Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 20:32 - Изге Яҙма

32 Хәҙер һеҙҙе Алла ҡулына һәм Уның мәрхәмәте тураһындағы һүҙгә тапшырам. Уның һүҙе ышанысығыҙҙы тағы ла нығытырға һәм Үҙенең изге халҡы араһында һеҙгә өлөш бирергә һәләтле.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

32 Хәҙер һеҙҙе Алла ҡулына һәм Уның мәрхәмәтенә тапшырам. Уның һүҙе һеҙҙе тағы ла нығытырға һәм мираҫ аласаҡ барса изге ителгәндәр араһында үҙегеҙгә урын бирергә һәләтле.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

32 Хәҙер һеҙҙе Алла ҡулына һәм Уның мәрхәмәте тураһындағы һүҙгә тапшырам. Уның һүҙе ышанысығыҙҙы тағы ла нығытырға һәм Үҙенең изге халҡы араһында һеҙгә өлөш бирергә һәләтле.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 20:32
37 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бер көндө Йософ туғандарына: – Оҙаҡламай мин үлермен, – тине. – Ләкин бер көн килер: Алла һеҙгә ярҙам итер, һеҙҙе бынан Үҙе Ибраһимға, Исхаҡҡа һәм Яҡупҡа бирергә ант иткән ергә алып китер.


«Мин, Раббы, эсемдән генә былай тигәйнем: Ни тиклем һине Үҙ балаларым араһына ултыртырға, Һиңә гүзәл ерҙе – Ҡәүемдәрҙең ғәжәйеп биләмәһен бирергә теләгәйнем. Миңә „Атай“ тиеп өндәшерһең, Минән айырылмаҫһың, тип уйлағайным.


Етемдәреңде ҡалдыр, эй Эдом, Мин уларҙың ғүмерен һаҡлап ҡалырмын; Тол ҡатындарың да Миңә өмөтләнһен».


Ғайса юлға сыҡҡанда янына бер кеше йүгереп килде лә, Уның алдында тубыҡланып: – Игелекле Остаз, мәңгелек тормошто мираҫ итеп алыр өсөн миңә нимә эшләргә кәрәк? – тип һораны.


Минең еткергән һүҙем аша һеҙ инде таҙарындығыҙ.


Уларҙы Үҙ хәҡиҡәтең менән Үҙеңә бағышла, ә хәҡиҡәт – Һинең һүҙең.


Ул килеп, Алланың бындағы кешеләргә булған мәрхәмәтен күргәс, шатланды һәм бөтәһен дә Раббыға ысын күңелдән тоғро булып ҡалырға өндәне.


Улар һәр берҙәмлеккә өлкәндәр тәғәйенләнеләр һәм, ураҙа тотоп доға ҡылғандан һуң, уларҙы үҙҙәре инанған Раббының ҡулына тапшырҙылар.


Атталеянан һыу юлы менән Антиохияға киттеләр. Ошо ҡалала Паулус менән Барнабас, үҙҙәренә тәғәйенләнгән эште атҡарыу өсөн, Алланың мәрхәмәтенә тапшырылғайны.


Паулус менән Барнабас бында байтаҡ ваҡыт булды. Раббы тураһында ҡыйыу рәүештә вәғәзләнеләр һәм Раббы, Үҙенең мәрхәмәте хаҡындағы хәбәрҙе раҫлап, уларҙың ҡулы менән хикмәтле билдәләр һәм мөғжизәләр ҡылды.


Силасты һайлаған Паулус иһә, имандаштар уны Раббы мәрхәмәтенә тапшырғандан һуң, юлға сыҡты,


Ләкин мин үҙ тормошомдоң ҡәҙере өсөн ҡайғырмайым, тик хеҙмәтемде һәм Раббы Ғайсанан ҡабул итеп алған эште – Алланың мәрхәмәте тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе иғлан итеү вазифаһын теүәлләп ҡуйырға теләйем.


Бөтә Йәһүҙиә, Галилея һәм Самария имандаштар берҙәмлегендә тыныслыҡ урынлашты, һәм ул нығынды. Раббы ҡаршыһында ҡурҡып йәшәгәнгә һәм Изге Рухтың дәртләндереүе арҡаһында иман юлындағыларҙың һаны арта барҙы.


Алла балалары булғас, беҙ Уның вәғәҙә иткәндәренә лә эйә булабыҙ, Мәсих менән бергә был вәғәҙә ителгәндәрҙе уртаҡлашасаҡбыҙ. Мәсих менән бергә михнәт кисерәбеҙ икән, Уның данын да уртаҡлашасаҡбыҙ.


Коринҫостағы имандаштар берҙәмлегенә сәләм! Алла һеҙҙе Үҙенең изгеләре булырға саҡырған, һеҙ ҙә Ғайса Мәсихтә Аллаға бағышланғанһығыҙ. Һеҙгә һәм һәр ерҙә лә Раббыбыҙ Ғайса Мәсих исеменә мөрәжәғәт итеүселәрҙең барыһына ла сәләм. Мәсих – уларҙың һәм беҙҙең Раббыбыҙ.


ҡараҡтар, ҡомһоҙҙар, эскеселәр, яла яғыусылар, алдаҡсылар ҙа – береһе лә Алла батшалығына эйә була алмаясаҡ.


Һеҙҙең ҡайһы берҙәрегеҙ бына шундайҙарҙан ине. Әммә Раббыбыҙ Ғайса Мәсих исеме һәм Аллабыҙ Рухы менән йыуылып таҙарындығыҙ, изгеләндегеҙ һәм аҡландығыҙ.


Яуызлыҡ ҡылыусыларҙың Алла батшалығына эйә була алмаясағын белмәйһегеҙме ни? Алданмағыҙ: аҙғындар ҙа, ялған илаһтарға табынғандар, зина ҡылғандар, енси боҙоҡлоҡтарға бирелгәндәр, ир-ат менән енси мөнәсәбәткә ингән ирҙәр ҙә,


Ә Алла беҙҙе, Үҙенеке булғандарҙы, тулыһынса йолоп алғанға тиклем, Изге Рух – Алланың вәғәҙә ителгәнен алырыбыҙға ышаныслы билдә һәм шуның аша Алланың шөһрәтенә маҡтау булыр.


Уның саҡырыуы һеҙҙә ниндәй өмөт уятҡанын, изгеләргә Алланың вәғәҙә иткән өлөшө ни тиклем мул һәм данлы булыуын беҙҙә, иман тотоусыларҙа, хәрәкәт итеүсе ҡеүәттең сағыштырғыһыҙ бөйөк икәнен таныуығыҙҙы теләп, Ул йөрәктәрегеҙҙе яҡтыртһын өсөн доға ҡылам. Был иң бөйөк ҡеүәт


Алланың изге халҡын хеҙмәт итеүгә әҙерләү, Мәсих тәнен – имандаштар берҙәмлеген – үҫтереү өсөн эшләне Ул быны.


Уның аша тәндең һәр ағзаһы, бер-береһен беркетеүсе быуындар ярҙамында тоташып һәм берләшеп, үҙенә тейешле эш башҡарғанда, бөтөн тән үҫә һәм үҙ-үҙен мөхәббәттә үҫтерә.


Шуны белегеҙ: бер ниндәй аҙғын да, шаҡшы ла, ҡомһоҙ ҙа (ундай кеше ялған илаһтарға табыныусыға тиң) Мәсих һәм Алла батшалығынан өлөш ала алмай.


Яҡтылыҡ батшалығында Алла Үҙенең изге халҡына вәғәҙә иткәндән өлөш алырға һеҙҙе лайыҡлы иткәнгә Атабыҙға ҡыуанып рәхмәт әйтегеҙ.


Унда тамыр йәйегеҙ һәм төпләнегеҙ, үҙегеҙгә өйрәтелгән иман буйынса нығынығыҙ һәм рәхмәтле булыу һеҙҙе солғап алһын.


Раббынан бүләккә Үҙе вәғәҙә иткәндән өлөштө алырығыҙҙы беләһегеҙ, шуға күрә һеҙ Раббы Мәсихкә хеҙмәт итәһегеҙ.


Ул бер ҡорбан менән изге ителеүселәрҙе мәңгегә камил итте.


Төрлө ят тәғлимәттәргә үҙегеҙҙе ситкә тайпылдырырға юл ҡуймағыҙ. Йөрәгегеҙҙе Алланың мәрхәмәте менән нығытыу яҡшы, ә ризыҡ ашау тураһындағы ҡағиҙәләр менән түгел. Был ҡағиҙәләр уларҙы үтәүселәргә файҙа килтермәгән бит.


Кешеләрҙе изге иткән Ғайса ла, изге ителгән әҙәмдәр үҙҙәре лә – бер Атанан. Шуның өсөн Ғайса уларҙы Үҙенең туғандары тип атауҙан оялмай. Ул:


Шуға күрә Мәсих, кешеләрҙе тәүге килешеү ваҡытында ҡылған гонаһтарынан Үҙ үлеме менән ҡотҡарып, Алла тарафынан саҡырылғандар Ул вәғәҙә иткән яҡшылыҡтарға мәңге эйә булһын өсөн, яңы килешеүҙең аралашсыһы булды.


Ғайса Мәсихтең хеҙмәтсеһе, Яҡуптың ҡустыһы Йәһүҙәнән Атабыҙ Алла тарафынан яратып саҡырып алынғандарға, Ғайса Мәсихтең ҡурсалауында булғандарға:


Ә һеҙ, һөйөклөләрем, үҙ тормошоғоҙҙо изгеләрҙән-изге иманығыҙ нигеҙендә ҡороп, йәшәүегеҙҙе дауам итегеҙ, Изге Рух көсө менән доға ҡылығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ