Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 2:22 - Изге Яҙма

22 – Исраилдар! – тип дауам итте һүҙен Петрус. – Тыңлағыҙ: белеүегеҙсә, Алла һеҙҙең күҙ алдығыҙҙа Ғайса арҡылы ҡөҙрәтле эштәр, мөғжизәләр, хикмәттәр ҡылды һәм шул эштәре менән назаралы Ғайсаның һеҙҙең өсөн билдәләнгән Зат икәнен иҫбат итте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

22 – Израилдәр! – тип дауам итте һүҙен Петр. – Тыңлағыҙ: белеүегеҙсә, Алла һеҙҙең күҙ алдығыҙҙа Ғайса арҡылы ҡөҙрәтле эштәр, мөғжизәләр, хикмәттәр ҡылды һәм шул эштәре менән назаралы Ғайсаның һеҙҙең өсөн билдәләнгән Зат икәнен иҫбат итте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

22 – Исраилдар! – тип дауам итте һүҙен Петрус. – Тыңлағыҙ: белеүегеҙсә, Алла һеҙҙең күҙ алдығыҙҙа Ғайса арҡылы ҡөҙрәтле эштәр, мөғжизәләр, хикмәттәр ҡылды һәм шул эштәре менән назаралы Ғайсаның һеҙҙең өсөн билдәләнгән Зат икәнен иҫбат итте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 2:22
42 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

„Эй ер ҡорто булған Яҡуп нәҫеле; Эй Исраил халҡы, ҡурҡма! Мин һиңә ярҙам итермен, – тип белдерә Раббы, – Мин Исраилдың Изгеһе, Һинең Ҡотҡарыусыңмын.


Әгәр ҙә Мин Алла Рухы менән ендәрҙе ҡыуып сығарам икән, тимәк, һеҙгә Алла Батшалығы килеп етте.


Унда Назара тигән ҡалаға барып урынлашты. Был пәйғәмбәрҙәр аша белдерелгән: «Уны „Назаралы“ тип атарҙар», – тигән һүҙҙәр ғәмәлгә ашһын өсөн булды.


Быны күргән халыҡ ҡурҡыуға ҡалды һәм кешеләргә ошондай вәкәләт биргән Алланы данланы.


Ә инде Мин ендәрҙе Алла көсө менән ҡыуып сығарам икән, тимәк, һеҙгә Алла Батшалығы килеп етте.


– Назаралы Ғайса үтеп бара, – тинеләр уға.


Клеопас исемле берәүһе: – Ошо көндәрҙә Йәрүсәлимдә булған хәл тураһында бында килгәндәрҙән бер Һин генә белмәйһеңдер, – тине.


Филиппус Наҫанаилды эҙләп табып: – Беҙ Муса ҡанунда яҙып ҡалдырған һәм пәйғәмбәрҙәр әйткән Затты таптыҡ! Ул Назаранан, Йософ улы Ғайса, – тине.


Әгәр Атамдың эштәрен башҡармаһам, Миңә ышанмағыҙ.


Шунда баш ҡаһиндар һәм фарисейҙар кәңәшмәгә йыйылды. Улар: – Беҙгә нимә эшләргә? – тиештеләр. – Был Кеше күп мөғжизәләр күрһәтә.


Әлғазарҙы ҡәберҙән сығарып терелткән саҡта Ғайса менән булған кешеләр был хәл тураһында һөйләне.


Башҡа бер кем дә эшләй алмаған эштәрҙе эшләп күрһәтмәгән булһам, улар ғәйепле булмаҫ ине; ә хәҙер, күрһәләр ҙә, барыбер Миңә лә, Атама ла нәфрәтлеләр.


Пилатос ҡушҡанса яҙыу яҙып, арҡысаҡҡа ҡаҡтылар. Унда «Назаралы Ғайса – йәһүдтәр Батшаһы» тип яҙылғайны.


Бер ваҡыт ул төндә Ғайса янына килеп: – Остаз! Беҙ һинең Алла тарафынан ебәрелгән Остаз икәнеңде беләбеҙ. Һин ҡылған мөғжизәләрҙе, Алланың ярҙамы булмаһа, бер кем дә эшләй алмаҫ ине, – тине.


Ғайса уға: – Хикмәттәр һәм мөғжизәләр күрмәһәгеҙ, һеҙ ышанмаясаҡһығыҙ, – тине.


Әммә Минең шаһитлығым Яхъяныҡынан ҙурыраҡ: ул – Атамдың Миңә башҡарырға биргән эштәре. Башҡарған шул эштәрем Минең Атам тарафынан ебәрелеүемде раҫлай.


Ғайса ҡылған мөғжизәне күреп, кешеләр: – Донъяға килергә тейеш булған Пәйғәмбәр ысынлап та Ул икән! – тиеште.


Фани ризыҡты түгел, мәңгелек тормош бирә торған фани булмаған ризыҡты табырға тырышығыҙ. Уны һеҙгә Әҙәм Улы бирәсәк, сөнки Аллабыҙ Ата Әҙәм Улын хуплап, Үҙенең тамғаһын Уға һалды, – тине.


Халыҡ араһында иһә күптәр Уға ышанды. Улар: «Мәсих килгәс, был Кешегә ҡарағанда күберәк мөғжизәләр күрһәтә алырмы икән?» – тиеште.


Әгәр ҙә ул Кеше Алланан булмаһа, бер нәмә лә эшләй алмаҫ ине бит.


Паулус тороп баҫты ла ҡулы менән ишаралап тынлыҡҡа саҡырҙы: – Исраилдар һәм Алланан ҡурҡыусы башҡалар, тыңлағыҙ!


Улар, Антиохияға ҡайтып еткәс, имандаштар берҙәмлеген йыйып, Алланың үҙҙәре аша ниҙәр эшләгәнен, Уның йәһүд булмағандарға иман ишеген асҡанын – бөтәһен дә һөйләп бирҙеләр.


Юғарыла – күктә – мөғжизәләр, ә түбәндә – ерҙә – хикмәттәр күрһәтермен: Ҡан, ут һәм төтөн бағаналары күренер,


Илселәр арҡылы күп мөғжизәләр һәм хикмәттәр күрһәтелеп, һәр кемдең күңелендә ҡурҡыу хисе уянды.


– Исраилдар, ярҙам итегеҙ! Үҙенең өйрәтеүҙәре менән бөтөн ерҙә халҡыбыҙға, ҡанунға һәм был урынға ҡаршы ҡуйған кеше – ошо. Етмәһә, мәжүсиҙәрҙе Алла йортона алып килеп, был изге урынды мәсхәрә итте! – тип ҡысҡырҙылар.


«Һин кем, Әфәнде?» – тип һораным. «Мин – һин эҙәрләгән назаралы Ғайса», – тине Ул.


Беҙ был кешене «йоғошло сир» тип таптыҡ. Ул Назара төркөмөнөң башлығы һәм бөтә донъяла йәшәүсе йәһүдтәр араһында боларыш ҡуптара.


Батшаға былар тураһында билдәле һәм мин уның алдында ҡыйыулыҡ менән бәйән итә алам. Был эштәрҙең батшаның иғтибарынан ситтә ҡалмағанлығына шигем юҡ, сөнки уларҙың береһе лә йәшерен эшләнмәне.


Дөрөҫ, мин үҙем дә назаралы Ғайсаның исеменә ҡаршы мөмкин булғандың барыһын да эшләргә кәрәк, тип уйлай торғайным.


Петрус, быны күргәс, халыҡҡа: – Исраилдар! Ниңә аптырап ҡалдығыҙ? – тине. – Әллә уны үҙ ҡөҙрәтебеҙ йәки диндарлығыбыҙ менән һауыҡтырған тип уйлап беҙгә текәлдегеҙме?


Әммә Петрус: – Минең алтын-көмөшөм юҡ, ләкин нимәм бар, шуны һиңә бирәм. Назаралы Ғайса Мәсих исеменән бойорам: тор ҙа атлап кит! – тип,


һеҙ ҙә, бөтә Исраил халҡы ла белһен: ҡаршығыҙҙа баҫып торған кеше, һеҙ арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатҡан, әммә Алла тарафынан үленән терелтелгән назаралы Ғайса Мәсих исеме менән һауыҡтырылды.


Илселәр сығып киткәс: – Исраилдар! – тип һүҙ башланы. – Был кешеләр менән ни эшләргә йыйыныуығыҙ тураһында ныҡлы уйлағыҙ.


Беҙ уның: «Назаралы Ғайса был Йортто емерәсәк һәм Мусаның беҙгә биргән йолаларын үҙгәртәсәк», – тигәнен ишеттек.


Минең илселек билдәм илаһи билдәләр, мөғжизәләр һәм ҡөҙрәтле эштәр аша арағыҙҙа ҙур ныҡышлыҡ менән күрһәтелде бит инде.


Алла Үҙе лә быны билдәләр, мөғжизәләр һәм төрлө ҡөҙрәтле эштәр ҡылыу һәм Изге Рухтан килгән бүләктәрҙе Үҙ ихтыяры буйынса бүлеп биреү юлы аша иҫбат итте.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ