҡта ҡалдырған бер кеше бар.


Имандаштар, мин ихлас күңелдән Исраил халҡының ҡотолоуын теләйем һәм был турала Аллаға доға ҡылам.


Һеҙ, инде беҙҙең бөтә нәмәбеҙ ҙә бар, байыныҡ, тип уйлайһығыҙ, хатта беҙҙән башҡа батшалыҡ итә башланығыҙ. Һеҙҙең ысынлап та батшалыҡ итеүегеҙҙе бик теләр инем! Ул ваҡытта беҙ ҙә һеҙҙең менән бергә батша булыр инек.


Бөтөнөһөнөң дә минең кеүек булыуҙарын теләр инем. Әммә һәр кемдең Алланан бирелгән һәләте бар: береһенең бер төрлө, икенсеһенең икенсе төрлө.


Бер аҙ аҡылһыҙ кеше кеүек һөйләргә рөхсәт итеп, миңә ҡарата түҙемле булһағыҙ ине! Эйе, миңә ҡарата түҙемле булығыҙ!


Доғаларығыҙҙа минең тотҡонлоҡта ла Һөйөнөслө Хәбәр хаҡына вәкил булып, тейешенсә ҡыйыулыҡ менән вәғәзләй алыуымды һорағыҙ.


Беҙ тик Мәсих тураһында ғына вәғәзләйбеҙ. Һәр кемде Мәсихтә рухи яҡтан өлгөрөп етеп, Алла алдына ҡуйыу өсөн, һәр береһенә булған аҡылыбыҙ менән нәсихәт бирәбеҙ һәм өйрәтәбеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ