21 Раббыны исеме менән саҡырғандар барыһы ла ҡотолор».
21 Раббыға мөрәжәғәт иткән һәр кем ҡотолор».
Ә Сион тураһында былай әйтелер: «Шул да унда тыуған, был да, Юғарыларҙан Юғары Үҙе Уны ҡаҡшамаҫ итәлер».
Ул заманда Раббыны исеме менән саҡырғандар барыһы ла ҡотолор, сөнки, Раббы әйткәнсә, Сион тауында һәм Йәрүсәлимдә ҡотолоп иҫән ҡалыусылар һәм улар араһында Раббы Үҙе саҡырғандар булыр.
Шуға күрә барса халыҡтарға барығыҙ һәм уларҙы Минең шәкерттәрем итегеҙ, уларҙы Ата, Улы һәм Изге Рух исеме менән һыуға сумдырығыҙ,
Раббының бөйөк һәм шөһрәтле көнө килерҙән алда ҡояш – ҡараңғылыҡҡа, ай ҡанға әйләнер.
Һуҙылма! Тор ҙа һыуға сумдырылыу йолаһын үт, Раббыға мөрәжәғәт итеп, гонаһтарыңды йыуып төшөр».
– Тура урам тип аталған урамға бар ҙа Йәһүҙә йәшәгән өйгә ин, Шаул исемле Тарсос кешеһен һора. Ул әлеге мәлдә доға ҡыла.
Әммә Раббы уға: – Бар, кит, сөнки Мин был кешене башҡа халыҡтарға, батшаларға һәм Исраил халҡына исемемде танытһын өсөн ҡоралым итеп һайланым.
Коринҫостағы имандаштар берҙәмлегенә сәләм! Алла һеҙҙе Үҙенең изгеләре булырға саҡырған, һеҙ ҙә Ғайса Мәсихтә Аллаға бағышланғанһығыҙ. Һеҙгә һәм һәр ерҙә лә Раббыбыҙ Ғайса Мәсих исеменә мөрәжәғәт итеүселәрҙең барыһына ла сәләм. Мәсих – уларҙың һәм беҙҙең Раббыбыҙ.
Шулай итеп, ярҙам кәрәк булғанда рәхим-шәфҡәт һәм мәрхәмәт табыу өсөн, Алланың мәрхәмәт тәхете янына ҡыйыу барайыҡ.