Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 26:11 - Изге Яҙма

11 Ғибәҙәтхананан ғибәҙәтханаға йөрөп, йыш ҡына Ғайсаға булған имандарынан баш тартырға мәжбүр итеп, язаланым. Асыуым бик көслө булғанлыҡтан, ундайҙарҙы хатта сит ҡалаларҙа ла эҙәрлекләнем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

11 Ғибәҙәтхананан-ғибәҙәтханаға йөрөп, күп тапҡырҙар уларҙы язаланым һәм Ғайсаға булған имандарынан баш тарттырырға тырыштым. Асыуым бик көслө булғанлыҡтан, ундайҙарҙы хатта сит ҡалаларҙа ла эҙәрлекләнем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

11 Ғибәҙәтхананан ғибәҙәтханаға йөрөп, йыш ҡына Ғайсаға булған имандарынан баш тартырға мәжбүр итеп, язаланым. Асыуым бик көслө булғанлыҡтан, ундайҙарҙы хатта сит ҡалаларҙа ла эҙәрлекләнем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 26:11
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы рәхимле һәм мәрхәмәтле, Сикһеҙ түҙемле һәм оло мөхәббәтле.


Ҡояш аҫтында эшләнгән эштәрҙең насар яғы шунда: бөтәһен дә бер үк тәҡдир көтә. Бынан тыш кешеләрҙең күңеле иҫән саҡтарында яуызлыҡ һәм дыуамаллыҡ менән тулы; ә аҙаҡ улар мәрхүмдәр янына китә.


Кешеләрҙән һаҡланығыҙ. Улар һеҙҙе хөкөмгә тапшырыр һәм ғибәҙәтханаларҙа ҡамсылар.


Һеҙ иһә һаҡ булығыҙ: һеҙҙе хөкөмгә тапшырырҙар һәм ғибәҙәтханаларҙа туҡмарҙар. Шаһитлыҡ ҡылыу өсөн, Минең арҡала һеҙҙе идарасылар, батшалар алдына баҫтырырҙар.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: кешеләрҙең гонаһтары ла, көфөр һүҙҙәре лә – бөтәһе лә ғәфү ителер.


Ниһайәт, ул аҡылына килеп: «Атайымдың нисәмә ялсыһы бар, уларҙың бөтәһе лә туйғансы ашай, хатта артып та ҡала, ә мин бында астан үлеп барам.


Әммә быларҙың барыһынан элек һеҙҙе ҡулға алырҙар һәм эҙәрлекләрҙәр, хөкөмгә тапшырыу өсөн ғибәҙәтханаларға алып барырҙар һәм төрмәләргә ултыртырҙар, Минең исемем арҡаһында батшалар һәм идарасылар алдына баҫтырырҙар.


Ҡанун белгестәре менән фарисейҙарҙың асыуы ҡабарҙы, улар, Ғайсаға ҡаршы ни эшләргә икән, тип кәңәш ҡорҙо.


Ә йәһүдтәр, халыҡтың күплегенә көнләшеүҙән эстәре ташып, Паулус әйткәндәргә ҡаршы әрләшә башланы.


Әммә йәһүдтәр уға ҡаршы сығып, яман телләшә башлағас, кейемендәге туҙанды ҡағып: – Һәләкәтегеҙгә үҙегеҙ ғәйепле. Минең намыҫым таҙа, инде башҡа халыҡтар араһына китәм, – тине.


«Раббым! – тинем мин. – Ғибәҙәтхананан-ғибәҙәтханаға йөрөп, Һиңә инанған кешеләрҙе төрмәгә ултыртыуым һәм туҡмауым хаҡында улар белә.


Һүҙҙәремде баш ҡаһин һәм аҡһаҡалдар кәңәшмәһе раҫлай ала. Дамаскта йәшәгән йәһүд туғандарға мин уларҙан хат алдым һәм, шул юлдан барыусыларҙы ҡулға алып, язаға тарттырыр өсөн Йәрүсәлимгә алып килергә тип, Дамаскка йүнәлгәйнем.


Шаул элеккесә Раббының шәкерттәренә нәфрәт менән янды, уларға үлем менән янаны. Ул иң баш ҡаһиндан


Һеҙ йөрөткән Мәсихтең яҡшы исемен шулар хурламаймы ни?


Ә Билғам яҙыҡ эшендә фашлана. Өнһөҙ ишәк, кеше тауышы менән өндәшеп, пәйғәмбәрҙе алйотлоҡтан туҡтата.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ