Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 18:24 - Изге Яҙма

24 Эфесҡа сығышы менән Искәндәриәнән булған, сәсән телле һәм Яҙманы бик яҡшы белгән Аполлос исемле бер йәһүд килде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

24 Ефесҡа сығышы менән Искәндәриәнән булған Аполлос исемле бер йәһүд килде. Ул телгә оҫта, Яҙманы белә

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

24 Эфесҡа сығышы менән Искәндәриәнән булған, сәсән телле һәм Яҙманы бик яҡшы белгән Аполлос исемле бер йәһүд килде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 18:24
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Батшаларҙың батшаһы Артахшастанан Күк Аллаһы ҡанунын өйрәтеүсе Ғөзәйер ҡаһинға сәләм!


Бына ошо Ғөзәйер Бабилдан ҡайтырға сыға. Ул Исраил Аллаһы Раббы тарафынан Мусаға бирелгән ҡанунды яҡшы белгән ғилем эйәһе була. Аллаһы Раббының ҡулы уның өҫтөндә булғанға күрә, батша Ғөзәйерҙең һәр теләген бойомға ашыра ине.


Ләкин Муса Раббыға: – Эй бөйөк Хакимым! Телгә шәп түгелмен мин. Элек тә телгә оҫталығым юҡ ине, әле Һин мин ҡолоң менән һөйләшкәндә лә килешле итеп һөйләй белмәйем. Мин тотлоғам, һаҡаумын, – тип ялбарҙы.


Илле башлыҡтарын, арҙаҡлыларын, кәңәшселәрен, Оҫта сихырсыларын, күрәҙәселәрен тартып аласаҡ.


– Бына шуға күрә, – тине уларға Ғайса, – Күктәр Батшалығын өйрәнгән һәр ҡанун белгесе келәтенән яңы әйберҙәрҙе лә, иҫкеләрен дә сығарған йорт хужаһына оҡшаған.


– Ниндәй хәл? – тине Ғайса. Шәкерттәр Уға былай тине: – Назаралы Ғайса менән булған хәл, Ул Алла алдында ла, бөтә халыҡ алдында ла, һүҙе менән дә, эше менән дә ҡөҙрәтле пәйғәмбәр ине.


Эфесҡа килеп еткәс, Паулус юлдаштарынан айырылып ғибәҙәтханаға барҙы һәм унда йәһүдтәр менән һөйләшеп ултырҙы.


Улар менән һаубуллашып: – Алла ихтыярында булһа, тағы килермен, – тине. Бынан һуң ул һыу юлы менән Эфестан китте.


Ул, Ғайсаның Мәсих икәнлеген Изге Яҙмаға нигеҙләнеп ышандырырлыҡ итеп иҫбатлап, бөтә халыҡ алдында йәһүдтәрҙең ҡарашын юҡҡа сығарҙы.


Аполлос Коринҫоста саҡта, Паулус, илдең таулы өлөштәре аша үтеп, Эфесҡа килде. Унда бер нисә шәкертте осратты һәм уларҙан:


Мурала йөҙ башы Искәндәриәнән килгән, Италияға йүнәлеш алған бер карап табып, беҙҙе шунда ултыртты.


Шулай бер ваҡыт «Ҡоллоҡтан азат ителгәндәр ғибәҙәтханаһы»ның Курене һәм Искәндәриәнән булған ҡайһы бер ағзалары, шулай уҡ Киликия һәм Асия өлкәләренән булған ҡайһы берәүҙәр Стефанус менән бәхәскә инде,


Муса Мысыр иленең бөтә ғилемдәренә өйрәтелә, һүҙҙә лә, эштә лә ҡеүәтле була.


Арағыҙҙағы «мин – Паулустыҡы», «мин – Аполлостыҡы», «мин – Кефастыҡы», «мин – Мәсихтеке» тип әйткәндәрҙе күҙ уңында тотам.


Имандашыбыҙ Аполлосҡа килгәндә, мин уның имандаштар менән бергә һеҙгә барыуын ныҡ үтендем, әммә әлегә янығыҙға барырға һис тә теләге юҡ, шулай ҙа уңайы сығыу менән барып етер.


Имандаштар, мин быларҙы үҙемә һәм Аполлосҡа ҡарата ҡулланып, «яҙылғандан тыш аҡыл һатмаҫҡа» беҙҙең миҫалда өйрәнегеҙ, тип яҙҙым. Шулай итһәгеҙ, кемдер кемделер башҡа берәү алдында маҡтап өҫтөн ҡуймаҫ.


Кемдер: «Ул үҙенең хаттарында ҡырыҫ һәм көслө, үҙе иһә кеше алдында көсһөҙ, телмәре лә әһәмиәтһеҙ», – ти.


Мәсих һүҙе һеҙҙә мул булып, бер-берегеҙҙе зирәк аҡыл менән өйрәтегеҙ һәм нәсихәт бирегеҙ, мәҙхиәләр, маҡтау шиғырҙары һәм рухи йырҙар йырлап, күңелегеҙҙән Аллаға рәхмәт әйтегеҙ.


Ҡанун белгесе Зенас менән Аполлосты бер нәмәгә лә мохтаж булмаҫлыҡ итеп юлға оҙатыу хәстәрлеген күр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ