Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 18:14 - Изге Яҙма

14 Паулус ниҙер әйткәнсе, Галлион йәһүдтәргә: – Йәһүд халҡы! Әгәр ҙә уны ниндәйҙер яуыз эш йәки енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләһәгеҙ, һеҙҙең дәғүәләрегеҙҙе тыңларға сәбәп булыр ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

14 Павел һүҙен башларға ғына теләгәйне, Галлион йәһүдтәргә: – Йәһүд халҡы! Әгәр ҙә ниндәйҙер яуыз эш йәки енәйәт ҡылынһа, һеҙҙе түҙемлек менән тыңларға сәбәп булыр ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

14 Паулус ниҙер әйткәнсе, Галлион йәһүдтәргә: – Йәһүд халҡы! Әгәр ҙә уны ниндәйҙер яуыз эш йәки енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләһәгеҙ, һеҙҙең дәғүәләрегеҙҙе тыңларға сәбәп булыр ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 18:14
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ғайса уларға аң-белем бирә башланы:


– Эй, иманһыҙ быуын! – тине Ғайса уларға. – Миңә һеҙҙең менән тағы күпме булырға ла күпме түҙергә? Килтерегеҙ малайҙы Минең яныма!


– Эй, һин, эсе тулы ялған һәм мәкер, Иблис улы, һәр төрлө хаҡлыҡтың дошманы! Раббының тура юлын боҙоп күрһәтергә тырышыуҙан туҡтайһыңмы, юҡмы? – тине. –


Сүлдә ҡырҡ йыл буйы уларға ҡарата түҙемлек һаҡлаған.


– Мин – йәһүд, Киликия өлкәһендәге арыу уҡ танылған Тарсос ҡалаһынан. Үтенәм, халыҡҡа һөйләргә рөхсәт ит, – тине Паулус уға.


Әгәр ҙә нимәнелер дөрөҫ эшләмәйенсә үлемгә хөкөм итерлек эш ҡылғанмын икән, үлемдән баш тартмайым. Ә инде улар миңә ташлаған ғәйепләүҙәр ялған икән, бер кем дә мине уларҙың ҡулына тотоп бирә алмай. Мин ҡайсарға мөрәжәғәт итергә теләйем, – тине Паулус.


Ләкин уның хаҡында императорға нимә яҙырға ла белмәйем. Шуға күрә, тикшергәндән һуң яҙырлыҡ берәй нәмә булһын ине тип, мин уны һеҙҙең алдығыҙға, бигерәк тә, Агриппас батша, һинең ҡаршыңа килтерҙем.


Етәкселәр яҡшылыҡ ҡылыусылар өсөн түгел, яманлыҡ ҡылыусылар өсөн ҡурҡыныс. Хакимлыҡтан ҡурҡмаҫҡа теләһәң, яҡшылыҡ эшлә, һәм маҡтау алырһың.


Бер аҙ аҡылһыҙ кеше кеүек һөйләргә рөхсәт итеп, миңә ҡарата түҙемле булһағыҙ ине! Эйе, миңә ҡарата түҙемле булығыҙ!


Ни өсөн тигәндә, берәйһе килеп беҙ вәғәзләмәгән башҡа берәй Ғайса тураһында һөйләй башлаһа, йәки һеҙгә бирелгән Рухтан башҡа рухты тәҡдим итһә, йәки үҙегеҙ ҡабул иткән Һөйөнөслө Хәбәрҙән башҡа «һөйөнөслө хәбәрҙе» ҡабул итергә өгөтләһә, һеҙ ундайҙарға тиҙ ҡолаҡ һалаһығыҙ.


Ундай баш ҡаһин белемһеҙҙәрҙең дә, тура юлдан тайпылыусыларҙың да хәленә инә ала, сөнки үҙенең дә йомшаҡлыҡтары бар.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ