Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 20:6 - Изге Яҙма

6 Ә беҙ Сөсө икмәк байрамынан һуң Филиппойҙан һыу юлы менән киттек һәм, биш көн тигәндә, Троаста уларға барып ҡушылдыҡ. Беҙ унда ете көн булдыҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

6 Ә беҙ Сөсө күмәс байрамынан һуң Филиптан һыу юлы менән киттек һәм, биш көн тигәндә, улар янына Троадаға барып еттек. Беҙ унда ете көн булдыҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

6 Ә беҙ Сөсө икмәк байрамынан һуң Филиппойҙан һыу юлы менән киттек һәм, биш көн тигәндә, Троаста уларға барып ҡушылдыҡ. Беҙ унда ете көн булдыҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 20:6
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һеҙгә ҡушҡанымса, авив айының тәғәйен көндәрендә ете көн сөсө икмәк ашап, Сөсө икмәк байрамын билдәлә. Сөнки ошо айҙа Мысырҙан сыҡтығыҙ. Бер кем дә Минең хозурыма буш ҡул менән килмәһен.


Мин һеҙгә ҡушҡанса, авив айының тәғәйен ваҡытында ете көн сөсө икмәк ашап, Сөсө икмәк байрамын үткәрегеҙ. Сөнки авив айында Мысырҙан сыҡтығыҙ.


Быға йәһүдтәрҙең ҡәнәғәт ҡалғанын күреп, Петрусты ла ҡулға алды. Был ваҡиға Сөсө икмәк байрамы көндәрендә булды.


Ошо күренмештән һуң, Алла беҙҙе шунда Һөйөнөслө Хәбәрҙе һөйләргә саҡыра, тигән фекергә килеп, шунда уҡ Македонияға китергә булдыҡ.


Унан Македонияның ул өлөшөндәге төп ҡала, Рим колонияһы булған Филиппойға юл тоттоҡ. Беҙ был ҡалала бер нисә көн булдыҡ.


Шулай итеп, улар Мусия аша үтеп, Троас ҡалаһына килде.


Паулус, Асия өлкәһендә тотҡарланмаҫ өсөн, Эфесты ситләтеп уҙырға булды, сөнки ул мөмкинлек булғанда Уңыш байрамы еткәнсе Йәрүсәлимгә барып етергә ашыға ине.


Улар алдан китеп, беҙҙе Троас ҡалаһында көтөп торҙо.


Шәкерттәрҙе эҙләп тапҡандан һуң, яндарында ете көн булдыҡ. Улар, Рухтың иҫкәртеүенән сығып, Паулусты Йәрүсәлимгә бармаҫҡа күндерҙе.


Ә икенсе көндө беҙ Ҡайсареяға килдек һәм Йәрүсәлимдә һайланып алынған ете ярҙамсының береһе, Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыусы Филиппустың өйөндә туҡталдыҡ.


Ул ҡалала имандаштарыбыҙҙы осраттыҡ, улар беҙҙең бер аҙнаға үҙҙәре янында ҡалыуыбыҙҙы үтенде. Шулай итеп беҙ Римға килеп еттек.


Ғайса Мәсихтең ҡолдары Паулус менән Тимоҫеустан Филиппойҙағы имандаштар берҙәмлегенең етәкселәре һәм ярҙамсыларына, Ғайса Мәсихтәге бар изгеләргә сәләм.


Белеүегеҙсә, бынан алда Филиппойҙа ғазаптар сигеп, мәсхәрәләр аша үтһәк тә, Аллабыҙҙан ҡыйыулыҡ алып, ҡаршылыҡтарға бирешмәй, Һөйөнөслө Хәбәрҙе һеҙгә еткерҙек.


Килгән саҡта Троас ҡалаһында Карпостарҙа ҡалдырған сәкмәнемде һәм яҙмаларымды, бигерәк тә күнгә яҙылғандарын, алып кил.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ