Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 18:6 - Изге Яҙма

6 Әммә йәһүдтәр уға ҡаршы сығып, яман телләшә башлағас, кейемендәге туҙанды ҡағып: – Һәләкәтегеҙгә үҙегеҙ ғәйепле. Минең намыҫым таҙа, инде башҡа халыҡтар араһына китәм, – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

6 Әммә йәһүдтәр уға ҡаршы сығып, яман телләшә башлағас, кейемендәге туҙанды ҡағып: – Һәләкәтегеҙгә үҙегеҙ ғәйепле булырһығыҙ. Минең намыҫым таҙа, инде башҡа халыҡтар араһына китәм, – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

6 Әммә йәһүдтәр уға ҡаршы сығып, яман телләшә башлағас, кейемендәге туҙанды ҡағып: – Һәләкәтегеҙгә үҙегеҙ ғәйепле. Минең намыҫым таҙа, инде башҡа халыҡтар араһына китәм, – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 18:6
37 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Дауыт иһә ғәмәлеккә: – Үлемеңә үҙең ғәйеплеһең, – тине. – «Мин Раббы мәсехләгән кешене үлтерҙем», – тигән ауыҙың шаһитлыҡ ҡылды быға.


Уларҙың ҡаны мәңгелеккә Йоавтың һәм тоҡомоноң башына төшһөн. Ә Дауытҡа һәм тоҡомона, уның ғаиләһенә һәм тәхетенә Раббы мәңгегә именлек бирһен!


Өҫтөмдәге кейемемде һелктем дә әйттем: – Һүҙендә тормаған һәр кешене Алла уның үҙ йортонан, бөтә хужалығынан бына ошолай һелкеп ташлаһын! Әйҙә ул кеше һелкеп ырғытылып буш ҡалһын! Йыйылған бөтә кеше «амин» тип торҙо, Аллаға маҡтау яуҙырҙы. Халыҡ биргән вәғәҙәһен үтәне.


Килем алыр өсөн үтескә аҡса бирһә, Уны арттырып алһа, Бындай кеше тере ҡалырмы? Юҡ, ул тере ҡала алмай! Бөтә был әшәкелектәрҙе ҡылған өсөн Ул һис шикһеҙ үлтерелер. Үлемендә үҙе ғәйепле булыр.


Кем борғо тауышын ишетеп тә, һаҡланыу сараһын күрмәһә һәм ҡылыс килеп уның йәнен ҡыйһа, үлеме өсөн үҙе ғәйепле булыр.


Ә инде күҙәтсе ҡылыстың яҡынлашҡанын күрә тороп та борғо ҡысҡыртмаһа, ул халыҡты иҫкәртмәгән була. Ҡылыс килеп кешеләрҙең йәнен ҡыйһа, улар үҙҙәренең енәйәте өсөн үлтерелгән булыр, әммә уларҙың үлеме өсөн Мин күҙәтсене яуаплы итәсәкмен».


Атаһы менән әсәһен хурлаған кеше үлтерелергә тейеш, сөнки ул атаһы менән әсәһен хурлаған, тимәк, үлемендә үҙе ғәйепле.


Ә берәй йорт йәки ҡала һеҙҙе ҡабул итмәһә, һүҙҙәрегеҙгә ҡолаҡ һалмаһа, унан киткәндә аяҡтарығыҙҙағы туҙанды ҡағып төшөрөгөҙ.


– Уларҙы яуызлыҡтары өсөн ҡот осҡос үлемгә дусар итер һәм баҡсаны башҡа йөҙөм үҫтереүселәргә ҡуртымға бирер. Улары хужаға тейешле өлөштө ваҡытында биреп барыр, – тип яуап ҡайтарҙы баш ҡаһиндар һәм аҡһаҡалдар.


Шуға күрә һеҙгә әйтәм: Алла Батшалығы, һеҙҙән тартып алынып, уның емешен килтергән халыҡҡа биреләсәк.


Хеҙмәтселәр, юлға сығып, осраған бөтә кешене – яманын да, яҡшыһын да алып килгән. Мәжлес бүлмәһе ҡунаҡтар менән тулған.


– Уның ҡаны беҙҙең һәм беҙҙең балаларыбыҙҙың өҫтөндә булһын! – тип яуап бирҙе бөтәһе лә.


Әммә һеҙгә шуны әйтәм: көнсығыштан һәм көнбайыштан күптәр килер, улар Күктәр Батшалығында Ибраһим, Исхаҡ һәм Яҡуп менән бергә табын артында ултырыр.


Бынан башҡа ла Уға күп мәсхәрә һүҙҙәре әйттеләр.


Әгәр ҡабул итмәһәләр, был ҡаланан киткән саҡта, уларға ҡаршы шаһитлыҡ билдәһе итеп, аяҡтарығыҙҙағы туҙанды ҡағып төшөрөгөҙ.


Паулус менән Барнабас иһә, уларға ҡаршылыҡ йөҙөнән, аяҡтарындағы туҙанды ҡағып төшөрҙө һәм Иконион ҡалаһына китте.


Ғибәҙәтхананан ғибәҙәтханаға йөрөп, йыш ҡына Ғайсаға булған имандарынан баш тартырға мәжбүр итеп, язаланым. Асыуым бик көслө булғанлыҡтан, ундайҙарҙы хатта сит ҡалаларҙа ла эҙәрлекләнем.


һәм тәүҙә Дамаск һәм Йәрүсәлим кешеләренә, унан бөтә Йәһүҙиә ерендә йәшәүселәргә һәм йәһүд булмаған башҡа халыҡтарға вәғәз һөйләнем. Мин уларҙы тәүбә итеп Аллаға табан боролорға, тәүбәгә килеүҙәрен күрһәтә торған лайыҡлы эштәр ҡылырға саҡырҙым.


Шуға күрә һеҙгә мәғлүм булһын: йәһүд булмаған халыҡтарға Алланың ҡотҡарыуы тураһындағы хәбәр ебәрелгән һәм улар уны тыңлай.


Алла – йәһүдтәрҙең генә Аллаһымы? Башҡа халыҡтарҙыҡы ла түгелме ни? Әлбиттә, башҡа халыҡтарҙыҡы ла,


Кемгә лә булһа ҡулдарыңды ҡуйырға ашыҡма, башҡаларҙың гонаһлы эштәрендә ҡатнашма. Үҙеңде саф көйө һаҡла.


өйрәтеүҙәргә ҡаршы сығыусыларҙы ипле генә төҙәтергә тейеш. Алла тарафынан, бәлки, уларға ла хәҡиҡәтте танып белеү өсөн тәүбә бирелер,


Әгәр ҙә һеҙҙе Мәсих исеме өсөн мыҫҡыллайҙар икән, һеҙ бәхетле, сөнки шөһрәт Рухы, Алла Рухы – һеҙҙә.


Шуға күрә мәжүсиҙәр, һеҙҙең бүтәнсә үҙҙәре менән бергә шул аҙғынлыҡтарҙа ҡатнашмауығыҙға сәйерһенеп, һеҙҙе яманлай.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ