Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 17:5 - Изге Яҙма

5 Был бүтән йәһүдтәрҙә көнләшеү уятты, улар, баҙар майҙанындағы йүнһеҙ кешеләрҙе йыйып, ҡалала бола ҡуптарҙы. Паулус менән Силасты халыҡ алдына сығарыу өсөн, уларҙы Ясондың өйөнә барып эҙләнеләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

5 Ләкин бүтән йәһүдтәр быға көнләшеп, баҙар майҙанындағы йүнһеҙ кешеләрҙе йыйып, ҡалала бола ҡуптарҙы. Павел менән Силаны халыҡ алдына алып сығыу өсөн, уларҙы Иасондың өйөнә барып эҙләнеләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

5 Был бүтән йәһүдтәрҙә көнләшеү уятты, улар, баҙар майҙанындағы йүнһеҙ кешеләрҙе йыйып, ҡалала бола ҡуптарҙы. Паулус менән Силасты халыҡ алдына сығарыу өсөн, уларҙы Ясондың өйөнә барып эҙләнеләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 17:5
26 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Тыныс күңел – тәнгә сихәт, көнсөллөк һөйәктәрҙе серетә.


Йә Раббы! Яза өсөн ҡулың күтәрелгән, Әммә яуыздар быны күрмәй. Халҡың өсөн ашҡынып тороуыңды күрһәт, Әйҙә улар оятҡа ҡалһындар. Дошмандарыңа ҡаршы яҡҡан ут Уларҙы ялмап юҡ итһен.


Пилатос йәһүд башлыҡтарының Ғайсаны көнсөллөк арҡаһында тотоп биргәнен белә ине.


Ә йәһүдтәр, халыҡтың күплегенә көнләшеүҙән эстәре ташып, Паулус әйткәндәргә ҡаршы әрләшә башланы.


Шулай ҙа Антиохиянан һәм Икониондан килгән ҡайһы бер йәһүдтәр халыҡты үҙҙәренең яғына ауҙарҙы. Паулусты таш бәреп туҡманылар ҙа, үлде тип уйлап, ҡаланан тышҡа сығарып ташланылар.


Ә иманға килмәгән йәһүдтәр, йәһүд булмағандарҙы иманлыларға ҡаршы ҡотортоп, уларға ҡарата дошманлыҡ уятты.


Әммә, Паулустың Бероя ҡалаһында ла Алла һүҙен вәғәзләүе тураһында белеп ҡалғас, Тессалоникела йәшәүсе йәһүдтәр бында ла килде һәм, ҡотҡо һалып, халыҡта асыу тыуҙырҙы.


Илселәрҙе тапмағас, Ясонды һәм иманлы ҡайһы бер кешеләрҙе ҡала башлыҡтары янына һөйрәп алып килделәр. – Ошо әҙәмдәр бөтә ерҙә бола ҡуптарып йөрөй, әле улар бында ла килеп еткән.


Ә Ясон уларҙы үҙ өйөнә индергән. Улар барыһы ла ҡайсарҙың әмерҙәренә ҡаршы сығып, Ғайса тигән башҡа бер батша бар тип әйтәләр, – тип ҡысҡырҙылар.


Ә Ясонды һәм башҡаларҙы, иреккә сығыу өсөн билдәләнгән күләмдә аҡса түләттергәс, ҡайтарып ебәрҙеләр.


Ахаяла Галлион өлкә башлығы булған ваҡытта йәһүдтәр, берләшеп, Паулусҡа ҡаршы күтәрелде һәм уны тотоп хөкөм йортона алып барҙы.


Беҙ хәҙер бөгөнгө ваҡиға өсөн фетнә сығарыуҙа ғәйепләнеү ҡурҡынысы алдында торабыҙ. Ә бит бындай йыйынды аҡларлыҡ һис бер дәлилебеҙ юҡ. Шул һүҙҙәрҙе әйтеп, ҡала етәксеһе йыйылышты таратты.


Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ, көнләшеп, Йософто Мысырға һатып ебәргән. Әммә Алла уның менән булған,


Хеҙмәттәшем Тимоҫеус һәм яҡташтарым Лукиос, Ясон менән Сосипатрус һеҙгә сәләм ебәрә.


сөнки һаман да был донъя кешеләре булып ҡалаһығыҙ. Арағыҙҙа көнсөллөк, ыҙғыш-талаш бар икән, ошо һеҙҙең был донъя кешеләре икәнлегегеҙҙе күрһәтмәйме ни? Һеҙ ҙә улар кеүек булып ҡалаһығыҙ түгелме һуң?


Күп тапҡырҙар сәйәхәттәрҙә йөрөп, йылғаларҙа ҡурҡыныстарға дусар булдым, юлбаҫарҙар һөжүменә юлыҡтым, ырыуҙаштарымдан, бүтән халыҡ кешеләренән дә ҡурҡыныс янаны, ҡалаларҙа, сүллектә, диңгеҙҙә лә, ялған имандаштар араһында ла хәүеф һағаланы.


хөсөтлөк, эскеселек, ҡоторонҡо мәжлестәр һәм башҡа шундай яманлыҡтар. Быға тиклем дә иҫкәртә килдем, йәнә иҫкәртәм: бындай юлға баҫыусылар Алла батшалығын мираҫ итеп алмаясаҡ.


Мәғәнәһеҙ данға ынтылмайыҡ, бер-беребеҙҙең йәнен көйҙөрмәйек, бер-беребеҙҙән көнләшмәйек.


Һәм һеҙ, беҙҙе һәм Раббыны өлгө итеп алып, күп ғазаптар кисерһәгеҙ ҙә, был Хәбәрҙе Изге Рухтан килгән ҙур шатлыҡ менән ҡабул иттегеҙ.


Әллә Изге Яҙмала: «Алла Үҙе беҙгә һалған рухты көнләшеү менән ашҡынып ярата», – тип юҡҡа әйтелгән тип уйлайһығыҙмы?


Шунан уға Бәғел-Бериҫ ҡорамынан етмеш шекел көмөш бирҙеләр. Авимәләх был аҡсаға эшһеҙ йөрөгән һәр төрлө әтрәгәләмде йыйып, үҙ артынан эйәртте.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ