Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 24:24 - Изге Яҙма

24 Бер нисә көндән Феликс үҙенең йәһүд ҡатыны Друсилла менән килде һәм Паулусты саҡыртып алды. Ул Паулустың Ғайса Мәсихкә инаныуы тураһында һөйләгәнен тыңланы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

24 Бер нисә көндән Феликс үҙенең йәһүд ҡатыны Друзилла менән килде һәм Павелды саҡыртып алды. Ул Павелдың Ғайса Мәсихкә инаныуы тураһында һөйләгәнен тыңланы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

24 Бер нисә көндән Феликс үҙенең йәһүд ҡатыны Друсилла менән килде һәм Паулусты саҡыртып алды. Ул Паулустың Ғайса Мәсихкә инаныуы тураһында һөйләгәнен тыңланы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 24:24
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Тәүбә итеп Аллаға табан боролоуҙың һәм Раббыбыҙ Ғайсаға инаныуҙың зарурлығы тураһында йәһүдтәргә лә, йәһүд булмағандарға ла иғлан иттем.


Шулай ҙа кешеләрҙең ҡанун талаптарын үтәп түгел, ә Ғайса Мәсихкә инаныуыбыҙ аша ғына аҡланғанлығын беләбеҙ. Шуға күрә ҡанун талаптарын үтәү аша түгел, ә Мәсихкә инаныу аша аҡланыу өсөн, Ғайса Мәсихкә инандыҡ. Ҡанун талаптарын үтәү менән бер кем дә аҡлана алмаясаҡ.


Бында Алла бойороғон үтәгән һәм Ғайсаға инанған изге кешеләрҙең сыҙам булыуы кәрәк.


Һөйөклөләрем! Һеҙгә үҙебеҙҙең уртаҡ ҡотҡарылыуыбыҙ хаҡында яҙырға бик теләһәм дә, Алланың изге халҡына бер тапҡыр һәм ғүмерлеккә бирелгән иманды яҡлап алып ҡалығыҙ, тип үтенеүҙе кәрәк таптым.


Ғайсаның Мәсих булыуына инанған һәр кем Алланан тыуған. Атаны яратҡан һәр кем Унан тыуған баланы ла ярата.


Һеҙҙән шуны ғына белгем килә: Алла Рухын ҡанун талаптарын үтәү аша алдығыҙмы, әллә беҙҙән ишеткән Һөйөнөслө Хәбәргә ышаныу ашамы?


Инде мин үҙем түгел, миндә Мәсих йәшәй. Әле хәҙерге тәнемдә йәшәйем икән, мине яратҡан һәм минең өсөн Үҙен ҡорбан иткән Алла Улына иманым арҡаһында йәшәйем.


Ләкин Алланың ярҙамы менән мин бөгөнгө көнгәсә ныҡ торам, олоһонан кесеһенәсә шаһитлыҡ бирәм. Мин пәйғәмбәрҙәр һәм Муса, киләсәктә буласаҡ, тип алдан әйткән хәлдәрҙән тыш бер нәмә лә һөйләмәйем.


– Раббы Ғайсаға инан. Шулай эшләһәң, үҙең дә ҡотолорһоң, өйөңдәгеләр ҙә ҡотолор, – тип яуапланылар уға.


Һируд Ғайсаны күреп ҡыуанып китте, сөнки күптән инде Уны күргеһе килеп йөрөй ине. Сөнки Һируд, Ғайса тураһында ишетеп, Уның үҙенә ниндәй ҙә булһа мөғжизә күрһәтеренә өмөтләнде.


Ул Ғайсаны нисек булһа ла күреп ҡалырға тырышты, ләкин, буйға тәпәш булғанлыҡтан, халыҡ араһынан Уны күрә алманы.


Яхъяның тәҡүә һәм изге кеше булғанын белгәнгә күрә, Һируд унан ҡурҡа һәм ҡурсалай торғайны. Яхъяның һүҙҙәренән ҙур хафаға төшһә лә, уны бик теләп тыңлай ине.


Паулус тәҡүә булыу, нәфсене тыйыу һәм буласаҡ хөкөм хаҡында һөйләгәндә, Феликс ҡурҡыуға төштө. – Хәҙергә етте, уңайы сыҡҡанда һине саҡырырмын, – тине ул.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ