Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 26:24 - Изге Яҙма

24 Ул шулай тип үҙен яҡлағанда, Фестус яман ҡысҡырып: – Һин, Паулус, аҡылдан шашҡанһың! Күп белеүең һине аҡылдан яҙҙыра, – тип уны бүлдерҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

24 Ул шулай тип үҙен яҡлағанда Фест көслө тауыш менән: – Һин, Павел, аҡылдан шашҡанһың! Ҙур ғилемлек һине аҡылдан яҙҙыра, – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

24 Ул шулай тип үҙен яҡлағанда, Фестус яман ҡысҡырып: – Һин, Паулус, аҡылдан шашҡанһың! Күп белеүең һине аҡылдан яҙҙыра, – тип уны бүлдерҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 26:24
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Йеһу хеҙмәттәштәре янына сыҡты. Араларынан береһе: – Имен-аманмы? Был тиленең һиндә ниндәй йомошо бар? – тип һораны. – Уның кем икәнен, нимәләр һөйләй алғанын һеҙ үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ, – тине Йеһу.


Раббы Үҙенең ҡорамына яуаплы булараҡ Йеһоядағ урынына һине ҡаһин итеп ҡуйҙы. Үҙен пәйғәмбәр тип иғлан иткән һәр тилегә ағас бығау һәм тимер муйынса кейҙерергә тейешле күҙәтсе итте.


Ҡоһор көнө етте, Яза көнө килде – Белһен шуны Исраил! Ғәйебеңдең сикһеҙ күплеге, Дошманлығыңдың ҙурлығы арҡаһында, Пәйғәмбәрҙе – ахмаҡ, Рухлы әҙәмде диуана тип һанайһың.


Был хәлдәрҙе ишеткән туғандары, Ул аҡылдан яҙған икән, тип уйлап, Ғайсаны көс менән алып китергә килделәр.


Йәһүдтәр: – Был Кеше, бер ерҙә лә уҡымаған булһа ла, Яҙмаларҙы ҡайҙан шул тиклем яҡшы белә икән? – тип ғәжәпләнде.


– «Һин – Самария кешеһе, һиңә ен эйәләшкән», тип әйтеүебеҙ дөрөҫ икән, – тине йәһүдтәр.


– Бына хәҙер һиңә ен эйәләшкәненә бер шигебеҙ ҙә ҡалманы, – тине йәһүдтәр. – Ибраһим да, пәйғәмбәрҙәр ҙә үлде, ә һин: «Кем Минең һүҙемде тота, шул бер ҡасан да үлмәйәсәк», – тиһең.


Үлеләрҙең терелеүе тураһында ишеткәс, ҡайһы берәүҙәр көлдө, ә икенселәре: – Был хаҡта һине икенсе юлы тыңларбыҙ, – тине.


– Атайҙар һәм ағай-эне! Үҙемде яҡлап бер нисә һүҙ әйтергә рөхсәт итегеҙ, – тине Паулус.


Паулус тәҡүә булыу, нәфсене тыйыу һәм буласаҡ хөкөм хаҡында һөйләгәндә, Феликс ҡурҡыуға төштө. – Хәҙергә етте, уңайы сыҡҡанда һине саҡырырмын, – тине ул.


Әммә ике йылдан Феликс урынына Поркиос Фестус килде. Әммә Феликс, йәһүдтәргә ярарға тырышып, Паулусты тотҡонлоҡта ҡалдырҙы.


Ғибәҙәтхананан ғибәҙәтханаға йөрөп, йыш ҡына Ғайсаға булған имандарынан баш тартырға мәжбүр итеп, язаланым. Асыуым бик көслө булғанлыҡтан, ундайҙарҙы хатта сит ҡалаларҙа ла эҙәрлекләнем.


Беҙ иһә арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған Мәсихте вәғәзләйбеҙ, был – йәһүдтәр өсөн мыҫҡыллау, башҡаларға – ахмаҡлыҡ,


Беҙ Мәсих хаҡына иҫәргә әйләндек, һеҙ иһә Мәсихтә аҡылға эйә булдығыҙ. Беҙ көсһөҙ, ә һеҙ – ҡеүәтле. Һеҙҙе хөрмәтләйҙәр, ә беҙҙе хурлайҙар.


Әгәр беҙ үҙ аҡылыбыҙҙа түгел икән, был – Алла хаҡына, үҙ аңыбыҙҙа булһаҡ – һеҙҙең хаҡҡа.


Өҫтәүенә, Изге Яҙмаларҙы һин бала саҡтан уҡ беләһең бит, Ғайса Мәсихкә инаныу аша ҡотолорға улар һиңә аҡыл бирер.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ