Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 2:11 - Изге Яҙма

11 крит һәм ғәрәптәр, йәһүдтәр һәм йәһүд диненә күскәндәр ҙә бар. Беҙ уларҙың Алланың ҡөҙрәтле эштәре тураһында үҙебеҙҙең телдәрҙә һөйләгәндәрен ишетәбеҙ!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

11 крит һәм ғәрәбстандар, йәһүдтәр, йәһүд диненә күскәндәр ҙә бар. Беҙ барыбыҙ ҙа Алланың бөйөк эштәре тураһында үҙебеҙҙең телдә һөйләгәндәрен ишетәбеҙ!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

11 крит һәм ғәрәптәр, йәһүдтәр һәм йәһүд диненә күскәндәр ҙә бар. Беҙ уларҙың Алланың ҡөҙрәтле эштәре тураһында үҙебеҙҙең телдәрҙә һөйләгәндәрен ишетәбеҙ!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 2:11
36 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бынан тыш һатыусыларҙан, сауҙагәрҙәрҙән, Ғәрәбстан ерендәге бөтә батшаларҙан, Исраилдың өлкә башлыҡтарынан да килем алынды.


Ҡайһы бер пелештиҙәр Йеһошафатҡа көмөштө бүләккә һәм яһаҡ итеп килтереп тора; ғәрәптәр ваҡ малдан ете мең ете йөҙ баш һарыҡ тәкәһе менән ете мең ете йөҙ баш кәзә тәкәһе алып килә.


Ул пелештиҙәргә, Гур-Бәғелдә йәшәгән ғәрәптәргә һәм мағондарға ҡаршы һуғышҡанда, Алла уға ярҙам итә.


Ғәмәлдәре бөйөк, баш етмәҫлек, Мөғжизәләренең һаны-хисабы юҡ.


Алла Үҙенең мөҡәддәс торлағында былай тине: «Тантана менән Шәхәмде бүлгеләрмен, Суккоҫ үҙәнен үлсәрмен.


Намыҫлыларға хатта ҡараңғылыҡта ла нур ағыла, Мәрхәмәтле, рәхимле һәм ғәҙел әҙәмдәргә яҡтылыҡ сәселә.


Ни йәнебеҙ менән йырлайыҡ һуң Ят тупраҡта Раббыбыҙҙың йырын?


Тауышымды ишет, Раббы, ялбарамын. Шәфҡәтле бул, яуап ҡайтар миңә!


Әйттем: «Йә Раббы, шәфҡәтле бул миңә, Һиңә гонаһ ҡылдым, йәнемә шифа бир».


Батшаның исеме мәңге йәшәһен, Даны ҡояштай ғүмерле булһын, Бар халыҡтар уның аша фатиха алһын, Ҡәүемдәр уны бәхет эйәһе тип атаһын!


Оноттолар Уның ғәмәлдәрен, Уларға күрһәткән мөғжизәләрен.


Күршеләребеҙ алдында мәсхәрәгә төштөк, Бөтә әйләнә-тирәгә көлкө һәм хур булдыҡ.


Мең йыл Һинең күҙ алдыңда Үтеп киткән кисәге көн, Йәки ҡыҫҡа бер төн һымаҡ.


Уның алдынан ут-ялҡын килә, Һәр тарафтағы бөтә дошмандарын яндыра.


Йә Раббы, илаһтар араһында Һинең кеүек кем бар? Мөҡәддәслегендә олпат, данында дәһшәтле, Мөғжизәләр тыуҙырыусы Һинең һымаҡ кем бар?


Унда башҡаса һис кем йәшәмәҫ, Мәңгегә берәү ҙә төйәкләнмәҫ. Ғәрәптәр үҙҙәренең сатырын ҡормаҫ, Көтөүселәр малдарын ялға туҡтатмаҫ.


Ғәрәбстан тураһында әүлиәлек. Ғәрәп шырлыҡтарында ҡунығыҙ, Эй Дедан каруандары!


Йә Раббы! Һин – Аллам минең! Һине ҙурлайым, исемеңде данлайым, Сөнки Һин әүәлдән ниәтләгән ғәжәп эштәреңде Ифрат тоғролоҡ менән ғәмәлгә ашырҙың.


Был ғәжәйеп белем Күк ғәскәрҙәре Раббыһынан килә, Уның кәңәштәре хайран, аҡылы бөйөк!


Ғәрәбстандың батшаларына, сүлдә йәшәгән ҡәбиләләрҙең барлыҡ батшаларына;


Яланғас түбәләргә күтәрелеп ҡара ла күр: Һин фәхешлек итмәгән урын ҡалдымы? Юл ситендә уйнаштарыңды көтөп, һин Сүлдәге юлбаҫар һымаҡ ултырҙың; Фәхешлегең, яуызлығың менән ерҙе нәжесләнең.


Фругияла, Памфулияла, Мысырҙа һәм Ливияның Куренеға яҡын өлөштәрендә һәм Римда йәшәүселәр,


Бөтәһе лә хайран ҡалды һәм, аптырашып, бер-береһенә: – Был нимәне аңлата икән? – тиеште.


Гавань ҡыш сығырға яраҡлы булмағанлыҡтан, диңгеҙселәрҙең күбеһе унан китергә һәм, мөмкин булһа, Криттың көньяҡ-көнбайышы ла, төньяҡ-көнбайыш яғы ла елдән һаҡланыулы Фойникс гаваненә барып, шунда ҡышларға ҡарар ҡылды.


Көньяҡ еле иҫә башлағас, улар, инде теләгебеҙгә өлгәштек тип уйлап, якорь күтәрҙе, һәм беҙ Крит ярын яғалап йөҙөп киттек.


Беҙ, әллә нисә көн буйы әкрен генә йөҙгәндән һуң, ауырлыҡ менән Книдос ҡалаһы тапҡырына килеп еттек. Көслө ел кәрәкле йүнәлештә йөҙөргә ҡамасаулай ине, шуға Салмоне моронон уҙып, Криттың елдән ышыҡ яғына йүнәлдек.


Берәүгә – мөғжизә күрһәтеү, икенсеһенә – пәйғәмбәрлек итеү, ҡайһы береһенә – рухтың ысынлап та Аллананмы икәнен айыра белеү, кемгәлер – бүтән төрлө телдәрҙә һөйләү һәләте, ә кемеһенәлер был телдәрҙә әйтелгәнде аңлата белеү һәләте бирелә.


Алла Үҙ берҙәмлегендә, беренсенән, илселәр, икенсенән, пәйғәмбәрҙәр, өсөнсөнән, өйрәтеүселәр ҡуйған. Артабан ҡайһы берәүҙәргә мөғжизә күрһәтеү һәләте, дауалап-һауыҡтырыу, башҡаларға – ярҙам күрһәтеү, идара итеү һәм бүтән төрлө телдәрҙә һөйләү һәләте бирелгән.


һәм Йәрүсәлимгә, миңә тиклем үк илсе булғандар янына бармайынса, Ғәрәбстанға киттем, унан тағы Дамаск ҡалаһына ҡайттым.


Хәжәр Ғәрәбстандағы Синай тауын аңлата һәм хәҙерге Йәрүсәлимгә тап килә, сөнки хәҙерге Йәрүсәлим – үҙ балалары менән ҡоллоҡта.


Араларынан берәү – үҙҙәренең аҡыл эйәһе: «Крит кешеләре алдаҡсы, яуыз йыртҡыс һәм ялҡау убырҙар», – тигән.


Бойороғома ярашлы, тамамланмаған эштәрҙе тәртипкә килтереү һәм бөтә ҡалаларҙа ла берҙәмлектәргә өлкәндәр тәғәйенләү өсөн, һине Критта ҡалдырҙым.


Алла Үҙе лә быны билдәләр, мөғжизәләр һәм төрлө ҡөҙрәтле эштәр ҡылыу һәм Изге Рухтан килгән бүләктәрҙе Үҙ ихтыяры буйынса бүлеп биреү юлы аша иҫбат итте.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ