Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 19:8 - Изге Яҙма

8 Паулус ғибәҙәтханаға барып, өс ай буйы ҡыйыу рәүештә вәғәзләне, Алла Батшалығы тураһында әңгәмәләр ҡороп, кешеләрҙә ышаныс тыуҙырҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

8 Павел өс ай буйы ғибәҙәтханаға йөрөп, тәүәккәллек менән вәғәзләне, әңгәмәләр ҡороп, кешеләрҙе Алла Батшалығы тураһындағы хәҡиҡәткә ышандырырға тырышты.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

8 Паулус ғибәҙәтханаға барып, өс ай буйы ҡыйыу рәүештә вәғәзләне, Алла Батшалығы тураһында әңгәмәләр ҡороп, кешеләрҙә ышаныс тыуҙырҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 19:8
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ғазап сигеүҙәренән һәм үлгәненән һуң, күп һанлы дәлилдәр ярҙамында Үҙенең тере икәнлеген иҫбат итте. Ул илселәренә ҡырҡ көн буйына күренде һәм Алла Батшалығы тураһында һөйләне.


ә ҡалғандар Пергенан Писидиә өлкәһендәге Антиохияға китте. Шәмбе көндө улар ғибәҙәтханаға инеп ултырҙы.


Паулус менән Барнабас ҡыйыу рәүештә: – Алла һүҙе иң элек һеҙгә иғлан ителергә тейеш ине, – тинеләр. – Әммә һеҙ уны кире ҡағаһығыҙ һәм шуның менән үҙегеҙҙең мәңгелек тормошҡа лайыҡ түгел икәнегеҙҙе күрһәтәһегеҙ. Шунлыҡтан беҙ башҡа халыҡтарға мөрәжәғәт итәбеҙ.


Иконионда Паулус менән Барнабас, ғәҙәттәгесә, йәһүдтәр ғибәҙәтханаһына инде. Уларҙың тәьҫирле итеп һөйләүенән бик күп йәһүдтәр һәм башҡа халыҡ кешеләре Раббыға инанды.


Ул ғибәҙәтханала йәһүдтәр һәм Аллаға хөрмәт күрһәтеүсе бүтән кешеләр менән әңгәмәләр ҡороп ултырҙы, шулай уҡ көн һайын баҙар майҙанында осраған кешеләр менән һөйләште.


Эфесҡа килеп еткәс, Паулус юлдаштарынан айырылып ғибәҙәтханаға барҙы һәм унда йәһүдтәр менән һөйләшеп ултырҙы.


Ул ғибәҙәтханала бик ҡыйыу һөйләй башланы. Прискилла менән Акулас, Аполлостың һөйләгәндәрен ишетеп, уны үҙҙәре янына саҡырып алдылар һәм Алла юлы тураһында тулыраҡ итеп аңлаттылар.


Һәр шәмбе көндө ул ғибәҙәтханала йәһүдтәр һәм гректар менән фекер алышты, уларҙы инандырырға тырышты.


Ошо рәүешле ике йыл дауам итте. Шунлыҡтан Асия өлкәһендә йәшәгән бөтә йәһүдтәр ҙә, йәһүд булмағандар ҙа Раббы тураһындағы хәбәрҙе ишетте.


Унда ун икеләп шәкерт бар ине.


Әммә ҡайһы берәүҙәр, уҫаллашып һәм иманға килеүҙән баш тартып, йыйылған халыҡ алдында Раббының юлын яманланы. Шул сәбәпле Паулус улар янынан китте. Шәкерттәрҙе айырып алып, Тураннус тигән берәүҙең уҡыу йортонда улар менән көн дә әңгәмәләшеп ултырҙы.


Шуға күрә һаҡ булығыҙ, өс йыл буйы һеҙҙең һәр берегеҙгә күҙ йәштәрем аша көнө-төнө биргән нәсихәттәремде хәтерегеҙҙән сығармағыҙ.


Улар осрашырға килеште, һәм билдәләнгән көндө Паулус туҡталған өйҙә тәүҙәгенән дә күберәк кеше йыйылды. Ул иртәнән кискә тиклем Алла Батшалығы хаҡында аңлатты, Ғайса тураһында Муса ҡанунынан һәм пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмаларынан дәлилдәр килтереп, уларҙы ышандырырға тырышты.


Һөйөклөләрем! Һеҙгә үҙебеҙҙең уртаҡ ҡотҡарылыуыбыҙ хаҡында яҙырға бик теләһәм дә, Алланың изге халҡына бер тапҡыр һәм ғүмерлеккә бирелгән иманды яҡлап алып ҡалығыҙ, тип үтенеүҙе кәрәк таптым.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ