Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 18:25 - Изге Яҙма

25 Ул Раббы юлына өйрәтелгәйне һәм, Яхъя ҡалдырған һыуға сумдырылыу йолаһын ғына белһә лә, ялҡынлы рух менән Ғайса тураһында ысынын бәйән итте һәм өйрәтте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

25 һәм Раббы юлына өйрәтелгән ине. Яхъя ҡалдырған һыуға сумдырылыу йолаһын ғына белһә лә, ялҡынлы рух менән Раббы тураһында ысынын бәйән итте һәм өйрәтте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

25 Ул Раббы юлына өйрәтелгәйне һәм, Яхъя ҡалдырған һыуға сумдырылыу йолаһын ғына белһә лә, ялҡынлы рух менән Ғайса тураһында ысынын бәйән итте һәм өйрәтте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 18:25
27 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Балаларына һәм үҙенән һуңғы нәҫел-ырыуына дөрөҫлөктө яҡлап, ғәҙел хөкөм ҡылып, Раббы юлынан йөрөргә бойорһон тип, Ибраһимды һайланым. Шул саҡта Мин, Раббы, уға нимә вәғәҙә иткән булһам, шуны үтәрмен.


Ҡорамға артылыусылар йыры. Хәсрәтле сағымда Раббыға ялбарҙым, Ул миңә яуап ҡайтарҙы.


Ҡалҡһын Алла, таралһын дошмандары, Хозурынан ҡасһын Уға асыу тотҡандар!


Оран һалған тауыш яңғырай: «Раббыға сүлдә юл әҙерләгеҙ, Аллабыҙға далала туп-тура юл һалығыҙ!


Раббы былай ти: «„Юлдар сатына баҫып байҡағыҙ. Боронғо юлдарҙы һорашығыҙ, Иң яҡшы юлды һайлап барығыҙ, Шунда йәнегеҙ тыныслыҡ табыр“, – тип әйттем. Тик һеҙ: „Ул юл менән бармайбыҙ“, – тинегеҙ.


Әфраим әйтер: „Боттарҙың миңә ни кәрәге бар?“ Мин яуап ҡайтарырмын, уға ҡарармын: „Мин – мәңге йәшел кипарис һымаҡмын. Һинең бөтә емештәрең – Минән“».


Сүлдә тауыш яңғырай: Раббыға юл әҙерләгеҙ, Уның барыр һуҡмаҡтарын турайтығыҙ!»


Улар килеп: – Остаз, Һинең тура һүҙле булыуыңды һәм бер кемдән дә ҡурҡмауыңды беләбеҙ. Һин бер кемгә лә ярарға тырышмайһың, әммә, дөрөҫлөктән ситкә китмәйенсә, Алла юлына өйрәтәһең. Әйтсе, ҡайсарға һалым түләү дөрөҫмө, әллә юҡмы? Беҙгә түләргәме, юҡмы? – тинеләр.


Был һиңә өйрәтелгән белемдең дөрөҫлөгөн күрһәтер.


Был һүҙҙәрҙе ишеткән бөтә халыҡ, хатта һалым йыйыусылар ҙа, Алланың хаҡ икәнен таныны, сөнки улар Яхъя тарафынан һыуға сумдырылғайны.


– Эй, һин, эсе тулы ялған һәм мәкер, Иблис улы, һәр төрлө хаҡлыҡтың дошманы! Раббының тура юлын боҙоп күрһәтергә тырышыуҙан туҡтайһыңмы, юҡмы? – тине. –


Ҡыҙ Паулус менән беҙҙең артыбыҙҙан: – Был кешеләр – Юғарыларҙан Юғары Алланың ҡолдары, улар һеҙгә ҡотолоу юлын күрһәтә, – тип ҡысҡырып барҙы.


Ул ғибәҙәтханала бик ҡыйыу һөйләй башланы. Прискилла менән Акулас, Аполлостың һөйләгәндәрен ишетеп, уны үҙҙәре янына саҡырып алдылар һәм Алла юлы тураһында тулыраҡ итеп аңлаттылар.


Шул көндәрҙә Раббы юлы арҡаһында ҙур боларыш сыҡты.


– Улай булғас, ниндәй һыуға сумдырылыу йолаһын үттегеҙ һуң? – Яхъя ҡылған һыуға сумдырыуҙы, – тип яуап бирҙе шәкерттәр.


Әммә ҡайһы берәүҙәр, уҫаллашып һәм иманға килеүҙән баш тартып, йыйылған халыҡ алдында Раббының юлын яманланы. Шул сәбәпле Паулус улар янынан китте. Шәкерттәрҙе айырып алып, Тураннус тигән берәүҙең уҡыу йортонда улар менән көн дә әңгәмәләшеп ултырҙы.


Дамасктағы ғибәҙәтханаларға хат яҙып биреүен һораны. Унда Раббы юлынан йөрөгән һәр кемде, ир-атмы ул, ҡатын-ҡыҙмы, ҡулға алып, Йәрүсәлимгә алып килергә ниәтләне.


Тырышлығығыҙҙы һүлпәнәйтмәгеҙ, Изге Рух менән янып тороғоҙ, Раббыға хеҙмәт итегеҙ.


Бер ниндәй хәрби хеҙмәткәр ҙә үҙен донъяуи мәшәҡәттәр менән бәйләмәй, ул фәҡәт етәксеһенә ярарға тырыша.


Шулай итеп, һауығыу өсөн бер-берегеҙ алдында гонаһтарығыҙҙы танығыҙ һәм бер-берегеҙ өсөн доға ҡылығыҙ. Тәҡүә кешенең доғаһы көслө, ул күпте эшләргә һәләтле.


Исраилдарҙың Раббы юлынан, элек ата-бабалары тотҡан юлдан, йөрөймө-юҡмы икәнен һынар өсөн,


Миңә килгәндә инде, һеҙҙең өсөн Раббыға доға ҡылыуҙан ваз кисеп, Уға ҡаршы гонаһ эшләү ҡайҙа! Һеҙҙе артабан да яҡшы һәм хаҡ юлға өгөтләйәсәкмен.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ