Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 2:46 - Изге Яҙма

46-47 Көн һайын Алла йортонда йыйылдылар, Алланы маҡтап, шат һәм ихлас йөрәктән өйҙәрендә икмәк һындырып, ризыҡты бергәләп ашанылар. Бөтөн халыҡ уларҙы яратты, Раббы иһә ҡотҡарылыусылар һанын көн һайын арттырып торҙо.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

46-47 Көн һайын берҙәм рәүештә Алла Йортонда булдылар, Алланы маҡтап, шат һәм ихлас йөрәктән өйҙәрендә икмәк һындырып, ризыҡты бергәләп ашанылар. Бөтөн халыҡ уларҙы яратты, Раббы иһә ҡотҡарылыусылар һанын көн һайын арттырып торҙо.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

46-47 Көн һайын Алла йортонда йыйылдылар, Алланы маҡтап, шат һәм ихлас йөрәктән өйҙәрендә икмәк һындырып, ризыҡты бергәләп ашанылар. Бөтөн халыҡ уларҙы яратты, Раббы иһә ҡотҡарылыусылар һанын көн һайын арттырып торҙо.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 2:46
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Нөхәмияһ та уларға: – Барығыҙ, һимеҙ ит ашағыҙ, баллы шарап эсегеҙ, ашар-эсеренә әҙерләмәгән кешеләргә өлөш бирегеҙ, сөнки бөйөк Хакимыбыҙ Алла өсөн был көн изге. Ҡайғырмағыҙ, сөнки Раббы биргән ҡыуаныс һеҙҙе ҡеүәтле итә, – тине.


Әйҙә икмәгеңде шат күңел менән аша, шарабыңды ҡыуаныс менән эс: инде Алла һинең ғәмәлдәреңде хуш күрә!


Тәндең яҡтыртҡысы – күҙ. Күҙең һау булһа, бөтә тәнең нурлы булыр.


Һауыт-һабағыҙҙың эсендәген фәҡирҙәргә өләшегеҙ, шул саҡта һеҙҙең өсөн бөтә нәмә пак булыр.


Ашап ултырған саҡта икмәк алып шөкөрана ҡылды ла шәкерттәренә бүлеп бирҙе.


Бынан һуң, Алланы данлап, һәр ваҡыт Алла йортонда булдылар.


Паулус менән Силасты үҙенең өйөнә алып ҡайтып, уларға табын әҙерләне, Аллаға инанғандары өсөн бөтә ғаиләһе менән ҡыуандылар.


Иман юлындағы кешеләр үҙҙәрен илселәрҙең тәғлимәтен өйрәнеүгә, аралашыуға, бергә икмәк бүлешеүгә, доғаға бағышланылар.


Аҙнаның беренсе көнөндә икмәк һындырып ашау йолаһына бергә йыйылдыҡ. Паулус йыйылған халыҡ менән әңгәмә ҡороп ултырҙы һәм, икенсе көндө китергә ниәтләгәнлектән, һөйләшеү төн уртаһына тиклем һуҙылды.


Бер көн, көндөҙгө өстәр тирәһендә, доға ҡылыу ваҡытында, Петрус менән Яхъя Алла йортона килде.


Илселәр, фәрештәне тыңлап, таң менән Алла йортона килде һәм аң-белемгә өйрәтә башланы. Иң баш ҡаһин һәм уның яҡлылар, Исраил халҡының аҡһаҡалдарын саҡырып, Юғары кәңәшмә йыйҙы. Илселәрҙе алып килергә бойорҙолар.


Һәр көн улар Алла йортонда һәм өйҙәрҙә Ғайсаның Мәсих икәнлеге хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе һөйләүҙән һәм өйрәтеүҙән туҡтаманы.


Күңел күтәреү бүләге бирелә икән, күтәрһен, үҙенекен башҡалар менән уртаҡлашһа, эскерһеҙ уртаҡлашһын; етәксе һәләтенә эйә икән, эшендә тырышлыҡ күрһәтһен, шәфҡәткә эйә булһа, шатланып шәфҡәт күрһәтһен.


Беҙ Аллаға рәхмәт белдергән шөкөр туҫтағынан эсәбеҙ. Был һәммәбеҙҙең дә Мәсих ҡанында ҡатнашлығы барлығын аңлатмаймы? Беҙ икмәкте бүлеп алабыҙ һәм ашайбыҙ. Был бөтәбеҙҙең дә Мәсих тәнендә өлөшө барлығын аңлатмаймы ни?


Беҙ шуның менән ғорурланабыҙ һәм быға выжданыбыҙ ҙа шаһит: беҙ был донъяла, бигерәк тә һеҙҙең арала, Алла теләгәнсә, ихлас һәм намыҫ менән эш иттек. Беҙҙе был донъя зирәклеге түгел, ә Алла мәрхәмәте оҙатып йөрөнө.


Әммә хәүефем бар: йылан Һауаны хәйләһе менән алдаған кеүек, һеҙҙең уй-фекерҙәрегеҙ ҙә, Мәсихкә ҡарата ихласлыҡтан һәм сафлыҡтан нисектер тайпылып, боҙолоп ҡуймаһын ине.


Ҡолдар, Мәсихкә буйһонған кеүек, ерҙәге хужаларығыҙға ла ихтирамлы рәүештә һәм ҡурҡыу аша ихлас күңелдән буйһоноғоҙ.


Үҙегеҙ, улдарығыҙ, ҡыҙҙарығыҙ, ир һәм ҡатын-ҡыҙ ҡолдарығыҙ, үҙ өлөшө һәм биләмәһе булмаған һәм ҡалаларығыҙҙа йәшәгән левиҙәр Аллағыҙ Раббы алдында бергәләшеп күңел асығыҙ.


Шул урында, Аллағыҙ Раббының фатихаһы менән эшләп тапҡандарығыҙ өсөн ҡыуанып, Аллағыҙ Раббы алдында ғаиләләрегеҙ менән ашағыҙ һәм күңел асығыҙ.


Аллаң Раббы хозурына килеп ул-ҡыҙҙарығыҙ, ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ ҡолдарығыҙ, һеҙҙең менән бергә йәшәгән левиҙәр, арағыҙҙағы килмешәктәр, етемдәр, тол ҡатындар Аллағыҙ Раббы Үҙ исеме төйәкләнһен өсөн һайлап алған урында бергәләшеп күңел асығыҙ.


Ҡолдар, донъялағы хужаларығыҙға бөтә нәмәлә лә буйһоноғоҙ, ярамһаҡтар кеүек күҙ буяу өсөн генә түгел, ә Алланан ҡурҡып, ысын күңелдән хеҙмәт итегеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ