Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 23:11 - Изге Яҙма

11 Киләһе төндә Паулус янына Раббы килде. – Ҡыйыу бул! Йәрүсәлимдә Минең хаҡта нисек шаһитлыҡ ҡылған булһаң, Римда ла шулай шаһитлыҡ бирергә тейешһең, – тине Раббы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

11 Алдағы төндә Павел янына Раббы килде. – Ныҡ бул! Иерусалимда Минең хаҡта нисек шаһитлыҡ ҡылған булһаң, Римда ла шулай шаһитлыҡ бирергә тейешһең, – тине Раббы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

11 Киләһе төндә Паулус янына Раббы килде. – Ҡыйыу бул! Йәрүсәлимдә Минең хаҡта нисек шаһитлыҡ ҡылған булһаң, Римда ла шулай шаһитлыҡ бирергә тейешһең, – тине Раббы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 23:11
27 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ошо ваҡиғаларҙан һуң Паулус Македония һәм Ахая аша Йәрүсәлимгә ҡайтырға ҡарар итте. – Йәрүсәлимдә булғандан һуң мин Римға барырға тейешмен, – тине ул.


Бер ваҡыт төндә Паулусҡа илаһи күренмеш килде. Унда Раббы: – Ҡурҡма! Һөйләүеңде дауам ит, туҡтама.


Раббы иһә янымда булды һәм, Һөйөнөслө Хәбәр минең аша тулыһынса иғлан ителһен һәм бар халыҡтарға ишетелһен өсөн, миңә ҡеүәт бирҙе, арыҫлан ауыҙынан ҡотҡарҙы.


– Тынысланығыҙ, был – Мин, ҡурҡмағыҙ! – тине уларға Ғайса.


Һөҙөмтәлә Мәсих хаҡына тотҡонда булыуым ҡайсар һаҡсыларына ла, башҡаларға ла мәғлүм булды.


Ҡурҡма, сөнки Мин һинең менәнмен; Ҡаушама, сөнки Мин һинең Аллаң. Һиңә ҡеүәт бирермен, ярҙам итермен. Еңеү ҡаҙанған уң ҡулым менән һиңә терәк булырмын.


Бына бер нисә кеше фалиж һуҡҡан берәүҙе, ятҡан түшәге менән күтәреп, Уға килтерҙе. Ғайса, уларҙың ышаныуҙарын күреп, ауырыуға: – Ныҡ бул, улым! Һинең гонаһтарың ғәфү ителде! – тине.


Даръяларҙы аша сыҡҡаныңда – һинең менән булырмын; Йылғаларҙы кискәнеңдә, һыуҙар һине батырмаҫ; Ут эсенән йөрөгәндә янмаҫһың – Ялҡын һине һәләк итмәҫ.


„Эй ер ҡорто булған Яҡуп нәҫеле; Эй Исраил халҡы, ҡурҡма! Мин һиңә ярҙам итермен, – тип белдерә Раббы, – Мин Исраилдың Изгеһе, Һинең Ҡотҡарыусыңмын.


Раббыны күрҙем. Ул миңә: «Ашыҡ, Йәрүсәлимдән йәһәтерәк кит, сөнки бында Минең хаҡтағы шаһитлығыңды ҡабул итмәйәсәктәр», – тине.


Ә хәҙер, Рух ихтыярына буйһоноп, Йәрүсәлимгә барам. Унда мине нимә көткәнен дә белмәйем.


Дауыт Уның тураһында былай тине: «Мин Раббыны һәр ваҡыт алдымда күрәм. Ул уң яғымда торған өсөн мине бер нәмә лә ҡаҡшата алмаҫ.


Мин быны һеҙ Миндә тыныслыҡ тапһын өсөн әйттем. Донъяла һеҙ күп ҡайғылар кисерерһегеҙ, ләкин ҡыйыу булығыҙ: Мин донъяны еңдем!


Мин һеҙҙе етем ҡалдырмам, ҡабат янығыҙға килермен.


һеҙгә ҡушҡандарымдың барыһын да үтәргә өйрәтегеҙ. Шуны белегеҙ: Мин донъя бөткәнгәсә һәр ваҡыт һеҙҙең менән бергә булам.


Баштан уҡ ахырҙа ниҙәр булырын һөйләп киләм; Борон замандарҙан алып Ни булырын алдан белдерәм: „Ниәтемде ғәмәл итәм, Нимә теләйем – бойомға ашырам“, – тип әйтеүсе Мин.


Минең биш туғаным бар, был ғазап сигеү урынына эләкмәһендәр өсөн, уларҙы иҫкәртһен», – тигән.


Һин, бөтәһенә лә күргәндәреңде һәм ишеткәндәреңде һөйләп, Уның тураһында шаһитлыҡ ҡылырһың.


Мин ирекле түгелме ни? Әллә Мәсихтең илсеһе түгелменме? Раббыбыҙ Ғайсаны күрмәнемме йә һеҙ Раббыға хеҙмәт итеүемдең һөҙөмтәһе түгелме?


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ