Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 19:10 - Изге Яҙма

10 Ошо рәүешле ике йыл дауам итте. Шунлыҡтан Асия өлкәһендә йәшәгән бөтә йәһүдтәр ҙә, йәһүд булмағандар ҙа Раббы тураһындағы хәбәрҙе ишетте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

10 Ике йыл буйы ошолай дауам итте. Шунлыҡтан Асия өлкәһендә йәшәүселәрҙең һәммәһе – йәһүдтәр ҙә, йәһүд булмағандар ҙа Раббы тураһындағы хәбәрҙе ишетте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

10 Ошо рәүешле ике йыл дауам итте. Шунлыҡтан Асия өлкәһендә йәшәгән бөтә йәһүдтәр ҙә, йәһүд булмағандар ҙа Раббы тураһындағы хәбәрҙе ишетте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 19:10
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Өлкә башлығы, был хәлде күреп, Раббы тураһындағы тәғлимәттең ҡөҙрәтенә таң ҡалды һәм Раббыға инанды.


Паулус һәм уның юлдаштары Фругия һәм Галатия ерҙәре аша китте, сөнки Изге Рух уларға Алла һүҙен Асия өлкәһендә һөйләргә рөхсәт итмәне.


Паулус, имандағы кешеләрҙе Алла һүҙенә өйрәтеп, Коринҫоста йыл ярым йәшәне.


Һәр шәмбе көндө ул ғибәҙәтханала йәһүдтәр һәм гректар менән фекер алышты, уларҙы инандырырға тырышты.


Раббы һүҙе бына шундай көс менән таралды һәм нығынды.


Ике ярҙамсыһын, Тимоҫеус менән Әрәстосты Македонияға ебәреп, ул үҙе бер аҙ ваҡытҡа Асия өлкәһендә тотҡарланды.


Паулус ғибәҙәтханаға барып, өс ай буйы ҡыйыу рәүештә вәғәзләне, Алла Батшалығы тураһында әңгәмәләр ҡороп, кешеләрҙә ышаныс тыуҙырҙы.


Арабыҙҙа Пәрҫиә, Мадай, Ғелам кешеләре, Месопотамияла, Йәһүҙиәлә, Каппадукияла, Понтоста, Асия өлкәһендә,


Улар килеп еткәс: – Асия өлкәһенә килгәндең тәүге көндәренән үк һеҙҙең менән булып, нисек йәшәгәнемде үҙегеҙ беләһегеҙ, – тине уларға. –


Шуға күрә һаҡ булығыҙ, өс йыл буйы һеҙҙең һәр берегеҙгә күҙ йәштәрем аша көнө-төнө биргән нәсихәттәремде хәтерегеҙҙән сығармағыҙ.


Шулай бер ваҡыт «Ҡоллоҡтан азат ителгәндәр ғибәҙәтханаһы»ның Курене һәм Искәндәриәнән булған ҡайһы бер ағзалары, шулай уҡ Киликия һәм Асия өлкәләренән булған ҡайһы берәүҙәр Стефанус менән бәхәскә инде,


Һөйөнөслө Хәбәрҙән оялмайым, сөнки ул – уға ышанғандарҙың барыһына ла – иң элек йәһүдкә, унан һуң йәһүд булмағанға ла – ҡотҡарыу алып килгән Алла ҡөҙрәте.


Бында иһә йәһүдтәр менән йәһүд булмағандар араһында айырма юҡ, сөнки бөтәһе өсөн дә Раббы бер үк, Уға үтенеп мөрәжәғәт итеүселәргә Ул йомартлыҡ күрһәтә.


Әммә мин, әллә Исраил халҡы был хәбәрҙе ишетмәнеме икән, тип һорайым. Әлбиттә, ишеткәндәр: «Уларҙың ауаздары бөтөн донъя буйлап үтте, һәм хәбәрҙәре ер сиктәренә олғашты».


Хәҙер йәһүд менән грек, ҡол менән ирекле, ир менән ҡатын араһында айырма юҡ – бөтәгеҙ ҙә Ғайса Мәсихтә берһегеҙ.


Унда инде йәһүд булмағандар һәм йәһүдтәр ҙә, сөннәтлеләр һәм сөннәтһеҙҙәр ҙә, ҡырағайҙар һәм скифтар ҙа, ҡолдар һәм иреклеләр ҙә юҡ – әммә Мәсих һәммәһе лә һәм барыһында ла.


Асия өлкәһендәгеләрҙең бөтөнөһөнөң дә мине ташлап киткәнен беләһең. Фугелос менән Һермогенес та улар араһында.


Ғайса Мәсихтең илсеһе Петрустан Понтоста, Галатияла, Каппадукияла, Асия һәм Биҫуния өлкәләрендә килмешәк булып таралып йәшәгән һайлап алынғандарға сәләм!


– Күргәндәреңдең барыһын да китап итеп яҙып, имандаштарҙың ете берҙәмлегенә ебәр: Эфесҡа ла, Смурнаға ла, Пергамға ла, Түәтейраға ла, Сардисҡа ла, Филаделфеяға ла, Лаодикеяға ла, – тине ул.


Яхъянан Асия өлкәһендәге ете имандаштар берҙәмлегенә: Бар, Булған һәм Киләсәк Заттан, Уның тәхете алдында тороусы ете рухтан


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ